Биологик ҡорал

дошманға һөжүм итеү өсөн бөжәктәрҙе ҡулланған энтомологик ҡорал

Биологи́к ҡорал — патоген микроорганизмдар йәки уларҙың саң-һеркәләре, вирустар, кешеләрҙе һәм хайуандарҙы зарарлаусы һәм ҡаршы яҡтың тере көсөн һәм халҡын, ауыл хужалығы малдарын, сәсеүлектәрҙе, аҙыҡ-түлекте һәм һыу сығанаҡтарын күпләп зарарлау, шулай уҡ хәрби кәрәк-яраҡты һәм хәрбиҙәргә кәрәкле ҡорамал һәм хәрби материалдарҙы эшлектән сығарыу өсөн тәғәйенләнгән бактериаль токсиндар. Күпләп зарарларға һәләтле ҡорал һәм 1925 йылдан Женева протоколына ярашлы тыйылған[1].

Биологик ҡорал
 Биологик ҡорал Викимилектә
Биологик хәүефтең халыҡ-ара символы

Биологик ҡоралдың зарарландырыусы көсө иң тәүге сиратта патоген микроорганизмдарҙың ауырыу тыуҙырыусы үҙенсәлектәренә һәм уларҙың йәшәү эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ағыулы матдәләрҙе файҙаланыуға нигеҙләнә[2].

Биологик ҡорал һуғыш кәрәк-яраҡтары булараҡ ҡулланыла, уны әҙерләү өсөн эпидемияларға әйләнергә һәләтле йоғошло сирҙәрҙе ҡуҙғыта алған бактериялар һәм вирустарҙың ҡайһы бер төрҙәре файҙаланыла. Был төр ҡоралдың тәғәйенләнеше — кешеләрҙе, ауыл хужалығы үҫентеләрен һәм малдарын зарарлау, шулай уҡ аҙыҡ-түлеккә һәм һыу сығанаҡтарына зыян килтереү.

Биологик ҡорал төрҙәре — дошманға һөжүм итеү өсөн бөжәктәрҙе ҡулланған энтомологик ҡорал һәм кешеләрҙе расаһына, этник, енес йәки икенсе төрлө генетик бәйлелек сифаты буйынса һайлап ҡына зарарлау өсөн ҡулланылған генетик ҡорал.

Бактериаль һәм вирус сараларын ҡулланыу алымдары

үҙгәртергә

Ҡәғиҙә булараҡ, түбәндәгеләр биологик ҡоралды ҡулланыу алымдары булып тора:

  • ракеталарҙың боевой частары;
  • авиация бомбалары;
  • артиллерия миналары һәм снарядтары;
  • самолёттарҙан ташланған пакеттар (тоҡтар, ҡаптар, контейнерҙар);
  • самолёттарҙан бөжәктәрҙе һиптереүсе махсус аппараттар;
  • диверсион алымдар.

Ҡайһы бер осраҡта дошман сигенгән саҡта йоғошло сирҙәрҙе таратыу өсөн зарарланған көндәлек тормош әйберҙәрен: кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, тәмәке һәм башҡаларҙы ҡалдырып китеүе ихтимал. Зарарланған әйберҙе тотоу, ашау һөҙөмтәһендә сир йоҡторорға мөмкин. Шулай уҡ сигенгәндәрендә дошман ҡаршы яҡтың ғәскәрен һәм халыҡты зарарлау сығанағы булһын өсөн йоғошло ауырыу менән сирлеләүселәрҙе лә ҡалдырып китеүе ихтимал. Бактериаль рецептура тултырылған ҡорал шартлағанда ваҡ ғына тамсыларҙан йәки ҡаты матдәләрҙән торған бактериаль болот хасил була. Ел менән төрлө яҡҡа ҡыуылған болот ергә зарарлы матдәләрен һибеп бара, шулай итеп зарарланған участка барлыҡҡа килә. Уның майҙаны рецептураның ауырлығына, сифатына һәм елдең тиҙлегенә бәйле була.

Әммә рецептуралағы сир ҡуҙғытҡыс тәбиғи үрсеү сығанағынан ситтә һәм шул экологик шарттарҙа уға ярашлы сирҙе тапшырыу механизмдарынан тыш кешеләргә сирҙе йоҡтора алмайт[2].

Ҡулланыу тарихы

үҙгәртергә

Боронғо Римдә үк үҙенсәлекле биологик ҡоралды ҡулланыу билдәле була, улар ҡалаларҙы ҡамауға алғанда крепосты һаҡлаусылар араһында эпидемия таратыу өсөн крепость диуары аша чума сиренән үлгәндәрҙең мәйетен ташлар була. Бындай сарпалар сағыштырмаса һөҙөмтә килтерә, әлбиттә, сөнки ябыҡ мөхиттә, гигиена саралары наҡыҫ булғанлыҡтан, эпидемиялар бик йәһәт тарала.

