Илһамов Марат Әҡсән улы
Илһамов Марат Әҡсән улы (8 апрель 1934 йыл) — ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1991), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы (1998), физика-математика фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Башҡортостандың (2003) һәм Татарстандың (2012) Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары лауреаты. «Почёт Билдәһе» (1976), Дуҫлыҡ (1995), Салауат Юлаев ордендары (2004) кавалеры.
Илһамов Марат Әҡсән улы | ||||
Тыуған көнө | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны | ||||
Ил | ||||
Альма-матер | ||||
Ғилми дәрәжәһе |
физика-математика фәндәре докторы, 1970 | |||
Ғилми исеме |
профессор, 1972 | |||
Награда һәм премиялары |
| |||
БиографияһыҮҙгәртергә
Марат Әҡсән улы Илһамов 1934 йылдың 8 апрелендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Ярлыҡап ауылында тыуған.
1957 йылда Өфө авиация институтын тамамлай.
1998 йылдан «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы баш мөхәррире.
Фәнни эшмәкәрлегеҮҙгәртергә
Фәнни эшмәкәрлеге деформациялана торған ҡаты есемдең механикаһына, көплөктәрҙең аэрогидроһығылмалылығына арналған.
Илһамов һөҙөмтәләре аэройыһан һәм атом техникаһында, суднолар төҙөүҙә, нефтехимия, энергетикала динамик күренештәрҙе һәм эш башҡарыу процестарын проектлауҙа һәм анализлауҙа ҡулланыла.
Аэро һәм гидроһығылмалылыҡ фәнен өйрәнеү буйыса фәнни мәктәп ойошторған.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә
- «Почёт Билдәһе» ордены (1976);
- Дуҫлыҡ ордены (1995);
- Салауат Юлаев ордены (2004);
- Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2003);
- ТР-ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2012).
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Илһамов Марат Әҡсән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Ильгамов Марат Аксанович . АН РБ. Дата обращения: 3 май 2015.
- Ильгамов Марат Аксанович . УНЦ РАН. Дата обращения: 3 май 2015. 2017 йылдың 12 сентябрь көнөндә архивланған.
- Марсель Кутлугаллямов. Очарованный наукой: Марат Ильгамов всегда оставался самим собой, не поддаваясь ни конъюнктуре, ни славе, ни горю // Республика Башкортостан : гәзит. — 08.04.2009.