Ғаилә

туғандаштар төркөмө

Ғаилә — тарихи аныҡ ойошҡанлыҡҡа эйә булған, ағзалары никах йәки туғанлыҡ (һәм тәрбиәгә алған балаларға) мөнәсәбәте менән бәйле, уртаҡ көндәлек тормош, үҙ-ара әхлаҡи яуаплылыҡ һәм социаль зарурлыҡ менән йәшәгән социаль төркөм. Ғаилә йәмғиәттең халыҡ һанын арттырыу ихтыяжы шарты менән булдырыла.

Ғаилә
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған римская фамилия[d][1][2]
Ойошма етәксеһенең вазифаһы глава семьи[d]
Ҡайҙа өйрәнелә Социология семьи[d]
URL rdaregistry.info/Element…
Һештег family
Модель элементы Ротшильды[d]
Юникод диапазоны U+1F46A-1F46D
Өлөшләтә тура килә семья по выбору[d]
 Ғаилә Викимилектә
Башҡорт ғаиләһе, 2014.
(LightBash фотоһы)

Хәҙерге йәмғиәттә йәшәгән күп кеше өсөн иң мөһим тормош ҡиммәте булып ғаилә тора. Йәмғиәттең һәр ағзаһы тыуған көнөнән һуңғы көнөнә тиклем социаль статусынан, милләтенән, мөлкәтенән һәм матди хәленән тыш, ғаилә-никах хәле тураһында характеристикаға эйә. Бала өсөн ғаилә — физик, психик, эмоциональ, интеллектуаль уҫеше өсөн мөхит. Өлкән кеше өсөн ғаилә ихтыяжын ҡәнәғәтлендереү сығанағы, төрлө һәм ҡатмарлы талаптар ҡуйыусы кесе коллектив. Кешенең йәшәү циклында уның ғаиләләге статусы һәм бурысы үҙгәрә.

Ғаиләне билдәләгән аспект

үҙгәртергә
  • Социаль институт: социаль норма, иҫкәртеү, үҙ-үҙеңде тотош, хоҡуҡ һәм бурыстар менән йөкмәтелгән, ир менән ҡатындың, балалар менән ата-әсәләрҙең мөнәсәбәтен көйләүсе.
  • Иҡтисади ғаилә: дөйөм ғаилә бюджеты менән бәйле.
  • Территориаль ғаилә: бергә йәшәгән кешеләрҙе берләштерә.
  • Биологик ғаилә: балалар һәм ата-әсәләрҙән тора.

Төрлө тарихи дәүерҙә иҡтисади һәм территориаль аспект өҫтөнлөк алған. Мәҫәлән, Францияла «төнгөлөктә бер ишек артында бикләнгән кешеләр төркөмө» [3] ғаилә тип ҡаралған. Ә урыҫ земство статистикаһы йорт буйынса иҫәп үткәргәндә «даими бер өҫтәл артында, бер табаҡтан ашаған кешеләр»ҙе ғаилә тип иҫәпләгән[4].

Башҡорт ғаиләһе

үҙгәртергә

Ғаилә-өйләнешеү, туғанлыҡ, уллыҡҡа алыу йәки балаларҙы тәрбиәгә алыуҙың башҡа формалары арҡаһында барлыҡҡа килгән шәхси, мөлкәт һәм мөлкәтһеҙ хоҡуҡ һәм бурыстар менән бәйләнгән кешеләр. Ғаилә ағзалары араһындағы мөнәсәбәттәр ғаилә хоҡуғы менән көйләнә. Ғаилә — социаль сәйәсәттең төп объекттарының береһе.

Ғаилә функциялары

үҙгәртергә

Балалар табыу һәм тәрбиәләү, уртаҡ хужалыҡ алып барыу, мираҫҡа мөлкәт ҡалдырыу һ.б. Башҡорттарҙа ғаилә традицион формалары төп урынды тотҡан ярым күсмә малсылыҡ хужалыҡ-мәҙәни тибы шарттарында барлыҡҡа килгән.

