Тихонов Григорий Матвеевич
Тихонов Григорий Матвеевич (10 апрель 1912 йыл — 13 февраль 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 62-се гвардия кавалерия полкының 3-сө ҡылыссылар эскадроны командиры. Гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
Тихонов Григорий Матвеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 10 апрель 1912 |
Тыуған урыны | Кокчетавская область[d] |
Вафат булған көнө | 13 февраль 1944 (31 йәш) |
Ерләнгән урыны | Мозырь[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәГригорий Матвеевич Тихонов 1912 йылдың 10 апрелендә Ҡаҙағстанлың Кокшетау өлкәһе Князево ауылында (хәҙер Аҡмолла өлкәһе, Рузаев районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса урыҫ. 1940 йылдан — ВКП(б) ағзаһы. 7 класс тамамлай. Көньяҡ-Урал тимер юлында паровоз машинисы булып эшләй.
Ҡыҙыл Армияла 1934—1938 йылдарҙа һәм 1940 йылда хеҙмәт итә. 1939—1940 йылдарҙа Совет-фин һуғышында ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында — 1941 йылдың июненән алып. 1942 йылда кесе лейтенанттар курсын тамамлай.
62-се гвардия кавалерия полкы 3-сө ҡылыссылар эскадроны командиры гвардия лейтенанты Григорий Тихонов 1943 йылдың 19 сентябрендә Снов йылғаһы аша сыға, Украиналағы Чернигов өлкәһе Клочково ауылына һөжүм итә, ҡырҡлаған дошман һалдатын ҡыра.
21 сентябрҙә ҡурҡыу белмәҫ офицер-кавалерист үҙенең эскадроны менән «1 Май» совхозына бәреп инә, бында йөҙгә яҡын немец һалдаттары һәм офицерҙары юҡ ителә һәм яралана. Ивашовка ауылы янында Лейтенант Тихоновтың 3-сө эскадронына алты дошман танкы һәм пехотаһы һөжүм итә. Гвардия кавалеристары дошман атакаһын кире ҡаға.
1943 йылдың 28 сентябрендә гвардия лейтенанты Григорий Тихонов Нивки ауылы тирәһендә (Белоруссия, Гомель өлкәһе, Брагин районы) айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Уның эскадроны ҡулдан эшләнгән һалдарҙа Днепр аша сыға, унда плацдармды яулай һәм Нивки ауылына барып инә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне өсөн гвардия лейтенанты Григорий Матвеевич Тихоновҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (5920-се һанлы) тапшырыла.[1]
Герой исеме бирелгәндән һуң бер ай үткәс, 1944 йылдың 13 февралендә, алыштарҙың береһендә батырҙарса һәләк була. Белорус ҡалаһы Мозырҙә ерләнә.
Наградалары
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы
- Ленин ордены
- Александр Невский ордены
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Хәтер
үҙгәртергә- Мозырь Дан ҡурғанында Герой иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- Г. М. Тихоновтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои Советского Союза — казахстанцы / под ред. Н. Зверева. — Алма-Ата: Казахстан, 1968. — Т. 2. — 440 с. — (в 2-х томах). — 25 600 экз.
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Их подвиг будет жить в веках / под ред. А. Карыпкулова. — 1. — Фрунзе: Институт истории партии при ЦК Компартии Киргизии, 1985. — 322 с.
- Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. Уфа, 1999.
- Навечно в сердце народном. 3-е изд., доп. и испр. Минск, 1984
- Санников В. В., Семенков В. Н. Герои Советского Союза — киргизстанцы. Фрунзе, 1963.
Һылтанмалар
үҙгәртергәГригорий Матвеевич Тихонов . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 8 июнь 2014.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.