Төп менюны асырға

Арғынбаева Светлана Роберт ҡыҙы (8 ғинуар 1966 йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003).

Арғынбаева Светлана Роберт ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 8 ғинуар 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (53 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡортостан Республикаhы, Сибай
Һөнәр төрө йырсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Музыка ҡоралы вокал[d]

БиографияһыҮҙгәртергә

Светлана Роберт ҡыҙы Арғынбаева 1966 йылдың 8 ғинуарында Башҡорт АССР-ының (1992 йылдан Башкортостан Республикаһы) Сибай ҡалаһында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын (1987), Өфө дәүләт сәнғәт институтын (1993) тамамлаған. 1993 йылдан Башҡорт опера һәм балет театры солисы.

ИжадыҮҙгәртергә

Төп партиялар: Розина («Севилья цирюльнигы», Дж. Россини, дебют, 1994), З. Исмәғилевтың «Салауат Юлаев опера» операһында — Көнбикә, «Шәүрә» операһында — Яубикә, Кармен («Кармен», Ж.Бизе), һ. б. 1994—1997 йылдарҙа Озимо ҡалаһында (Италия) Опера сәнғәте академияһында, 2000 йылда Дж. Россини ис. опера академияһында (Пезаро ҡ., Италия) стажировка үтә. Репертуарында сит ил, үҙ илебеҙ композиторҙары операларынан ариялар, башҡорт халыҡ йырҙары. «Лисео» (Барселона, Испания), «Перес Гальдос» (Лас-Пальмас ҡ., Испания), «Россини» (Пезаро) театрҙарында йырлай.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

  • Башкортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995).
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003).

ҠаҙаныштарыҮҙгәртергә

Дж. Виотти ис. Халыҡ-ара башҡарыусылар конкурсы лауреаты (Верчелли ҡ., Италия, 1994), С. Я. Лемешев ис. Халыҡ-ара опера йырсылары конкурстары дипломанты (Тверь ҡ., 1992), Ф. Виньяса ис. вокалистар (Барселона ҡ., Испания, 1993), Л. Вольпи ис. опера йырсылары (Латина ҡ., Италия, 1995) конкурстарында ҡатнаша.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Сибай: энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — ISBN 978-5-88185-246-7.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә