Вәлиева Финә Мансур ҡыҙы
театр актёры
Вәлиева Финә Мансур ҡыҙы (8 ғинуар 1969 йыл) — театр актёры. 1999 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2013).
Вәлиева Финә Мансур ҡыҙы | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 8 ғинуар 1969[1] (50 йәш) |
Тыуған урыны | СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Тәтешле районы, Шулған ауыл Советы, Гәрәбаш ауылы[1] |
Һөнәр төрө | театр актёры |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Уҡыу йорто | Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты |
Эш урыны | Салауат башҡорт дәүләт драма театры һәм Өфө «Нур» татар дәүләт театры |
БиографияһыҮҙгәртергә
Финә Мансур ҡыҙы Вәлиева 1969 йылдың 8 ғинуарында БАССР-ҙың Тәтешле районы Гәрәбаш ауылында тыуған.
1996 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында актёрҙар бүлеген тамамлай.
Институт тамамлағандан һуң Салауат башҡорт дәүләт драма театрында эшләй, 2003 йылдан башлап — Өфө «Нур» татар дәүләт театрында эшләй.
ҒаиләһеҮҙгәртергә
Ире Илдар — «Нур» театры режиссеры.
Спектаклдәрҙәге ролдәреҮҙгәртергә
- Әминә — «Гөлбәҙәр», Ф. Бүләков,
- Сара — «Не уходи в ночь», А. Винокуров,
- Ғәлиәбаныу — «Ғәлиәбаныу», М. Фәйзи,
- Пансионат тәрбиәләнеүсеһе — «Йырсы ҡош», Р. Н. Гюнтекин,
- Маша — «Өс ҡыҙ туғандар, Йылдар үткәс…», А. П. Чехов, Л. М. Зайкаускас сәхнәләштереүендә,
- Гөлшаян — «Страсти-мордасти», М. Әмир,
- Әсә — «Көршәксе сере», А. Кашфуллин,
- Фәниә-Фена — «Күңелдең көмөш ҡылдары» Д. Сәлихов,
- Минзилә — «Намыҫһыҙ апай», А. Иҙелбаев,
- Ямал — «Кейәү», Х. Ибраһимов,
- Нурия — «Бер көн дачала…», Э. Йәһүҙин
- Юлбикә — «Ҡатын түгел, ә шайтан», Д. Сәлихов,
- Нәғимә — «Банкрот», Ғ. Камал Хәҙис.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2003)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2013)
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 Башҡорт энциклопедияһы — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
СығанаҡтарҮҙгәртергә
- Башҡорт энциклопедияһы — Вәлиева Финә Мансур ҡыҙы (Тикшерелгән 7 ғинуар 2018)