Кожевников Павел Андреевич

Кожевников Павел Андреевич (19 март 1942 йыл) — 2-се «Башспецнефтестрой» тресының төҙөлөш-монтаж идаралығы водителе. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.

Кожевников Павел Андреевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 март 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (82 йәш)
Тыуған урыны Мағаш, Архангел районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Даны ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Павел Андреевич Кожевников 1942 йылдың 19 мартында Башҡорт АССР-ының Архангел районы Сталин ауылында тыуған. Урта белемле.

1960 йылда хеҙмәт эшмәкәрлеген 1-се Стәрлетамаҡ йылылыҡ-электр үҙәгендә (ТЭЦ-1) балта оҫтаһы булып башлай. 1965 йылдан «Башкирстройтранс» тресының 1-се автобазаһында водитель булып эшләй.

1994 йылдан алып Өфө ҡалаһында «Чародейка» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә водитель булып эшләй, 1996 йылдан — 2-се «Башспецнефтестрой» тресы төҙөлөш-монтаж идаралығы машина йөрөтөүсеһе.

2002 йылда хаҡлы ялға сыға.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Ҡабул ителгән социалистик йөкләмәләрен һәм пландарҙы үтәүҙә өлгәшкән ҙур уңыштары һәм бер предприятиелә оҙайлы һәм юғары етештереүсәнле хеҙмәте өсөн Павел Андреевич Кожевников I (1989), II (1986), III (1978) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән.

  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар

үҙгәртергә