Эмили Болч

Америка иҡтисадсыһы, пацифист, тыныслыҡ буйынса 1946 йылғы Нобель премияһы лауреаты

Эмили Грин Болч (ингл. Emily Greene BalchEmily Greene Balch, 8 ғинуар 1867 йыл, Бостон, Массачусетс, АҠШ — 9 ғинуар 1961) — Америка иҡтисадсыһы, пацифист, тыныслыҡ буйынса 1946 йылғы Нобель премияһы лауреаты.

Эмили Болч
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған көнө 8 ғинуар 1867({{padleft:1867|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1][2][3][…]
Тыуған урыны Джамайка плэйн[d], Бостон, Америка Ҡушма Штаттары[4]
Вафат булған көнө 9 ғинуар 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1][2][3][…] (94 йәш)
Вафат булған урыны Кембридж[d], Массачусетс, Америка Ҡушма Штаттары
Ерләнгән урыны Forest Hills Cemetery[d][5]
Атаһы Francis Vergnies Balch[d]
Бер туғандары Francis N. Balch[d]
Һөнәр төрө иҡтисадсы, уҡытыусы, университет уҡытыусыһы, социолог, профсоюз эшмәкәре, журналист, антивоенный активист, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө иҡтисад
Эш урыны Колледж Уэллсли[d]
Уҡыу йорто колледж Брин Мар[d]
Чикаго университеты[d]
Колледж Уэллсли[d]
Сәнғәт йүнәлеше пацифизм[d]
Ойошма ағзаһы Международный женский союз за мир и свободу[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Нобель тыныслыҡ премияһы
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Emily Greene Balch
 Эмили Болч Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Эмили Грин Болч абруйлы адвокат һәм педагог Фрэнсис Вернье Болч ғаиләһендә икенсе бала була. 1889 йылда Брин Мар колледжын тамамлай, шунан ике йыл Парижда Сорбоннала уҡый. Унда Францияның фәҡир ҡатламдарына булышлыҡ итеүгә арналған тикшеренеү үткәрә. АҠШ-ҡа ҡайтҡас, Чикагоның Гарвард университетында уҡыуын дауам итә. Белем алыуҙы 1896 йылда Берлин университетында тамамлай.

Ошо уҡ йылды Уэллсли колледжында уҡыта башлай, ошонда уға 1913 йылда иҡтисад һәм социология профессоры исеме бирелә. Төплө белемле уҡытыусы була, студенттарға материалды аңлайышлы итеп еткерә, шулай уҡ бай тормош тәжрибәһенә эйәлеге, энергиялы булыуы, йәберләнгәндәрҙең хәлен аңлай белеүе менән абруй яулай. Болч ҡатын-ҡыҙҙарға һайлау хоҡуғы бирелеүе, расалар тиңлеге, балалар хеҙмәтен контролдә тотоу, хеҙмәтсәндәрҙең эш хаҡын күтәреү өсөн көрәш хәрәкәттәрендә ҡатнаша. Америка Хеҙмәт федерацияһы эргәһендәге Профессиональ союздарҙың Ҡатын-ҡыҙҙар лигаһы лидеры була. 1910 йылда уның «Ватандаштарыбыҙ — славяндар» (ингл. Our Slavic Felow-CitizensOur Slavic Felow-Citizens) тигән китабы — АҠШ-тағы славян иммигранттарына арналған тикшеренеүе — нәшер ителә.

1915 йылда, Беренсе донъя һуғышы башланып бер йыл үткәс, Болч Америка делегацияһы составында Гаагалағы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар конгресында ҡатнаша. 1918—1922 йылдарҙа Халыҡ-ара тыныслыҡ һәм азатлыҡ өсөн ҡатын-ҡыҙҙар лигаһының секретарь-казначейы була. 1921 йылда Эмили Болч квакерҙар дини ойошмаһы ағзаһы була. 1926 йылда ул оккупацияланған Гаитиҙа социаль шарттарҙы тикшереү менән шөғөлләнә, Америка хөкүмәтенә ғәскәрҙәрен сығарырға һәм ерҙе төп халыҡҡа милеккә бирергә тәҡдим итә. Икенсе донъя һуғышы барғанда ул ҡасаҡтарға ярҙам итә. 1941 йылда Пёрл-Харборҙы атакалау АҠШ-тың нейтралитеты тураһында Болчтың фекерен үҙгәртә һәм ул илдең һуғышҡа ҡушылыуын яҡлап сыға. Хиросима һәм Нагасаки ҡалаларына атом бомбаһы ташлауҙан һуң ул ядро ҡоралын тыйыу өсөн сығыш яһай.

1946 йылда «тыныслыҡ хаҡына күп йыллыҡ арымаҫ-талмаҫ хеҙмәте өсөн» Эмили Грин Болч Нобелдең тыныслыҡ премияһына лайыҡ була, награданы Джон Мотт менән уртаҡлаша. 1961 йылдың 9 сентябрендә 95-се йәшендә вафат була.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Emily Greene Balch // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  2. 2,0 2,1 Emily Greene Balch // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. 3,0 3,1 Emily Greene Balch // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  4. BALCH, Emily Greeneencyclopedia.com, 2018.
  5. Find a Grave (ингл.) — 1996.

Һылтанмалар

үҙгәртергә