Ма́нси (манс. мāньси; иҫкергән — вогу́лдар, вогуличтар) — аҙ һанлы фин-уғыр халҡы, Рәсәй Федерацияһы Ханты-Манси автономиялы округы — Юграның ерле халҡы. Ханттарҙың яҡын тел туғандары Манси телендә һөйләшәләр, әммә әүҙем ассимиляция арҡаһында халыҡтың яҡынса 60 пөнкүрештә урыҫ телен ҡуллана.

Манси
Үҙ атамаһы

мāньси ма̄хум

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 12 500
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы:
12 269 (2010 г.)[1], 11 432 (2002 г.)[2]

Украина Украина:
43 (2001 г.)

Тел

манси, рус

Дин

шаманизм, православие дине

Раса тибы

урал hfcf8s

Халыҡ

Фин-уғыр халыҡтары

Туғандаш халыҡтар

ханты, венгрҙар

1901 йылғы почта карточкаһында вогулдар

Дөйөм һаны — 12 269 кеше (2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса).

Свердловск өлкәһенең[3] төньяғында 200-гә яҡын манси йәшәй. Бер нисә йөҙ манси —Пермь крайының төньяҡ-көнсығышында («Вишерский» дәүләт ҡурсаулығы).

Этнонимы

үҙгәртергә

Эндоэтноним (үҙатамаһы) манси кеше «тигәнде аңлата» һәм *mańćɜ «ир-ат, кеше» прафинн-уғыр һүҙенә барып тоташа һәм уғыр телдәре менән башҡа оҡшашлыҡтары ла бар: ханттарҙа бер фратрия атамаһы — маньть (mańt) (В), моньть (mońt) (И), мась (maś) (О), шулай уҡ венгрҙарҙың берлектәге үҙатамаһы — magyar (модьяр). Манси теленең төрлө диалекттарында уның төрлө формалары бар: сосьва маньси (mańśi), пелым маньсь (māńś), түбәнге конда мӧньсь (mɔńś), тавда мӓньцӣ (mäńćī), түбәнге лозьва маньсь (måńś)[4][5].

Мось манси фратрияһы исеме хант телендәге —мась (mɔś) (О) алынған — әммә сығышы менән дөйөм уғырҙағы шул уҡ һүҙ — *mańćɜ[5]

Урыҫ телендә халыҡ вәкилдәрен билдәләү өсөн һүҙҙәр бар: күплектә — манси (үҙгәртелмәй) һәм мансийҙар; ир-атты һәм ҡатын-ҡыҙҙы берлектә — манси һәм мансийка, шулай уҡ манси (үҙгәртелмәй) билдәләү өсөн. Мансийса һәм (үҙгәрмәй торған) манси сифаттары[6].

1920—1930 йылдарға тиклем манси урыҫса «вогул» тип йөрөтөлгән һәм хант. u̯oɣaĺ, u̯oɣat́ һүҙҙәренән килеп сыҡҡан ул хан һүҙенән килеп сыҡҡан[7]. Был атама һаман да башҡа телдәрҙә, мәҫәлән, немец телендә нем. Wogul, wogulisch ҡулланыла.

Теле һәм яҙмаһы

үҙгәртергә

Манси теле урал телдәр ғаиләһенең обь-уғыр төркөмөнә (башҡа классификация буйынса — урал-юкагир) ҡарай. Диалекттар: сосьва, үрге лозьва, тавда, конда, пелым, вагиль, урта лозьва, түбәнге лозьва.

Мансий яҙмаһы 1931 йылдан — тәүҙә латин алфавиты нигеҙендә — ҡулланыла.

  • A, B, D, E, F, G, H, Ꜧ, I, J, K, L, Ļ, M, N, Ņ, Ŋ, O, P, R, S, S̷, T, Ţ, U, V, Z, Ь

1937 йылдан алып яҙыу урыҫ алфавиты нигеҙендә башҡарыла. Һуңынан алфавит үҙгәртелде һәм тулыландырылды. Заманса вариант:

  • А а, Ā ā, Б б, В в, Г г, Д д, Е е, Ē ē, Ё ё, Ж ж, З з, И и, Ӣ ӣ, Й й, К к, Л л, М м, Н н, Ӈ ӈ, О о, Ō ō, П п, Р р, С с, Т т, У у, Ӯ ӯ, Ф ф, Х х, Ц ц, Ч ч, Ш ш, Щ щ, Ъ ъ, Ы ы, Ь ь, Э э, Э̄ э̄, Ю ю, Ю̄ ю̄, Я я

Әҙәби манси теле сосьва диалектына нигеҙләнгән.

