8 апрель
көнө
(8 апреля битенән йүнәлтелде)
8 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 98-се (кәбисә йылында 99-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 267 көн ҡала.
8 апрель | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
8 апрель Викимилектә |
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Рәсәй Федерацияһы: Аннимация көнө
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Беларусь: Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1766: АҠШ-та янғын һүндереү баҫҡысына патент алына.
- 1820: Грецияның Милос утрауында бөгөн Венера Милосская исеме менән билдәлелек алған статуя табыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Бларамберг Иван Фёдорович (1800—8.12.1878), Рәсәй империяһының хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, топограф. 1843 йылдан Ырымбур айырым корпусының обер-квартирмейстер вазифаһын башҡарыусы һәм 1845—1855 йылдарҙа обер- квартирмейстеры. 1836 йылда һәм 1841—1855 йылдарҙа — Кавказ, Төркөстан һәм Урал, 1837—1840 йылдарҙа Фарсы иле буйлап географик экспедицияларҙа ҡатнашыусы; башҡорттар, татарҙар, сыуаштар һәм башҡа халыҡтар тураһында тасуирламалар авторы. Вятка, Ҡазан һәм Ырымбур губерналарында топография һәм картаға төшөрөү эштәре етәксеһе. Генерал-лейтенант (1862). 3-сө (1846) һәм 4-се (1831) дәрәжә Изге Владимир, Аҡ Бөркөт, 2-се (1841) һәм 3-сө (1830) дәрәжә Изге Анна, 3-сө дәрәжә Изге Станислав (1833) ордендары кавалеры. Сығышы менән Германияның Майндағы Франкфурт ҡалаһынан, 1824 йылда Рәсәй подданныйлығын ҡабул итә.
тулы исемлек
- Сәлиев Рәүил Зия улы (1940), ғалим-философ, социолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1990—1993 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының Сибай филиалы директоры, 1993—2009 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре кандидаты (1981), доцент (1990). Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Түбә ауылынан.
- Шаталов Юрий Сергеевич (1940—1.09.1999), ғалим-инженер механик. 1966—1999 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983 йылдан йылылыҡ техникаһының теоретик нигеҙҙәре кафедраһы, 1987 йылдан — ғәмәли математика һәм 1991—1998 йылдарҙа математика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1981), профессор (1985). Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1992). Сығышы менән хәҙерге Бүрәт Республикаһының Баунтов эвенк районы Уакит ҡасабаһынан.
- Мельников Александр Филиппович (1960), хеҙмәт алдынғыһы. Көйөргәҙе районы «А7 Агро-РБ» йәмғиәте механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Отрада ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Барый Ноғоманов (1936—19.02.2022), журналист һәм яҙыусы. 1967—1997 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты, «Ағиҙел» журналы, Башҡортостан китап нәшриәте һәм хәҙерге «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре. 1979 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), И. Мырҙаҡаев-Балапанов (2004) һәм Фәтих Кәрим (2013) исемендәге премиялар лауреаты.
- Хәбиров Ильиз Ҡәүи улы (1951), ғалим-агроном-тупраҡ белгесе. 1973 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Биология институтының ғилми хеҙмәткәре, 1983 йылдан — өлкән, 1992 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2013 йылға тиклем тупраҡ ғилеме, ботаника һәм үҫемлектәр селекцияһы кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1992), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Ҡом ауылынан.
тулы исемлек
- Диярова Люция Миңлебай ҡыҙы (1946), хеҙмәт ветераны. 1967—2001 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы «Стәрлетамаҡ» совхозының малсылыҡ бригадиры һәм ферма мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995), райондың почётлы гражданы (2002). Сығышы менән «Стәрлетамаҡ» совхозының Үҙәк усадьбаһынан.
- Шәмиғолов Рәйес Сәлмән улы (1941), ауыл хужалығы ветераны. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Учалы районының почётлы гражданы (2012). Сығышы менән ошо райондың Ялсығол ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сәйфуллин Әбүзәр Хәкимйән улы (1927—16.09.1996), мәғариф һәм партия органдары ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәтсе. КПСС-тың Салауат район комитетының элекке бүлек мөдире. Әлкә урта мәктәбендә тыуған яҡты өйрәнеү музейын ойоштороусыларҙың береһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994). Сығышы менән ошо райондың Таймый ауылынан.
- Казанцев Маркел Максимович (1932—2004), ауыл хужалығы алдынғыһы. Баҡалы районы «Ҡыҙыл партизан» колхозының элекке механизаторы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1966). Сығышы менән ошо райондың Нуғайбәк ауылынан.
тулы исемлек
- Дегтярёв Александр Николаевич (1952), ғалим-иҡтисадсы, дәүләт эшмәкәре. 1990—2011 йылдарҙа Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы ректоры. 2014—2015 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы. 2016 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының вице-президенты, бер үк ваҡытта 2020 йылдан Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2012), иҡтисад фәндәре докторы (2002), профессор (1997). Рәсәй Федерацияһының VI саҡырылыш (2011—2016) Дәүләт думаһы һәм Башҡортостан Республикаһының өсөнсө (2003—2008) һәм дүртенсе (2008—2013) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002) һәм атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2021), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2012).
