10 апрель
көнө
(10 апреля битенән йүнәлтелде)
10 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 100-сө (кәбисә йылында 101-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 265 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер:
- Ҡаршылыҡ хәрәкәте көнө.
- Ағай һәм апайҙар көнө.
- Гомеопатия көнө.
- Банан көнө.
- Төйрәүес тыуған көн.
- Ҡарабойҙай ярмаһы көнө.
- Өйҙән эшләү көнө.
- Шырпының тыуған көнө.
- АҠШ: Йәш әҙиптәрҙе дәртләндереү көнө.
- Ауыл хужалығы хайуандары көнө.
- Перу: Балалар көнө.
- Таиланд: Каучук көнө.
- Украина: Одессаны немец-фашист илбаҫарҙарынын азат итеү көнө.
- АҠШ: Гольф уйынсылары көнө.
- Исландия: Инженерҙар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Ҡораллы Көстәрҙең фельдъегер-почта хеҙмәте көнө.
- Тажикстан: Эске ғәскәрҙәр көнө.
- Әзербайжан: Төҙөүсе көнө.
- 1633: Лондонда банандар тәүге тапҡыр һатыуға сығарыла.
- 1710: Англияла автор хоҡуҡтары тураһындағы донъялағы беренсе закон үҙ көсөнө инә.
тулы исемлек
- 1833: Шырпы башындағы яныусы матдәгә фосфор ҡушыла башлай.
- 1849: АҠШ-та йәшәүсе Уолтер Хант (ингл. Walter Hunt) төйрәүескә патент ала.
- 1948: Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Салауат ҡалаһында 18-се комбинат (бөгөн Газпром Нефтехим Салауат йәмғиәте) төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1965: Нефтекама ҡалаһында «Красное знамя» гәзитенең тәүге һаны баҫыла.
- 1972: Бактериологик ҡоралды тыйыу тураһында халыҡ-ара конвенцияға ҡул ҡуйыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ралль Юрий Фёдорович (1890—16.09.1948), СССР-ҙың хәрби эшмәкәре. Беренсе донъя, Рәсәйҙәге Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, вице-адмирал (1941). Ленин, дүрт Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Ушаков, I дәрәжә Нахимов һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Назарғәлиев Мөхтәр Бәхтиғәни улы (1930—27.05.1990), СССР нефтсеһе, Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот районындағы нефть ятҡылығын асыусы һәм ошо исемдәге Ләнтор ҡалаһына нигеҙ һалыусы. «Почёт Билдәһе» ордены (1986) кавалеры, СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы.
тулы исемлек
- Садиҡова Зида Рәшит ҡыҙы (1935), тел белгесе-ғалим. 1960—2003 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Ҡазан филиалы Тел, әҙәбиәт һәм тарих институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1990 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Филология фәндәре кандидаты (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Нәсибаш ауылынан.
- Йосопов Рәйес Йыһанур улы (1950), хужалыҡ эшмәкәре. Өфөләге «Молния» ғилми-производство предприятиеһының генераль директор урынбаҫары – автоматик системалар буйынса баш конструкторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Яҡшығолов Сафуан Суфиян улы (1871–07.1931), мәғрифәтсе-шағир, дин әһеле, уҡытыусы. 1904—1905 йылдарҙағы 1904—1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнашыусы.
- Закирйәнов Кәбир Закирйән улы (1931), ғалим-тел белгесе һәм педагог-методист. 1960 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1980—1996 йылдарҙа хәҙерге рус тел ғилеме кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы, педагогия фәндәре докторы (1979), профессор (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2007), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы (1973), СССР-ҙың юғары мәктәп (1977), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1997).
