Ушаков орденыБөйөк Ватан һуғышы осоронда булдырылған совет флоты наградаһы.

Ушаков ордены
Нигеҙләү датаһы 3 март 1944
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Фёдор Фёдорович Ушаков[d]
Дәүләт  СССР
Юғарыраҡ дәрәжә Суворов ордены
Түбәнерәк дәрәжә Кутузов ордены
Барлыҡҡа килеү урыны Мәскәү
Нигеҙендәге текст Указ Президиума ВС СССР от 3.03.1944 об учреждении военных орденов: ордена Ушакова I и II степени и ордена Нахимова I и II степени[d]
Изображение орденской планки
Лауреаттар категорияһы Категория:Ушаков ордены кавалерҙары
 Ушаков ордены Викимилектә

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 3 мартындағы I һәм II дәрәжә Ушаков һәм I һәм II дәрәжә Нахимов хәрби ордендарын булдырыу тураһындағы указы менән бер үк ваҡытта Хәрби-Диңгеҙ Флоты офицерҙарын бүләкләү өсөн булдырыла. Ушаков ордены Нахимов орденынан өҫтөнлөклө булыуы билдәләнә һәм флотоводсы Ушаков ордены — полководсы Суворов орденына, флотоводсы Нахимов ордены полководсы Кутузов орденынына тап килтерелә.

Орден архитектор М. Шепилевский проекты буйынса башҡарыла[1].

I дәрәжә Ушаков ордены менән бүләкләү 1944 йылдың 16 майынан алып башҡарыла: Ҡара диңгеҙ флоты контр-адмиралы П. И. Болтунов һәм Ҡара диңгеҙ флоты авиацияһы командующийы авиация генерал-лейтенанты В. В. Ермаченков лайыҡ булалар. Әммә 1-се һанлы орден билдәһе Ҡыҙыл Байраҡ Балтия флоты вице-адмиралы В. Ф. Трибуцҡа тапшырыла (1944 йылдың 22 июле).

Һуғыш йылдарында I дәрәжә Ушаков ордены менән барлығы 22 кеше бүләкләнә, шуларҙың 8-е — ике тапҡыр: Н. Г. Кузнецов, И. С. Исаков, Ф. С. Октябрьский, В Ф. Трибуц, шулай уҡ адмирал ВМФ наркомы урынбаҫарҙары Л. М. Галлер һәм Г. И. Левченко, авиация флоты командующийы авиация маршалы С. Ф. Жаворонков һәм Төньяҡ флоты командующийы адмирал А. Г. Головко. Бынан тыш, I дәрәжә Ушаков орденына ВМФ-тың 10 берләшмәһе һәм часы лайыҡ була.

II дәрәжә Ушаков ордены менән Төньяҡ флотының 14 офицеры 1944 йылдың 10 апрелендәге указына ярашлы бүләкләнә (һыу аҫты карабы төркөмө, командиры капитан И. А. Колышкин) . 1-се һанлы II дәрәжә орден билдәһенә Кронштадт диңгеҙ обораналау районы командующийы контр-адмирал Ю. Ф. Ралль лайыҡ була (Ф. Ф. Ушаковтың алыҫ туғаны). Ошо уҡ орден менән Ҡара диңгеҙ флоты офицеерҙар төркөмө бүләкләнә — Ҡырымды азат иткән өсөн (1944 йылдың 16 майы).

II дәрәжә Ушаков ордены менән Хәрби-Диңгеҙ Флоты офицерҙары бүләкләнә:

1968 йылда Ушаков орденын һуңғы тапҡыр тапшыралар: Хәрби-диңгеҙ академияһы бүләкләнә. Барлығы I дәрәжә Ушаков ордены 47 тапҡыр тапшырыла, шул иҫәптән 11 тапҡыр — икеләтә. II дәрәжә ордены менән 194 тапҡыр бүләкләү үткәрелә. Был һандарға ВМФ частары һәм берләшмәләре лә индерелгән.

Орден Рәсәй Федерацияһының Дәүләт наградалары системаһында һаҡлап ҡалдырылған (Рәсәй Федерацияһының Юғары Советы Президиумының 1992 йылдың 20 мартындағы 2557-I-се һанлы Ҡарары), шул уҡ ваҡытта раҫланған статуты һәм тасуирламаһы булмай. Ордендың статуты һәм тасуирламаһы Рәсәй федерацияһы Президентының 2010 йылдың 7 сентбярендәге 1099-сы һанлы Указы менән раҫлана.