Хужалыҡ итеүҙең традицион формалары

үҙгәртергә

Игенселек, Малсылыҡ һ.б., тарихи-мәҙәни традициялар менән бәйле булған. Ғаилә эсендәге мөнәсәбәттәр туғанлыҡ системаһына ярашлы ҡоролған, йола хоҡуғы нормалары, исламды ҡабул иткәндән һуң, шулай уҡ шәриғәт ярҙамында көйләнгән

Башҡорттарҙың ғаилә-никах мөнәсәбәттәре

үҙгәртергә

Егерменсе быуаттың тәүге сирегенәсә, совет осорона тиклем, быуаттар дауамында башҡорттарҙың ғаилә тормошо, милли әҙәбе юридик яҡтан да, әхлаҡи йәһәттән дә ислам дине, шәриғәт ҡанундарына буйһонған. Ғаилә Аллаһ әмере менән булдырылған илаһи бер мәктәп, милләттең иң кескәй күҙәнәге тип һаналған.

Башҡорт халҡында шәриғәт ҡанундары әхлаҡ, ғәҙәт-йола ҡағиҙәләре менән бер бөтөнлөк тәшкил иткәнлектән, уларҙы күпселек осраҡта хатта айырып алып та булмай. Бер үк ваҡытта Ислам дине ҡабул ителгәнгә тиклем үк ҡулланылған ғәҙәт ҡанундары ла (левират, сорорат һ. б.), ҡайһы саҡ шәриғәткә бик үк тап килмәүенә ҡарамаҫтан, һаҡланып килгән. Шулай уҡ Рәсәй ҡануниәтенең урыҫ, христиан дине ғаилә нормаларын индерергә тырышыуы: никахҡа инеүҙе, сабыйҙарҙы махсус кенәгәләрҙә теркәү, был хаҡта документтар биреү, йәш цензы һ.б. - ғаилә ҡороу тәртип-йолаларын бер аҙ үҙгәрткән.

Ғәмәлдә, башҡорт йәмғиәтендә үҙидара ҙур ҡеүәткә эйә булған,аҡһаҡалдар ғаилә мәсьәләләрен судҡа еткермәй, үҙ араларында хәл иткән. Улар ғөрөф-ғәҙәттәрҙең теүәл үтәлешен күҙәткән, рәсми судтарға мөрәжәғәт итеү күпселектә ер мәсьәләләренә ҡағылған [5]

Ғаилә, нигеҙҙә, бер никахлы булған, күп ҡатынлылыҡ һирәк, башлыса башҡорт общинаһының бай ҡатламдары һәм мосолман руханиҙары вәкилдәре араһында, шулай уҡ вафат булған ағаларының ҡатындарын никахлағандар араһында осраған. Салауат Юлаевтың ҡулған алынған мәлендә 3 ҡатыны булған, шуларҙың икәүһе - еңгә ҡатындар.

Ҡәрҙәш ғаилә төркөмө (5—30) ырыу бүленешен тәшкил иткән, бер ауылда 10—60 ғаилә йәшәгән. 17 быуатҡа тиклем башҡорттарҙа балалы бер нисә никахлы парҙан (3—4 быуын) торған ҙур ғаилә - ара осраған. Ғаиләнең мал-тыуары һәм йылҡы өйөрөнә ғаилә башлығы идара иткән, ғаилә парҙары - ҡушаҡтар [6] - һәм айырым ағзалары файҙаланыуында менге аттар һәм һауын малының бер өлөшө булған.

Ир менән ҡатын айырым торлаҡта (тирмә, өй йәки аласыҡ) йәшәгән, кис бөтә ғаилә, ҡағиҙә булараҡ, бер табын артына йыйылған. Ултыраҡ тормошҡа күсеү, игенселек һәм шәхси хужалыҡ үҫеү менән, никахлы парҙан һәм уларҙың өйләнмәгән балаларынан торған бәләкәй ғаилә өҫтөнлөк ала башлай.

ХIХ быуат уртаһында Рәсәй дәүләтенең һалым сәйәсәте ҡатыландырылғас, берҙәм ғаилә (ҡаҙна файҙаһына яһаҡ, төрлө йыйымдар һәм йөкләмәләр һалыу өсөн төп берәмек булған бер хужалыҡҡа ҡараған бер нисә бәләкәй ғаилә) һаны арта. Атай ғаиләһе (ата-әсәнән, өйләнгән балаларҙан һәм ейәндәрҙән торған ғаилә), ағай-эне ғаиләһе (балалары менән ағай-эне Ғ.), шулай уҡ ғаилә башлығының өйләнгән улдарынан һәм уның ағай-энеһе ғаиләһе берҙәм ғаилә төрҙәрен тәшкил итә. Берҙәм һәм бәләкәй ғаилә ата кеше (йәки өлкән ағай), улын йәки туғанының улын өйләндереү өсөн, уға йорт һалып бирергә тейеш булған. Үҙенең торлағын һәм хужалығын нығытҡандан һуң, ғаилә тулы хоҡуҡлы бәләкәй ғаилә хоҡуҡтарына һәм бурыстарына эйә булған.