тулы исемлек
- Хөсәйенов Йәүҙәт Бәхтейәр улы (1931—30.11.2012), журналист, матбуғат эшмәкәре. 1958—1965 йылдарҙа «Комсомольская правда» гәзитенең, 1965 йылдың июленән — Советтар Союзы Телеграф агентлығы – ТАСС-тың Башҡорт АССР-ы буйынса үҙ хәбәрсеһе; 1968—2000 йылдарҙа «Вечерняя Уфа» гәзите мөхәррире. 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1970). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Моҡатанов Әсхәт Хәтмулла улы (1936—3.08.2010), ғалим-тупраҡ белгесе. 1965 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Биология институты ғилми хеҙмәткәре, 1978 йылдан — өлкән, 1986 йылдан — төп, 1993—2010 йылдарҙа баш ғилми хеҙмәткәр. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1999). Биология фәндәре докторы (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1996), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2001).
- Йәнекәева Светлана Әхмәт ҡыҙы (1946), ғалим-аллерголог-иммунолог. 1971 йылдан «Иммунопрепарат» предприятиеһы хеҙмәткәре, 1980 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр 1981—1997 йылдарҙа лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 1987—1994 йылдарҙа ҡан препараттары цехы начальнигы. 2002—2004 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре докторы (1991), профессор (1996). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1986), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1981). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән.
- Токарев Валентин Дмитриевич (1946), ғалим-химик-технолог, хеҙмәт ветераны. 1969—2014 йылдарҙа «Салауатбыяла» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1973 йылдан табаҡлы быяла етештереү цехы начальнигы, 1983 йылдан — берекмәнең баш инженер урынбаҫары, 1984 йылдан — баш инженеры, 1997 йылдан йәмғиәттең генераль, 2010 йылдан — башҡарма директоры. Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр докторы (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (2006) һәм Рәсәйҙең почётлы (2001) төҙөүсеһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Ставрополь крайының федераль әһәмиәттәге курорттар төбәге Минераль Һыуҙар составындағы Георгиевск ҡалаһынан.
- Хәбибрахманова Людмила Ивановна (1951), рәссам, хеҙмәт ветераны. 2005 йылдан Рәсәй Дизайнерҙар союзы ағзаһы. 1978 йылдан Өфө предприятиелары рәссамы,1980 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Беларусь Республикаһының Брест өлкәһе Барановичи ҡалаһынан.
- Ниғәмәтйәнова Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы (ижади псевдонимы З. Әйле; 1971), журналист. 2010 йылдан «Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе, бүлек мөдире. 2003 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы. 2015 йылдан Башҡорт Википедияһы ирекмәне. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2018).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Кәлимуллин Барый Ғибәт улы (1907—21.07.1989), ғалим-архитектор, йәмәғәтсе. 1965 йылдан Ҡазан инженер-төҙөлөш институтының архитектура кафедраһы мөдире, 1971—1987 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1984 йылға тиклем архитектура кафедраһы мөдире. СССР-ҙың Төҙөлөш һәм архитектура академияһының мөхбир ағзаһы (1957), сәнғәт фәндәре докторы (1976), профессор (1976). РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы (1976), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1947). 1935 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы, Башҡортостан Архитекторҙар союзын ойоштороусыларҙың береһе, 1936—1937 һәм 1944—1965 йылдарҙағы уның идара рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).
- Ғүмәров Исхаҡ Идрис улы (1912—6.05.1993), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, уҡсылар полкы командиры (1945), подполковник (1943). Берлин операцияһында һәм Германия империяһы канцелярияһын баҫып алыуҙа ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Байраҡ (1945), 1-се (1944) һәм 2-се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1942) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Тихонов Григорий Матвеевич (1912—13.02.1944), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ҡылыссылар эскадроны командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Сәләхетдинова Зәйнәб Минәхмәт ҡыҙы (1927—5.05.2016), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1966—1985 йылдарҙа Шаран районы «Правда» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. Ленин һәм Октябрь Революцияһы ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының (1982) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе, райондың беренсе почётлы гражданы (1997). Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһе Ҡамышлы районының Иҫке Йәрмәк ауылынан.