 
СССР маркаһы, 1945 йыл

I дәрәжә Ушаков ордены менән Хәрби-Диңгеҙ Флоты офицерҙары бүләкләнә:

Ордендың статуты

үҙгәртергә

Ушаков ордены менән әүҙем диңгеҙ операцияларын әҙерләүҙә, үткәреүҙә һәм тәьмин итеүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн Хәрби-Диңгеҙ Флоты офицерҙары бүләкләнә.

Ушаков ордены менән СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы башҡарыла. Ушаков ордены ике дәрәжәнән тора: I һәм II дәрәжә. Ордендың юғары дәрәжәһе — I дәрәжә.

  • Диңгеҙҙә һәм яр буйында дошманға ҡаршы үткәрелгән операцияларҙы яҡшы ойошторған һәм үткәргән өсөн, ҡапыл һәм ҡыйыу һөжүм итеү һөҙөмтәһендә дошман флоты көстәрен йәки уның яр буйы базаларын һәм нығытмаларын тар-мар итеүҙәге уңыштары өсөн;
  • Дошман хәрби караптарын һәм транспортының байтаҡ һанын һәләкәткә килтергән дошман коммуникацияларындағы бик яҡшы ойошторолған һәм уңышлы тамамланған диңгеҙ операцияһы өсөне;
  • Һан яғынан өҫтөнлөклө булған дошманды тар-мар итеү һәм бер үк ваҡытта үҙ көстәренең һуғышҡа һәләтлелеген һаҡлап алып ҡалған һәм тулыһынса алдына ҡуйылған бурысты үтәү һөҙөмтәһендә операция һәм алыш менән етәкселектә күрһәткән инициатива һәм тәүәккәллек өсөн;
  • Оҫта һәм йәшерен ойошторолған һәм үткәрелгән эре десант операцияһын үткәргән һәм уның һөҙөмтәһендә дошман яр буйында төп бурысын үтәгән өсөн.
  • Дошмандың байтаҡ көстәрен тарүмар итеүәг килтергән һан яғынан өҫтөнлөклө дошман менән диңгеҙ алышында уңылды ғәмәлдәре һәм бик яҡшы етәкселек итеү өсөн;
  • Дошмандың яр буйы объекттары һәм базалары буйынса һөжүм итеү һөҙөмтәһендә дошман саралары һәм эре көстәре тар-мар итеүҙә оҫта, ҡыҙыу һәм ҡыйыу ғәмәлдәре өсөн;
  • Көслө оҙатыуға һәм һан яғынан өҫтөнлөклө булыуына ҡарамаҫтан ҡиммәтле дошман караптарын һәм транспортын ҡыйратҡанда дошман коммуникацияларында уңышлы һәм тәүәккәл ғәмәлдәре өсөн;
  • Эре десант операцияһында ҡатнашҡан флоткөстәренең часы менән етәкселек итекән һәм өлгөлө ойошторған өсөн йәки тактик десантты төшөргән саҡта яҡшы ойошторолған һәм уңышлы үткәргән операция өсөн;
  • Дошмандың байтаҡ көстәрен тар-мар ите-гә килтергән хәрби заданиены уңышлы башҡарған өсөн;
  • Ҙур хәрби уңыштарға килтергән операцияларҙы тәьмин итеүҙә яҡшы етәкселек өсөн.

I һәм II дәрәжәләр Ушаков ордены күкрәтктең уң яғында, Суворов орденының тейешле дәрәжәләренән һуң йөрөтөлә.

Орден үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Орден билдәһе өс өлөштән тора. Беренсе өлөшө — төп өлөшөндә платинанан эшләнгән биш осло штрал йондоҙо. Икенсе өлөшөндә — төп платина өлөшөнә дүрт урындан беркетелгән сылбырлы көмөш якорь. Өсөнсө өлөшө — Ушаков барельефы менән түңәрәк алтын медальон, медальон зәңгәр эмаль менән ҡапланған. Медапльон көмөш якоргә ике урындан беркетелә. Дүртенсе өлөшө итеп түңәркләтелгән баҫтыры ҡуйыла торған гайка һанап була, уның диаметры — 33 мм.

