Данилов-Чалдун Максим Николаевич
Данилов-Чалдун Максим Николаевич (18 ғинуар 1894 йыл — 2 март 1944 йыл) — Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашҡан, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. Сыуаш яҙыусыһы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Данилов-Чалдун Максим Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 18 ғинуар 1894 или 18 (30) ғинуар 1894[1] |
Тыуған урыны |
Уҫылыбаш, Уҫылы ауыл Советы (Стәрлетамаҡ районы), Стәрлетамаҡ районы Стәрлетамаҡ районы |
Вафат булған көнө | 2 март 1944[1] (50 йәш) |
Вафат булған урыны | Кувшиново[d], Тверь өлкәһе, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Тверь өлкәһе |
Һөнәр төрө | яҙыусы |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Биографияһы
үҙгәртергәМаксим Николаевич Данилов-Чалдун Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе Уҫылыбаш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Башланғыс мәктәптең өсөнсө синыфын тамамлағандан һуң, атаһы менән бергә (әсәһе иртә вафат булған) Себергә эшкә китә. Кемерово янындағы Бирюли ҡасабаһында йәшәй, батраклыҡта эшләй, һуңынан «Крохоловскя» шахтаһында крепильщик һәм забойсы булып эшләй.
1914 йылдан Беренсе донъя һуғышында була, ҡаты яралана. Госпиталдән һуң үҙ ирке менән Ҡыҙыл гвардия сафына инә. 1920 йылдан ВКП (б) ағзаһы
Томск совет партия мәктәбен тамамлай (1921) һәм 1922 йылдан алып ун йылдан ашыу партия эшендә була.
1934 йылда Данилов-Чалдун Чебоксар ҡалаһына күсенә, Сыуаш АССР-ы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары булып эшләй, «Чаваш коммуни» гәзите мөхәрририәте һәм Сыуаш АССР-ы Совнаркомы янында радиоинформация комитеты хеҙмәткәре була. Шул уҡ йылда Сыуашстан яҙыусылар ойошмаһынан Совет яҙыусыларының беренсе съезында делегат булараҡ ҡатнаша.
1941 йылдың декабрендә үҙ теләге менән фронтҡа китә, Калинин, Брянск һәм 2-се Балтика буйы фронтында һуғыша.
548-се миномет полкының 13-сө айырым миномет РГК бригадаһы парторгы (Икенсе Балтика буйы фронты), гвардия кесе лейтенанты Данилов-Чалдун фронтта ҡаты яралана һәм Калинин өлкәһенең (хәҙер Тверь өлкәһе) Кувшиновка ҡалаһындағы хәрби госпиталдә 1944 йылдың 2 мартында вафат була. Кувшиновка ҡала зыяратының туғандаш ҡәберлегендә ерләнгән.
Ижады
үҙгәртергәДанилов-Чалдундың тәүге шиғырҙары 1922 йылда яҙылған, 1924 йылда «Чувашский крестьянин» гәзитендә баҫылып сыға
1929 йылда Мәскәүҙә беренсе «Тайгара» («В тайге») китабын — пьесаһын сығара
Үҙ хикәйәләрендә Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышы ваҡытында эшселәр синыфының һәм хеҙмәтсән крәҫтиәндәрҙең хеҙмәт батырлығын сағылдыра.
14 китап авторы. Төп матбуғат баҫмалары: «Ҫулӑм витӗр» («Сквозь огонь»), «калавӗсем Вӑрҫӑ» («Хәрби хикәйәләр»), «вӑй Икӗ» («Ике көс»), «Революци ҫулӑмӗ» («Революция ялҡыны»), «ҫӗлӗк Ҫӑлтӑрлӑ» («Йондоҙло кәпәс»).
Фронт хикәйәләре һәм очерктары М. Чалдундың тормош һәм ижади юлын сағыу яҡтырта. Туранан-тура яугир тарафынан яҙылған әҫәрҙәр ҡыҫҡа һәм тулы. Был әҫәрҙәр яҙыусы һәләтенең иң яҡшы һыҙаттарын үҙ эсенә ала
— әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре кандидаты В. С. Эзенкин
М. Чалдун йыш ҡына үҙенең сюжеттарын уйлап еткермәй. Әҫәрҙе яҙып, ҡабаттан уҡымай, уны төҙәтмәй… Әҫәрҙәренең етешһеҙлеге булып геройҙар өсөн көтөлмәгән хәл-тороштар. киҫкен ваҡиғалар, осрашыуҙар тора. Ҡайһы берҙә Чалдун ирекһеҙҙән мажаралы хәл-тороштарға мәржәғәт итә, сөнки сюжет барышын алдан уйламай: шул саҡта геройы тупикта ҡала. Ҡайһы саҡта автор, уҡыусыны ҡыҙыҡһындырыр өсөн мажараларға урынлы мөрәжәғәт итә. Нисек кенә булмаһын, улар күп осраҡта Чалдундың хикәйәләрен боҙа
— Семён Васильевич Эльгер
Хәтер
үҙгәртергә- Уҫылыбаш мәктәбе бинаһында Максим Данилов-Чалдунға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, мәктәптә стенд-музейы ойошторолған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Данилов-Чалдун Максим Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 14 ғинуар 2021)
- Сироткин М. — Данилов-Чалдун Максим Николаевич, Краткая литературная энциклопедия
- Писатели: Данилов-Чалдун Максим Николаевич, Национальная библиотека Чувашской Республики
- Данилов-Чалдун Максим Николаевич // Большая Советская Энциклопедия
- Данилов-Чалдун Максим Николаевич // Чувашские писатели. Биобиблиографический справочник, Чебоксары, 1964.