Патриархаль һәм бәләкәй ғаилә башлығы булып ата кеше иҫәпләнгән, арала — аҡһаҡал, ирҙәрҙең иң өлкәне. Аҫабалыҡ (аҫаба) хоҡуҡтарына эйә булараҡ, ул ғаилә вәкиле булған һәм уның өсөн йәмәғәт һәм дәүләт властары алдында яуап биргән, милеккә идара итә һәм йыйындарҙа, ауыл һәм олоҫ сходтарында ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ҡатнаша алған. Йәше буйынса иң өлкән ҡатын йәки ғаилә башлығының ҡатыны ҡатын-ҡыҙ эштәренә етәкселек иткән. Нәҫелдең аҫаба ерҙәре сиктәрендә солоҡ ултыртыу урындары, һөрөнтө ерҙәр, сабынлыҡтар һ.б. биләмәләр өлөштәргә бүленгән, ғаилә шулай уҡ йәйләү һәм һунар итеү урындарында ҡаралтылары булған.

ХХ быуат башынан бәләкәй ғаилә төп ғаилә формаһына әүерелә, шулай уҡ берҙәм һәм тулы булмаған ғаилә осрай, этник яҡтан ҡатнаш ғаилә барлыҡҡа килә. Башҡортостан Республикаһында, 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, яҡынса 1,139 мең ғаилә иҫәпләнә, ғаилә ағзаларының уртаса һаны — 3,3 кеше.

Никахтың мотлаҡлығы

үҙгәртергә

Башҡорт халҡында балалары балиғ булыу менән өйләндерергә ашыҡҡандар. Никах - милләттең нигеҙен барлыҡҡа килтереүсе шарт, ә өйләнеүсе - милләтен һәм динен яратҡан, уға хеҙмәт иткән шәхес. Никахланыу (диал. ижәпләнеү) - йәмәғәт алдында ғаилә өсөн яуаплылыҡ алыу, милләтте һәм үҙ барлығын дауам итеү өсөн эшләнгән фиҙакәр аҙым. Ғаилә ҡорған егет бик ҙур бурыстар үтәй :

  • ергә яралтылған һәр йән эйәһе үҙ затын дауам итергә тырыша, был - кешелек затын һаҡлау бурысы;
  • милләт, зат-ырыуы алдында - улар тоҡомон дауам итеү бурысы;
  • үҙе алдындағы бурысы - нәҫелен ҡалдырыу, тәбиғи теләктәрен хәләле менән ҡәнәғәтләндереп, яман сир-сорға юлығыуҙан һаҡланыу, әхлаҡи яҡтан тотанаҡлы йәшәп, сәләмәт тоҡом ҡалдырыу;
  • хәләл ефете алдында - үҙ нәҫелен дауам итергә булышыусы кеше булараҡ, уға ҡарата шәриғәт һәм донъяуи ҡанундар ҡушҡанды үтәү бурысы;
  • балалары алдында - һәр яҡлап ҡурсыуға алып, уны лайыҡлы шәхес итеп үҫтереү бурысы [7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Leigh G. K., Coontz S., Кунц С. The Way We Never Were: American Families and the Nostalgia Trap — 1992. — Т. 56, вып. 1. — Б. 236. — doi:10.2307/352720
  2. https://www.etymonline.com/word/family
  3. {{ Маринова, М.А. Основные социологические и экономические подходы к изучению домохозяйства. (The main social and economic approaches to housekeeping study). http://www.mirrossii.ru/images/pubs/2005/04/09/0000208197/Marinova.doc. Вестник РУДН. серия Социология. 2004. №6-7. стр.202-211}}
  4. {{ Чаянов, А. В.Организация крестьянского хозяйства. Избранные произведения. Моск.рабочий. 1989. 366. 5-239-00639-3}}
  5. Г. Ситдиҡова. Күсле ил - көслө ил. - Өфө, "Инеш", 2013. -101
  6. Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. - Мәскәү, 1993- 710-сы бит
  7. Г. Ситдиҡова. Күсле ил - көслө ил. - Өфө, "Инеш", 2013. -101