Платин йондоҙо реверсында йоморо тишек бар. Тишек аша көмөш өлөштөң эске ерелеге күренә (сынйырлы якорь). Тишек тотош асылмаған, уны өс платина таяҡсылары бүлә (цифербалат буйынса 12, 4, 6 сәғәттә тора), улар тишектең уртаһында, көмөш һырлы штифт янында, тоташалар һәм тишгекте өс береш сегментҡа бүләләр.

Реверста алты заклепка. Түңәрәк тишек ситтәренән дүрт заклепка эшләнгән, улар көмөш сынйырлы якорҙе тотоп торалар. тағы ла ике заклепка үҙәктәге алтын медальонды тотоп торалар. Беренсеһе һырлы штифттың өҫтәндә урынлашҡан, үрге платин таяҡсыла (12 сәғәттә). Икенсеһе һырлы штифт аҫтында урынлашҡан (6 сәғәттә).

Реверстағы «МОНЕТНЫЙ ДВОР» келәймәһе штампланған хәрефтәре менән бер юлға яҙылған һәм платин йондоҙоноң үрге нуры төбөндә горизонталь рәүештә ята. Ордендың номеры реверста ҡулдан эшләнә һәм платин йондоҙҙоң уң яҡтағы аҫҡы нуры диагональ буйынса аҫтан өҫкә урынлашҡан (5 сәғәттә).

Ордендың билдәле минималь һаны — 3, максималь — 29.

Икенсе дәрәжә ордены беренсе дәрәжә орденының размерына, конструкцияһына, һүрәтенә тап килә тиерлек, эшләү материалы менән генә айырыла. Штрал йондоҙо алтындан эшләнә. Үҙәк түңәрәктәге эмаль — күк төҫтә. Беренсе дәрәжә орденынан айырмалы рәүештә Ушаков барельефы өҫтөндәге ураҡ менән сүкештең лавр-имән ботаҡтары юҡ. Аҡса һуғыу йорто келәймәһе һәм реверстағы серия номеры беренсе дәрәжә ордены менән береш эшләнгән.

Заклепкаларҙың урынлашыуынан икенсе дәрәжә орденының ике вариантын билдәләп була. Ике вариант өсөн минималь номер — 4, максималь — 485.

Рәсәй Федерацияһындағы орден

үҙгәртергә

Орден Рәсәй Федерацияһы Юғары Советының 1992 йылдың 20 мартындағы 2557-I-се һанлы Ҡарарына ярашлы Рәсәй Федерацияһы дәүләт наградалары системаһында һаҡлап ҡалдырылған, әммә уның раҫланған статуты һәм рәсми тасуирламаһы булмай.

Ордендың статуты һәм тасуирламаһы Рәсәй Федерацияһы Юғары Советының 2010 йылдың 7 сентябрендәге 1099-сы һанлы Указына ярашлы раҫлана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Балязин В. Н. За подвиг ратный и трудовой. — М: Просвещение, 1987. — С. 163.
  • Дуров В. А. Русские и советские боевые награды. Государственный ордена Ленина исторический музей. — М.: Внешторгиздат, 1990. — С. 53—60.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 37—38.
  • Малинкин А. Н. Символика орденов СССР. Исследование по социологии награды. — М.: Фонд «Новое тысячелетие», 2005. — 136 с. — ISBN 5-86947-958-7.
  • Потрашков С. В. Награды СССР, России и Украины. — Белгород: Клуб семейного досуга, 2011. — С. 143—146. — ISBN 978-5-9910-1393-2.
  • Потрашков С. В., Лившиц И. И. Награды Второй мировой войны. — М.: Эксмо, 2008. — С. 179—180. — ISBN 978-5-699-29296-7.
  • Смыслов О. С. Награды Великой Победы. — М.: Вече, 2010. — С. 169—172. — (История наград). — ISBN 978-5-9533-4637-5.
  • Суржик Д. В. Награды Второй мировой войны. — М.: ОЛМА Медиа Групп, 2011. — С. 68—71. — ISBN 978-5-373-03798-3.
  • Ушакова орден // Советская энциклопедия истории Украины: в 4-х томах = Радянська енциклопедія історії України (укр.) / Відп. ред. А. Д. Скаба. — К.: Гол. редакція УРЕ, 1972. — Т. 4. — С. 374.
  • Царёва Т. Б. Все награды Второй мировой войны. Ордена, медали и нагрудные знаки. — Ростов н/Д: Владис, 2010. — С. 64—66. — (Историческая библиотека). — ISBN 978-5-9567-0859-0.

Һылтанмалар

үҙгәртергә