Гематология
Гематология (гемо һәм логия) — ҡан һәм ҡан барлыҡҡа килтереүсе ағзалар тураһындағы фән. Морфологик (ҡан барлыҡҡа килтереүсе ағзаларҙың һәм ҡандың формалы элементтарының төҙөлөшөн өйрәнә), серологик (плазма һәм ҡан һүле үҙенсәлектәрен) һәм клиник (ҡан системаһы ауырыуҙарының этиологияһын, патогенезын, клиникаһын, диагностикаһын һәм дауалауҙы) бүлеп ҡарала.