Сығышы һәм тарихы

үҙгәртергә
 
Ханты-Манси автономиялы округында манси халҡы һаны, 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса %-ҙа.
 
Урал федераль округында ҡала һәм ауыл биләмәләре буйынса мансиҙарҙың таралып ултырыуы %-ҙа, 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу.
 
Вогулдар

Урал неолит мәҙәниәтенә ҡараған урындағы ҡәбиләләр һәм көнбайыш Себер менән Төньяҡ Ҡаҙағстандың далалары, урман-далалары аша көньяҡтан хәрәкәт иткән уғыр ҡәбиләләренең берләшеүе һөҙөмтәһендә манси этносы булараҡ барлыҡҡа килгән, тип иҫәпләнә. Халыҡ мәҙәниәтендә ике компонентлыҡ (тайга һунарсылары һәм балыҡсылары, дала буйлап күсеп йөрөүсе малсылар мәҙәниәттәренең берләшеүе) әле лә һаҡлана.

Тәүҙә манси Уралда һәм уның көнбайыш битләүҙәрендә йәшәгән, әммә XIXIV быуаттарҙа коми һәм урыҫтар уларҙы Урал аръяғында ҡыҫырыҡлаған. Мансиҙың урыҫтар, тәү сиратта, Новгород халҡы менән иң иртә аралашыуы XV быуатҡа ҡарай. XV быуат дауамында Манси кенәзе Асыка Вым һәм Бөйөк Пермь кенәзлектәренә походтар яһай, ләкин 1483 йылда мәскәү воеводалары Ф. С. Курбский-Чёрный һәм И. И. Салтык-Травин етәкселегендәге берләшкән устюжан-пермь ғәскәре тарафынан үҙенең баш ҡалаһы Пелым янында тулыһынса ҡыйратыла. XVI быуат аҙағында Себерҙең Рәсәй дәүләтенә ҡушылғанынан һуң, урыҫ колониялаштырыуы көсәйә, һәм XVII быуат аҙағында уҡ урыҫ халҡы һаны урындағы халыҡ һаны иҫәбенән артығыраҡ булып китә. Әкренләп мансиҙар төньяҡ менән көнсығышҡа ҡыҫырыҡланған, ә XVIII быуатта христианлыҡ динен ҡабул иткәндән һуң, урыҫ милләте тарафынан өлөшләтә йотолғандар[8]. Мансиҙың этник формалашыуына төрлө халыҡтар йоғонто яһай.

Пермь крайының Всеволодо-Вильва ҡасабаһы янында урынлашҡан Чаньва (Вогуль) мәмерйәһендә вогулдарҙың йәшәү эҙҙәре табылды. Тыуған яҡты өйрәнеүселәр фекеренсә, мәмерйә йолалар башҡарыла торған урын — манси культы ғибәҙәтханаһы (мәжүсилек диненең изге урыны) булған. Мәмерйәлә таш балта һәм һөңгө һуғыу эҙҙәре менән айыу баш һөйәктәре, керамик һауыттарҙың ярсыҡтары, һөйәк һәм тимер уҡ башаҡтары, кеҫәртке өҫтөнә баҫып торған кеше-мышы төшөрөлгән Пермь йәнлек стиле өлгөһө булған бронза айылдары, көмөш һәм бронза биҙәүестәр табылған.

Рәсәйҙә манси халҡының һаны:

2002 йылда тораҡ пункттарҙа манси һаны:[9]

Ханты-Манси автономиялы округы:

Төмән өлкәһе:

Мәҙәниәте һәм традицияһы

үҙгәртергә

Диндар мансиҙар — православие динендә, әммә традицион шаманлыҡ, ҡурсалаусы рухтар, ата-бабалар, айыу культы һаҡлана (айыу байрамдары). Мансиҙың фольклоры бай һәм мифологияһы үҫешкән.