- Шәйхисламов Фәйзулла Ғөбәйҙулла улы (1947—8.07.2008), эске эштәр һәм һалым полицияһы органдары хеҙмәткәре, һалым полицияһы подполковнигы (1993), йәмәғәтсе. 1976 йылдан Баймаҡ һәм Хәйбулла районы
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Пстыго Иван Иванович (1918—23.02.2009), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, лётчик, авиация маршалы (1975). СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби лётчигы (1967), Советтар Союзы Геройы (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Сухополь ауылынан.
- Ситдиҡов Мәсәлим Садиҡ улы (1923—12.11.1986), комсомол һәм урындағы башҡарма орган хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1961 йылдан Туймазы район советы, 1965—1983 йылдарҙа — Туймазы ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Ҡаланың почётлы гражданы (1990, үлгәндән һуң). Сығышы менән Иҫке Туймазы ауылынан.
тулы исемлек
- Арыҫланов Айрат Гәрәй улы (1928—23.04.2010), актёр, нәфис һүҙ оҫтаһы, диктор. 1956 йылдан Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры артисы, 1960 йылдан телевидение дикторы, 1967 йылдан Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһы артисы, 1991 йылдан филармонияның халыҡ коллективтары бүлеге режиссеры. РСФСР-ҙың (1981) һәм Татар АССР-ының (1974) халыҡ артисы. ТАССР-ҙың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1969). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Ахун ауылынан.
- Ғайса Хөсәйенов (1928), ғалим-әҙәбиәт белгесе, прозаик. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), филология фәндәре докторы (1971), профессор (1972). Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2008), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1980). Башҡорт АССР-ының (1976) һәм Рәсәй Федерацияһының (1992) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм Почёт (1999) ордендары кавалеры. Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы.
- Филиди Георгий Николаевич (1933), ғалим-инженер. 1991 йылдан Октябрьский ҡалаһындағы «ЭРГИС» фәнни-производство фирмаһы директоры. Техник фәндәр докторы (2001). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе. Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Солтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы (1938), педагог, дирижёр, йырсы, үҙешмәкәр композитор. 1962 йылдан Мәсәғүт педагогия училищеһының музыка уҡытыусыһы, 1973 йылдан Ишембай ҡалаһы музыка мәктәбенең балалар хоры, 1975—1993 йылдарҙа — С. М. Киров исемендәге мәҙәниәт һарайының академик халыҡ хоры етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1980) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013). Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының почётлы гражданы (2008).
- Хәлилов Нуритдин Ғөбәйт улы (1948—10.10.2002), зоотехник, ауыл хужалығы, муниципаль һәм совет органдары хеҙмәткәре. 1973 йылдан Әбйәлил районы Калинин исемендәге колхоздың баш зоотехнигы, 1979 йылдан — рәйесе; 1985 йылдан «Заветы Ильича» колхозы рәйесе; 1995 йылдан район хакимиәте башлығы, район советы рәйесе; 1999—2002 йылдарҙа ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө буйынса район комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1987), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1999), «Почёт Билдәһе» (1982) һәм Дуҫлыҡ ордендары кавалеры, Әбйәлил районының почётлы гражданы (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ҡолсора ауылынан.
- Әхтәмов Фәйзрахман Тәфтизән улы (1948), водитель. 1995—2011 йылдарҙа Әбйәлил торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы водителе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән ошо райондың Дауыт ауылынан.
- Ғәйнетдинов Тимерғәли Миңлеғәли улы (1953), табип. Ишембай районы Петровский участка дауаханаһы терапевы, баш табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1996). Сығышы менән ошо райондан.
