Ғәбдрәхимов Фәрит Ибраһим улы
Ғәбдрәхимов Фәрит Ибраһим улы (8 ғинуар 1933 йыл) — журналист, шағир. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982).
Биографияһы
үҙгәртергәФәрит Ибраһим улы Ғәбдрәхимов 1933 йылдың 8 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Арыҫлан ауылында тыуа.
Арыҫлан мәктәбен тамамлағас, тыуған колхозында эшләй. 1951—1955 йылдарҙа Октябрьский нефть техникумында уҡый. Унан һуң өс йыл төҙөлөштәрҙә эшләй.
1958—1963 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты студенты. Унан Бүздәк һәм Саҡмағош райондарында уҡытыусы булып эшләй. Аҙаҡ Туймазы районы гәзитенә эшкә күсә.
1969 йылдан алып 1994 йылға тиклем, йәғни хаҡлы ялға киткәнсе, «Ҡыҙыл таң» республика гәзитенең әҙәбиәт, сәнғәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире булып эшләй.
Ижады
үҙгәртергәФәрит Ғәбдрәхимовтың тәүге шиғырҙары БДУ-ла уҡыған йылдарында матбуғат битәрендә күренә башлай. Шағир үҙе нисек сабыр, итәғәтле, тыйнаҡ тәбиғәтле булһа, уның шиғри әҫәрҙәре лә шулай: ашығып-сәселеп бармайҙар. Ф. Ғәбдрәхимов башҡорт шиғриәтенә ашыҡмай ғына килеп, йылдар дауамында «Йөрәк уты», «Ерҙәге йондоҙҙар», «Анкетаға инмәгән юлдар» тигән тәүге шиғри йыйынтыҡтарынан башлап «Кисер мине», «Һинең менән мин» кеүек өлгөрөп еткән китаптарындағы шиғри әҫәрҙәрендә үҙ поэтик тауышын тапты.
Ф. Ғәбдрәхимовтың шиғырҙарын берләштерә торған төп мотив — кеше һәм тыуған ер. Шағир әҫәрҙәрендә кешенең тормоштағы, үҙ заманындағы һәм быуындар сылбырындағы урынын барлап ҡына ҡалмай, уны тормоштоң әүҙем ижадсыһы, көрәшсеһе кимәленә күтәрә.
Китаптары
үҙгәртергә- Йөрәк уты. Шиғырҙар. Өфө., 1971 й.,
- Ерҙәге йондоҙҙар. Шиғырҙар. Өфө, 1975 й.,
- Анкетаға инмәгән юлдар. Шиғырҙар һәм поэма. Өфө, 1978 й.,
- Алтын туй. Шиғырҙар һәм поэмалар. Өфө, 1982 й.,
- Күңел күҙе. Шиғырҙар, поэма. Өфө, 1985 й.,
- Ғашиҡтар — һеҙгә генә. Шиғырҙар Өфө, 1988 й.,
- Кисер мине. Шиғырҙар, поэма. Өфө, 1995 й.,
- Һинең менән мин. Шиғырҙар һәм поэма. Өфө, 2000 й.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982).
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Писатели земли башкирской. Справочник/Сост. Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина — Уфа: Китап, 2006. — с121. (рус.);
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Өфө, 1988 й., 127-се бит.