Хәҙерге заман тарихында биологик ҡоралды ҡулланыу.

  • 1346 — Европала бубон чумаһы башлана. Был «бүләкте» Йәнебәк хан ебәргән тигән фараз бар. Кафа (хәҙерге Феодосия) ҡалаһын яулап ала алмағас, ул чума сиренән вафат булған кеше мәйетен крепость диуары аша ташлата. Сирҙән ҡасҡан сауҙәгәрҙәр менән бергә Европаға чума сире лә килеп етә[3].
  • 1763 — Һуғышта бактериологик ҡорал ҡулланыу тураһында беренсе тарихи мәғлүмәт — аңлы рәүештә индеец ҡәбиләләре араһында сәсәк сирен таратыу. Америка колонизаторҙары уларҙың лагерына сәсәк сире ҡуҙғытҡыстары менән зарарланған одеялдар ебәрә: индеецтар араһында сәсәк эпидемияһы ҡуҙғый[4].
  • 1942 — Бөйөк Британия: Германия менән һуғышта түләмә сирен ҡулланыу буйынса Operation Vegetarian планы, Gruinard утрауында был төр ҡорал эшләнә һәм һынап ҡарала. Утрау түләмә сиренең саң-һеркәләре менән зарарлана, 49 йыл буйына карантинда тора, тик 1990 йылда ғына утрау сирҙән таҙартылған, тип иғлан ителә.
  • 19391945 — Япония: әҙерләү планына ярашлы 731-се Маньчжур отряды 3 мең кешегә ҡаршы сығырға тейеш була[5]. Һынау өсөн — Монголияла һәм Китайҙа һуғыш операцияларында ҡулланыла. Шулай уҡ Хабаровск, Благовещен, Уссурийск, Чита райондарында ҡулланыу тураһында пландар әҙерләнә. Алынған мәғлүмәттәр, 731-се отряд хеҙмәткәрҙәрен эҙәрлекләүҙән һаҡлауға алмашҡа, АҠШ армияһының Форт-Детрик (Мэриленд штаты) бактериологик үҙәге эшкәртмәләре нигеҙенә һалына[6]. Әммә һуғышта ҡулланыуҙың хәрби-стратегик һөҙөмтәһе бик түбән була: «Кореяла һәм Ҡытайҙа бактериологик һуғыш факттарын тикшереү буйынса Халыҡ-ара ғилми комиссия докладына» ярашлы (Пекин, 1952) 1940 йылдан 1945 йылға тиклем яһалма рәүештә таратылған түләмә сиренең ҡорбандары яҡынса 700 кеше тәшкил итә, йәғни әсирҙә ыҙаланып үлгәндәргә ҡарағанда ла аҙыраҡ булып сыға[7]. Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң, 1945 йылда, Япон империяһының биологик һуғыш алып барыуы иҫбат ителһә лә, Япония тик 2002 йылдың 27 авгусында ғына биологик һуғыш алып барыуын рәсми рәүештә таный[8].
  • Шул уҡ «Кореяла һәм Ҡытайҙа бактериологик һуғыш факттарын тикшереү буйынса Халыҡ-ара ғилми комиссия докладына» ярашлы, Корея һуғышы барышында АҠШ КНДР-ға ҡаршы бактериалогик ҡорал ҡулланған («1952 йылдың ғинуарынан мартына тиклемге арауыҡта ғына КНДР-ҙың 169 районында 804 тапҡыр бактериологик ҡорал ҡулланыла (күп осраҡта — бактериологик авиабомбалар), һөҙөмтәлә эпидемик сирҙәр ҡалҡып сыға»[9]). СССР-ҙың сит ил эштәре министры урынбаҫары Вячеслав Устинов һүҙҙәренсә, һуғыштан һуң ул, булған материалдарҙы тикшереп, американдарҙың бактериологик ҡорал ҡулланыуын раҫлап булмай, тигән һығымтаға килә[10].
  • Ҡайһы бер тикшеренеүселәрҙең фекеренсә, 1979 йылдың апрелендә Свердловскиҙа күҙәтелгән түләмә сире эпидемияһы Свердловск-19 түләмә бактериялары лабораторияһынан сығыуы ихтимал йәки американ махсус хеҙмәттәренең диверсияһы булып тора. Рәсәй микробиологы М. Супотницкий ошо фекерҙәрҙе тикшерә[11]. Советтарҙың рәсми версияһы буйынса, зарарланған һыйырҙар ите түләмә сиренең таралыуының сәбәбе булып тора. 1992 йылдың 4 апрелендә, трагедияның 13-сө йыллығында, Б. Н. Ельцин «1979 йылда Свердловск ҡалаһында түләмә ауырыуы һөҙөмтәһендә вафат булған граждандарҙың ғаиләләренә пенсия тәьминәтен яҡшыртыу тураһында» Рәсәй Федерацияһы Законына ҡул ҡуя[12], был Закон Свердловскиҙағы эпидемияны Чернобыль аварияһына тиңләй һәм ғәмәлдә хәрби бактериологтарҙың бер ниндәй ғәйепһеҙ кешеләрҙең үлемендә яуаплы булыуҙарын таный. Президент бер айҙан һуң биоҡорал етештереүсе заводтан (Свердловск-19) бактерияларҙың осраҡлы рәүештә сығарылыуын тағы ла бер тапҡыр раҫлай[13]
  • В 19611962 йылдарҙа АҠШ-тың хәҙерге япон Окинава префектураһы территорияһында дөгө сирен (пирикуляриоз риса[en]) барлыҡҡа килтереүсе патоген бәшмәктең саң-һеркәләрен һиптереү буйынса һынауҙар үткәрелә, һөҙөмтәлә «файҙалы мәғлүмәттәр йыйыуҙа өлөшләтә уңышҡа өлгәшелә».