Манси сығышы, шулай уҡ ғөрөф-ғәҙәттәре менән айырылып торған Пор һәм Мось экзогам фратрияларына бүленә. Никахтар ҡапма-ҡаршы фратрия вәкилдәре араһында ғына төҙөлгән: Мась ирҙәре Пор ҡатын-ҡыҙҙарына өйләнгән һәм киреһенсә. Пор фратрияһын — абориген-урал нәҫелдәре, ә Мось фратрияһын уғыр тоҡомдары тәшкил иткән. Пор фратрияһының тәүатаһы — айыу, ә Мось фратрияһының башлығы булып ҡаҙ, ҡуян йәки күбәләк образында күҙ алдына баҫҡан Калтащ исемле ҡатын иҫәпләнә.

Артабан әйтеләсәк археологик табылдыҡтарҙан күренеүенсә, манси күрше халыҡтар менән бер рәттән хәрби хәрәкәттәрҙә әүҙем ҡатнашҡан, һуғышты алып барыу тактикаһын белгән. Уларҙа кенәз (воевода), баһадир, дружинник ҡатламдары айырылып торған. Былар барыһы ла фольклорҙа ла сағылыш тапҡан.

Халыҡ сәнғәтендә төп урынды биләгән орнаменттың мотивтары туғандаш ханттар һәм селькуптар мотивтары менән оҡшаш. Был — болан мөгөҙө, ромб рәүешендәге, тулҡынлы һыҙыҡ, грек меандры һымаҡ геометрик фигуралар. Бронза ҡойолмалар араһында йышыраҡ хайуан, бөркөт, айыу һындары осрай.

Көнкүреше

үҙгәртергә
 
Манси — болансылар (уңдағы икәү)
 
Лозьвалағы вогул өйө
 
Вогулдарҙың ҡышҡы кейеме

Мансиҙарҙың традицион шөғөлдәре — һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ,болан үрсетеү, игенселек, малсылыҡ. Балыҡсылыҡ Обь һәм Төньяҡ Сосьвала таралған. Лозьва, Ляпина, Төньяҡ Сосьва йылғларының үрге ағымында — XIIIXIV быуаттарҙа ханттарҙан үҙләштерелгән болан үрсетеү. XVIXVII быуаттарҙа урыҫтарҙан үҙләштерелгән игенселек үҙләштерелгән. Мансиҙарҙа малсылыҡтың иң үҫешкән өлкәләренә йылҡы, шулай уҡ һыйыр малы һәм ваҡ мал үрсетеүҙе индерергә мөмкин. Малсылыҡтың иң үҫешкән өлкәләренә мансиҙа йылҡы, шулай уҡ һыйыр малы һәм ваҡ мал үрсетеүҙе индерергә мөмкин. Бынан тыш, ҡошсолоҡ үҫешкән. Промысла балыҡтарынан бәрҙе, опто, суртан, сабаҡ, шамбы, табан балыҡ, бикре, уҡбалыҡ, нельма, муксун, щокура, пыжьяна, сырка, ә Төньяҡ Сосьвала сөсө һыу сельден — нәзәкәтле деликатес балыҡ тотҡандар.

Балыҡ тотоу ҡоралдары: острогтар, ауҙар. Балыҡты быуылған инештәрҙән тотҡандар.

Мансиҙарҙың көнкүрешендә себер эрбете ҙур әһәмиәткә эйә булған, унан эрбет сәтләүеге уңышы йыйып алынған. Бынан тыш, эрбет тамырынан көнкүреш әйберҙәре — һауыт-һаба, йәшниктәр, ҡумталар, кәрзиндәр (тамырһабаҡтар) яһалған. Туҙ эшләнмәләре — ҡумталар, тырыздар, ағас һауыт-һаба, ҡалаҡ, ялғаш, сүмес, шулай уҡ ябай мебель киң таралған була. Балсыҡтан яһалған әйберҙәр ҡулланылған. Археологтар шулай уҡ Обь буйы районында бик күп уҡ, һөңгө башаҡтары, ҡылыстар, балталар, торҡалар, бронза ҡойолмалар таба. Мансиҙарға хәрби кейемдәр (доспехи) һәм ҡоралдар ҙа билдәле була. Улар һәм күрше халыҡтар шулай уҡ тимер эшкәртеүҙә билдәле бер уңыштарға өлгәшкән, әммә иң ҙур оҫталығы ағас эшкәртеүҙә сағылыш тапҡан.