- Шапурова Асия Хисаметдин ҡыҙы (1952), муниципаль хеҙмәт ветераны. Асҡын районы халыҡҡа социаль хеҙмәт күрһәтеү бүлегенең элекке инспекторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Мостафина Светлана Анатольевна (1967), ғалим-математик. 1993 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты һәм хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2008 йылдан математика һәм информатика, 2009 йылдан — математик моделдәр әҙерләү кафедраһы мөдире, 2011 йылдан — физика-математика факультеты деканы. Физика-математика фәндәре докторы (2007), профессор. (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Әхмәҙуллин Илдус Һаҙиулла улы (1938), инженер-төҙөүсе, йәмәғәтсе, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы. 1982—1994 йылдарҙа Ҡыйғы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы начальнигы, артабан үҙәк баҙар директоры, бер нисә саҡырылыш район советының элекке депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре. Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Райондың почётлы гражданы.
- Зөлфирә Фәрхетдинова (1943), опера йырсыһы, ғалим-педагог. 1969—2004 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1999 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыкаль белем биреү кафедраһы мөдире, 2012 йылдан — уҡытыусы. 1974 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Педагогия фәндәре кандидаты (2004), профессор (2013). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2012), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2018).
тулы исемлек
- Игебаева Роза Бүребай ҡыҙы (1948), педагог. 1970—2004 йылдарҙа Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт мәктәбе уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1971—1974 йылдарҙа кластан тыш эштәрҙе ойоштороусы, 1977—1989 йылдарҙа директорҙың уҡытыу, 1990—2004 йылдарҙа — уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы (1991). Сығышы менән ошо райондың Һаҡмар Наҙарғол ауылынан.
- Крыжевский Ян Юлианович (1948), рәссам. 1975 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1976). Республика, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз ижади күргәҙмәләрендә ҡатнашыусы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Баһманова-Шведова Нурзиә Яхъя ҡыҙы (1963), спортсы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы (1992) һәм атҡаҙанған (2000) спорт мастеры. 100 километрға йүгереү буйынса донъя (1992) һәм Европа (1994, команда иҫәбендә) чемпионы.
- Мөҡминов Салауат Венер улы (1963), иҡтисадсы, ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 2013 йылдан Дүртөйлө район хакимиәте башлығы урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән ошо райондың Үткен ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ямалиев Сәлих Ямалетдин улы (1889—1.07.1938), педагог, мәғариф һәм дәүләт органы хеҙмәткәре. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1923—1930 йылдарҙа Бәләбәй педагогия техникумы директоры, 1936—1937 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф халыҡ комиссары урынбаҫары. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Арыҫланов Роберт Мөтиғулла улы (1934—12.08.2021), комсомол, партия, дәүләт һәм мәғариф органдары хеҙмәткәре. 1978–1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры урынбаҫары. Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Илһамов Марат Әҡсән улы (1934), инженер-механик-ғалим. 2001—2009 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының тотош мөхиттәр механикаһы кафедраһы мөдире. Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1998), физика-математика фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Башҡортостандың (2003) һәм Татарстандың (2012) Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары лауреаты. «Почёт Билдәһе» (1976), Дуҫлыҡ (1995) һәм Салауат Юлаев (2004) ордендары кавалеры.
- Ғүмәров Рәхмир Ильяс улы (1939—2019), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1956—2012 йылдарҙа Хәйбулла районы «Аҡъяр» совхозы малсыһы, 2-се һәм 5-се бүлексәләр идарасыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1973). Сығышы менән ошо райондың Аҡъюл ауылынан.
- Щербина Тамара Дмитриевна (1939), инженер. 1971—1999 йылдарҙа Өфө полиграфия комбинатының инженер-технологы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Мороз Галина Ивановна (1949), педиатр-табип, йәмәғәтсе. 1990—2004 йылдарҙа Стәрлетамаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының балалыҡ һәм бала табыуға ярҙам итеү хеҙмәте етәксеһе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Стәрлетамаҡтың почётлы гражданы.
- Нәҙершина Мәрйәм Усман ҡыҙы (1949), педагог. 1968 йылдан Баймаҡ һәм Әбйәлил районы мәктәптәре, 1978—2011 йылдарҙа Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Хәсәнов Салауат Рафаэль улы (1964), хирург. Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының бүлек мөдире. Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Салауат Юлаев ордены кавалеры. Сығышы менән хәрби хеҙмәткәр ғаиләһенән, хәҙерге Беларусь Республикаһында тыуған.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1795: Владимир Раевский, Рәсәй империяһы шағиры, публицист, декабрист.
- 1870: Александр Безредка, Франция микробиологы, иммунолог.
тулы исемлек
- 1875: Альберт I, 1909—1934 йылдарҙа Бельгия короле.
- 1875: Леонид Старокадомский, Рәсәй империяһы һәм СССР табибы, поляр төбәкте тикшереүсе, Төньяҡ Боҙло океандағы Төньяҡ Ер архипелагын асыусы.
- 1930: Рәшит Мәрҙиханов, СССР-ҙың театр актёры, Татарстандың халыҡ артисы (1991).
- 1935: Николай Рашеев, СССР һәм Украина кинорежиссёры, сценарист һәм актёр, Украинаның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2000).
- 1955: Александр Чивадзе, футболсы, СССР йыйылма командаһы капитаны, 1980 йылғы Олимпия уйындарының бронза призёры.
8 апрель Викимилектә | |
8 апрель Викияңылыҡтарҙа |