Хәсәнов Илмир Йосоп улы
Хәсәнов Илмир Йосоп улы (8 ғинуар 1942 йыл) — ғалим-инженер-механик. 1983 йылдан хәҙерге Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы, 2004 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1994), профессор (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002).
Хәсәнов Илмир Йосоп улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 8 ғинуар 1942 (82 йәш) |
Тыуған урыны | Оло Кәркәле, Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | инженер-механик, ғалим |
Эш урыны |
Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы Күтәрем Арлан нефть ятҡылығы Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы |
Биләгән вазифаһы | кафедра мөдире[d], доцент[d] һәм научный руководитель[d] |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе | нефть продукттары[d], нефть сығарыу[d], нефть эшкәртеү[d] һәм Тирә-яҡ мөхит |
Биографияһы
үҙгәртергәИлмир Йосоп улы Хәсәнов 1942 йылдың 8 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Оло Кәркәле ауылында тыуған[1].
1966 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.
1967—1968 йылдарҙа — «Күтәрем» Арлан район нефть ҡыуыу идаралығында : өлкән механик, капиталь ремонт цехы начальнигы;
1968 йылдан Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм ташыу ғилми-техник институтында (Өфө) зшләй, 1978 йылдан — шунда уҡ лаборатория мөдире.
1980—1982 йылдарҙа Сүриәлә эшләй. 1983 йылдан Өфө нефть институтының Салауат ҡалаһы филиалында «Химик етештереү машиналары һәм приборҙары» кафедраһы доценты, 1995 йылдан «Шәрек» ғилми-производство үҙәге етәксеһе, бер үк ваҡытта 1997 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһының Стәрлетамаҡ филиалы нефть һәм газ бүлеге мөдире. 2004 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында уҡыта[2]. Илмир Йосоп улы — нефть сығарыу һәм ташыу ваҡытында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге белгес.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе : нефть һәм тирә-яҡ мөхитте таҙартыу һәм ташыу системаларын файҙаланыу һәм ремонтлау өсөн ҡорамалдар һәм технологиялар. Уйлап табыуҙарға 42 авторлыҡ таныҡлығы бар. 400-ҙән ашыу баҫма, шул иҫәптән 3 монография авторы[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Хәсәнов Илмир Йосоп улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2022)
- Академия наук Республики Башкортостан/ Хасанов Ильмер Юсупович (рус.)