Манси йәшәгән урындарҙағы археологик табылдыҡтарҙан иран һәм византий сығышлы көмөш табаҡтар ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Мансиҙар борондан уҡ йөҙөү өсөн соҡоп яһалған кәмәләр, саңғы, һике (эт, болан менән йәки ат егеү кәрәк-ярағы менән) нартылар (болан йәки эт егеп йөрөй торған сана) менән файҙаланған. Уларға ҡоралдарҙан уҡ-йәйә, айыу һөңгөһө (рогатина), төрлө типтағы ҡылыс билдәле булған. Һунар өсөн төрлө тоҙаҡтар (чиркандар) һәм һаплы йәйә (самострел) ҡулланғандар.

Промысла урындарында даими (ҡышҡы) һәм миҙгелле (яҙғы, йәйге, көҙгө) торамалар торған. Ғәҙәттә, ҡасабала бер нисә ҙур йәки бәләкәй, башлыса туғандаш ғаилә йәшәгән. Ҡышҡы традицион торлаҡ — тура мөйөшлө бурап яһалған, йыш ҡына ер ҡыйыҡлы өйҙәр; көньяҡ төркөмдәрҙә — рус тибындағы өйҙәр; йәйгеһен — туҙҙан яһалған конус чумдар йәки ҡайын туҙы менән ҡапланған дүрт мөйөшлө каркаслы ҡаралтылар булған; болансыларҙың — болан тиреһе менән ҡапланған чумдар. Торлаҡ балсыҡ менән һыланған шыйҙаларҙан яһалған асыҡ усаҡ йәғни сыуал менән йылытылған һәм яҡтыртылған.

Икмәкте айырым мейестәрҙә бешергәндәр. Төп торлаҡ чум булған.

Ҡатын-ҡыҙ кейеме күлдәктән, буҫтау йәки сатин алғы яғы асыҡ халаттан ике ҡат болан тундан (ягушка, сах), яулыҡтан һәм күп һанлы биҙәүестәрҙән (балдаҡ, сәйлән муйынсаҡ һ. б.) торған.

Ирҙәр ыштан һәм күлдәк, һылашып торған буҫтау капюшонлы кейем, болан тиреһенән тегелгән (маница, гусь), йәки капюшонлы һәм ян-яғы тегелмәгән буҫтау кейем (лузан) кейгән.

Аҙыҡтары — балыҡ, ит (ҡаҡланған, киптерелгән, ҡыҙҙырылған, туңдырылған), еләк. Бәшмәкте, яуыз рухтар тыуҙыра, тип ҡулланмағандар.

Совет власы йылдарында мансиҙарҙың көнкүреше һиҙелерлек үҙгәрә; бөгөн уларҙың 45 % ҡалаларҙа йәшәй.

Манси мифологияһы

үҙгәртергә

Антропологик характеристикаһы

үҙгәртергә

Мансиҙарына (ханттар кеүек үк) түбәндәге билдәләр комплексы хас[10]:

  • ҡыҫҡа буй (ир-егеттәр өсөн уртаса 160 сантиметрҙан кәмерәк),
  • дөйөм грациллек (төҙөлөшөнөң миниатюрлығы),
  • киң булмаған, формаһы буйынса мезо- йәки долихо-кефаль һәм бейеклеге буйынса тәпәш баш,
  • йомшаҡ ҡара йәки һары сәс,
  • ҡуңыр йәки ҡатнаш күҙҙәр,
  • йәш түмһәләген (бугорок) ҡаплай биргән төркөмдәр буйынса алмашыныусан процентлы күҙ ҡабаҡтарының монгол һыры (складки) (эпикантус),
  • уртаса бейеклектәге, һиҙелерлек яҫы һәм яңаҡлы формаһы төрлө бит,
  • аҙ йәки уртаса сығып торған, киңлеге буйынса уртаса, башлыса ҡыры тура йәки бөгөлгән, осо һәм төбө күтәренке танау.
  • һаҡал-мыйыҡ үҫеше кәмерәк дәрәжәлә,
  • сағыштырмаса киң ауыҙ,
  • ирендәре ҙур булмаған ҡалынлыҡта,
  • уртаса сығып тороусы йәки артҡараҡ китеүсе эйәк.