Биологик ҡоралдан зарарланыуҙың үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Бактериаль йәки вирус сараларынан барлыҡҡа килгән сир тиҙ арала ғына беленмәй, һәр ваҡыт тип әйтерлек уның йәшерен (инкубация) осоро була, был осорҙа сир йоғоуы бөтөнләй беленмәй, зарарланған кеше һуғышырға ла һәләтле була. Ҡайһы бер сирҙәр (чума, ваба, түләмә) ауырыу кешенән һау-сәләмәт кешегә күсә ала һәм, тиҙ арала таралып, эпидемия барлыҡҡа килтерергә һәләтле. Бактериаль сараларҙың ҡулланылыуын аныҡлап һәм сир ҡуҙғытҡан бактерияның төрөн билдәләү ярайһы уҡ ауыр, сөнки микробтарҙың да, токсиндарҙың да төҫө лә, еҫе лә, тәме лә юҡ, ә уларҙың булыуы бик күп ваҡыт үткәс кенә асыҡлана. Бактериялар һәм вирустарҙың барлығын махсус лаборатор тикшеренеүҙәр үткәреү юлы менән генә асыҡлап була, бының өсөн байтаҡ ваҡыт талап ителә, шуға ла эпидемик сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса сараларҙы ваҡытында үткәреү тотҡарлана.

Бактериаль саралар

үҙгәртергә

Бактериаль сараларға сир ҡуҙғытыусы бактериялар һәм улар эшләп сығарған токсиндар ҡарай. Биологик ҡорал өсөн түбәндәге сирҙәрҙең ҡуҙғытҡыстары файҙаланыуы ихтимал:

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. Protocol for the Prohibition of the Use of Asphyxiating, Poisonous or Other Gases, and of Bacteriological Methods of Warfare. Geneva, 17 June 1925 (инг.)
  2. 2,0 2,1 Михаил Супотницкий Живая смерть // Популярная механика. — 2018. — № 1. — С. 74—77.
  3. Школьник Ю. К. История России (Полная энциклопедия)
  4. BBC — History — Silent Weapon: Smallpox and Biological Warfare. Дата обращения: 2 ғинуар 2008. Архивировано 25 август 2011 года.
  5. Моримура С. Кухня дьявола. — М.: Прогресс, 1983., Часть первая
  6. Моримура С. Кухня дьявола. — М.: Прогресс, 1983.
  7. Чума от дьявола (Китай 1933—1945)
  8. Japan guilty of germ warfare against thousands of Chinese
  9. 50 лет с начала Корейской войны // «Зарубежное военное обозрение», № 6 (639), 2000. стр. 62-63
  10. Евгений Жирнов. Зараза липового типа Коммерсантъ-Власть, 13 ноября 2001
  11. Биологическая диверсия на Урале
  12. Закон РФ от 4 апреля 1992 г. N 2667-I «Об улучшении пенсионного обеспечения семей граждан, умерших вследствие заболевания сибирской язвой в городе Свердловске в 1979 году»/
  13. Интервью Б. Н. Ельцина газете Комсомольская правда от 27 мая 1992 г.

Һылтанмалар

үҙгәртергә