Пичугин Юрий Александрович

Пичугин Юрий Александрович (8 ғинуар 1923 йыл — 3 февраль 2000 йыл) — СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, генерал-полковник-инженер (25.10.1979, 1984 йылдан — запаста). Ракета ҡоралдары баш идаралығы начальнигы — Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре Баш командующийының ҡоралланыу буйынса урынбаҫары (1975—1984), Ленин премияһы лауреаты (1976). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Пичугин Юрий Александрович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 8 ғинуар 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 3 февраль 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Хәрби звание генерал-полковник[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Октябрь Революцияһы ордены Александр Невский ордены «Почёт Билдәһе» ордены Ленин премияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Юрий Александрович Пичугин 1923 йылдың 8 ғинуарында Өфө ҡалаһында тыуған.

1941 йылдың июленән СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итә.

1942 йылда Смоленск артиллерия училищеһында тиҙләтелгән курс, 1953 йылда — Ф. Э. Дзержинский исемендәге Артиллерия академияһын тамамлай.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында взвод, батарея, Брянск, Үҙәк, 1-се, 2-се, 3-сө Белоруссия фронттарында артиллерия дивизионы командиры була.

Һуғыштан һуң 1953 йылдың декабренән Үҙәк дәүләт полигонында («Капустин Яр») — өлкән офицер-һынаусы, бүлек начальнигы, һынау идаралығы начальнигы урынбаҫары, полигон начальнигы урынбаҫары булып хеҙмәт итә. 1973 йылдың апреленән 1975 йылдың декабренә тиклем — Капустин Яр полигоны начальнигы.

1975 йылда Пичугин Юрий Александрович ракета ҡоралдары баш идаралығы начальнигы — Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре Баш командующийының ҡоралланыу буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре Хәрби советы ағзаһы (29.12.1975 — 16.09.1984).

1984 йылдың сентябрь айынан — запаста. Мәскәүҙә йәшәй, СССР-ҙың Дөйөм машиналар эшләү министрлығында баш белгес булып эшләй.

2000 йылдың 3 февралендә вафат була. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Ленин ордены (1984),
  • Октябрь Революцияһы ордены (1979),
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1945),
  • Александр Невский ордены (1945),
  • 1-се дәрәжә (1985) Ватан һуғышы ордены,
  • 2-се дәрәжә (1943) Ватан һуғышы ордены,
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1974),
  • ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943, 1956),
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1968),
  • миҙалдар.
  • Ленин премияһы лауреаты (1976).
  • Военный энциклопедический словарь ракетных войск стратегического назначения / Министерство обороны РФ; Гл. ред.: Сергеев Игорь Дмитриевич, Яковле Владимир Николаевич (военачальник), Соловцов Николай Евгеньевич. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1999. — 632 с. — 8500 экз. — ISBN 5-85270-315-X.. — С.367.

Һылтанмалар

үҙгәртергә