Генетикаһы

үҙгәртергә

В. Н. Харьковтың мәғлүмәттәре буйынса, манси һәм ханттар араһында Y-хромосомалы N1b (Y-ДНК) гаплотөркөм өҫтөнлөк итә — 57 %, икенсе урында Q1a3 гаплотөркөмө — 21 %. Артабан R1a — 14 % и N1c1 — 7,1 %, R1b — 0,9 % гаплотөркөмдәре килә[11].

Мәҙәниәттә

үҙгәртергә

Билдәле урал яҙыусыһы А. П. Ромашов 1959 йылда Уралдағы уғыр халҡы, атап әйткәндә, X быуаттағы мансиҙар XV быуаттағы венгрҙарҙың ата-бабалары көнбайышҡа күсеп киткәндән һуңғы тормошо тураһында «Урман һыбайлылары» тигән повесть яҙа. Уның Көнбайыш Уралға тәүге урыҫ күскенселәренең һәм төп халыҡтарының, шул иҫәптән уғыр ҡәбиләләренең тормошон һүрәтләгән «Кондратий Рус» исемле тарихи повесы 1973 йылда донъя күрә. А. П. Ромашовтың повестары ул осор өсөн тарихи-этнографик дөрөҫлөктөң юғары дәрәжәһе менән айырылып тора.

Мансиҙарҙың матди-көнкүреш мәҙәниәтен һәм йолаларын сағылдырырға ынтылған урал яҙыусыһы Сергей Николаевич Плеханов 1985 йылда «Йәш Гвардия» нәшриәтенең «Мажаралар-85» әҙәби альманахында рус сәнәғәтселәренең Уралда XVIII быуаттың беренсе яртыһында XVI быуатта сит ил авторҙары (Сигизмунд Герберштейн, Александр Гваньини һәм Джайлс Флетчер) яҙып ҡалдырған легендар идолды эҙләүгә бағышланған «Алтын ҡатын» исемле тарихи повесын баҫтыра. 1986 йылда Свердловск киностудияһында режиссёр В. М. Кобзев ошо китап буйынса шул уҡ исемле фильм төшөрә. Белгес-ғалимдар консультациялары һәм костюмдар буйынса рәссамдарҙың ныҡышмалы эше уҙғарылды. Был мажаралы картинала вогулич-мансиҙарҙың бөтә ролдәрен ҡаҙаҡ актёры (Нурмухан Жантурин), ҡырғыҙ актёрҙары (Б. Бейшеналиев, К. Дюсембаев) һ. б. башҡара.

Күренекле манси шәхестәре

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Официальный сайт Всероссийской переписи населения 2010 года. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года 2020 йыл 30 апрель архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Всероссийская перепись населения 2002 года. Дата обращения: 24 декабрь 2009. 2008 йыл 2 февраль архивланған.
  3. С-ский А. Вогулы Пермской губернии. // Пермские Губернские Ведомости, 20 декабря 1897 года
  4. Rédei, Károly. Uralisches etymologisches Wörterbuch. — Budapest: Akadémiai Kiadó, 1988. — С. 866—867.
  5. 5,0 5,1 Напольских В. В. Йӧгра. (Ранние обско-угорско—пермские контакты и этнонимия) // Антропологический форум. — СПб., 2005. — № 3. — С. 261—262.
  6. Ожегов С. И. Словарь русского языка: 70 000 слов / Под ред. Н. Ю. Шведовой. — 23-е изд., испр. — М.: Рус. яз., 1991. — 917 с. — ISBN 5-200-01088-8.
  7. вогул // Этимологический словарь русского языка = Russisches etymologisches Wörterbuch : в 4 т. / авт.-сост. М. Фасмер ; пер. с нем. и доп. чл.‑кор. АН СССР О. Н. Трубачёва, под ред. и с предисл. проф. Б. А. Ларина [т. I]. — Изд. 2-е, стер. — М. : Прогресс, 1986—1987.
  8. Аленицын В. Д. Вогулы или вогуличи // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  9. База микроданных 2019 йыл 12 июль архивланған. Всероссийской переписи населения 2002 года
  10. Аксянова Г. А. Итоги расогенетических исследований обских угров // Вестник Томского государственного университета. — 2008. — № 3(4). — C. 21
  11. Харьков В. Н. Структура и филогеография генофонда коренного населения Сибири по маркерам Y-хромосомы. Томск, 2012

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Коренные малочисленные народы России Ҡалып:Финно-угорские племена Ҡалып:Народы России