- Денисов Владимир Владимирович (1953), журналист, шағир, тәржемәсе һәм йәмәғәтсе. 1997—1999 һәм 2011—2013 йылдарҙа «Истоки» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, 1999—2010 йылдарҙа «Нефть Башкортостана» гәзите мөхәррире. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2008—2011 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының урыҫ һәм урыҫ телле яҙыусылар берекмәһе рәйесе. Фәтих Кәрим исемендәге (2004) һәм Степан Злобин исемендәге (2008) әҙәби премиялар лауреаты.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Яҡупов Рәшит Ғайса улы (1929—?), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1953—1990 йылдарҙа Кушнаренко районының Ильич исемендәге колхоз механизаторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Туҡмаҡлы ауылынан.
- Положенцева Анастасия Алексеевна (1934), төҙөүсе. 1955—1989 йылдарҙа Күмертауҙағы «Башкируглеразрезстрой» тресы эшсеһе, операторы һәм моторисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1983). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районының элекке Явал утарынан.
тулы исемлек
- Дементьев Евгений Павлович (1939—27.02.2021), ветеринар врач-ғалим. 1969 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1994—2009 йылдарҙа зоогигиена, эпизоотология һәм ветеринария-санитария экспертизаһы кафедраһы мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ветеринар врачы (1980), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000).
- Хәйруллин Наил Ғиндулла улы (1939—19.09.2011), иҡтисадсы-ғалим. 1990—2007 йылдарҙа Ҡазан финанс‑иҡтисад институты ректоры. Иҡисад фәндәре кандидаты (1974), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006) һәм почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1991). Дуҫлыҡ ордены (1999) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Тәпәреш ауылынан.
- Чернова Надежда Алексеевна (1939—2019), табип. Мәләүез район үҙәк дауаханаһының элекке педиатры, бүлек мөдире, баш табип урынбаҫары. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
- Кәримова Лилиә Ҡаҙим ҡыҙы (1954), гигиенист-ғалим, эпидемиолог. 2004—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Фәхретдинов Фәнил Инсап улы (1954), агроном, ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2001 йылдан «Башҡортостан» машина-технологик станцияһының Миәкә филиалы директоры, 2006 йылдан «Үҙәк» (элекке «Башҡортостан») машина-технологик станцияһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәйҙең (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2004), Рәсәй агросәнәғәт комплексының почётлы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Әнәс ауылынан.
- Щемелинина Фәнзилә Фәнзил ҡыҙы (1964), тренер-уҡытыусы. Өфө ҡалаһының 34-се спорт мәктәбенең директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районынан.
- Йәнтурина Нэлли Хатмулла ҡыҙы (1964), гематолог-ғалим. Өфөләге 13-сө ҡала клиник дауаханаһының гематология бүлеге мөдире. Медицина фәндәре докторы (2016). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005).
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1755: Самуэль Ганеман, Германия табибы, традицион медицинаға альтернатив булған гомеопатияға нигеҙ һалыусы.
- 1810: Бенджамин Генри Дэй, АҠШ журналисы, «Нью-Йорк Сан» гәзитен башлап сығарусы.
тулы исемлек
- 1865: Джек Майнер, Канада натуралисы, орнитолог, ҡоштарҙы өйрәнеүсе фонд асыусы.
- 1895: Всеволод Рождественский, Рәсәй империяһы һәм СССР шағиры, тәржемәсе, хәрби хәбәрсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1910: Евгений Фёдоров, СССР ғалимы, геофизик, академик, Советтар Союзы Геройы (1938).
- 1930: Клод Боллинг, Франция музыканты, композитор һәм актёр.
- 1940: Әмирйән Гәрәев, СССР-ҙың хәрби табибы, генерал-майор, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы.
- 1940: Данияр Мөштәри, СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-математигы, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000).
- 1980: Александр Ерёменко, Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы, ике тапҡыр донъя чемпионы.
- 1994: Рәүеф Мортазин, композитор, башҡорт музыкаһында симфония жанрына нигеҙ һалыусы.
- 1974: Сосланбәк Тавасиев, скульптор, Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәленең авторы.
тулы исемлек
- 1991: Юмжагийн Цэдэнбал, Монголия Халыҡ Республикаһының сәйәси эшмәкәре.