Төркөстан генерал-губернаторлығы

Төркөстан генерал-губернаторлығы — Рәсәй империяһының Көнбайыш Төркөстандағы административ берәмеге. 1886 йылдан рәсми исеме — Төркөстан крайы[1][2]. Биләмә Төркөстан хәрби округының Төркөстан генерал-губернаторлығысоставына инә.

Төркөстан генерал-губернаторлығы
Герб
Coat of arms of Turkestan of the Russian Empire.svg
Нигеҙләү датаһы 11 (23) июль 1867
Рәсми атамаһы Туркестанское генерал-губернаторство һәм Туркестанский край
Рәсми тел урыҫ теле
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of Russia.svg Рәсәй республикаһы
Flag of Russia (1918).svg Совет Рәсәйе
Административ үҙәк Ташкент
Административ-территориаль берәмек Рәсәй империяһы, Рәсәй республикаһы һәм РСФСР
Алмаштырылған Туркестанская Автономная Социалистическая Советская Республика[d]
Алыштырған Туркестанская область[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1918
Урынлашыу картаһы
Commons-logo.svg Төркөстан генерал-губернаторлығы Викимилектә

ТарихыҮҙгәртергә

1865 йылда Ырымбур генерал-губернаторлығы составында Төркөстан өлкәһе булдырыла.

1867 йылдың 11 (23) июлендәге указға ярашлы Төркөстан өлкәһе үҙаллы Төркөстан генерал-губернаторлығы итеп үҙгәртелә, үҙ эсенә ике өлкәне ала: береһе — Һырдаръя өлкәһе (үҙәге — Ташкент, бында генерал губернаторҙың резиденцияһы урынлаша) һәм Семиреченск өлкәһе (үҙәге Верный ҡалаһы)[3].

Генерал-губернаторҙың ярҙамсыһы вазифаһы 1899 йылда булдырыла (ведомство буйынса 1900 йылдың 3 (15) ғинуарында раҫланған 176/1899-сы һанлы бойороҡ).

1868 йылдан алып 30 йылдан ашыу дауамында Төркөстан тарихы менән билдәле Рәсәй геодезисы С. И. Жилинский шөғөлләнгән.

Власть органдарыҮҙгәртергә

Төркөстан өлкәһенең хәрби губернаторҙарыҮҙгәртергә

Исем шәрифтәре Титулы, чины, дәрәжәһе Вазифа башҡарыу ваҡыты
Михаил Григорьевич Черняев генерал-майор
13.02.1865—1866
Николай Страленбергтың Головачев генерал-майор
1866-14.07.1867

Генерал-губернаторҙарҮҙгәртергә

Ф. И. О. Титулы, чины, дәрәжәһе Вазифа башҡарыу ваҡыты
Константин Петрович Кауфман генерал-адъютант
14.07.1867—04.05.1882
Михаил Григорьевич Черняев генерал-лейтенант
25.05.1882—01.02.1884
Розенбах Николай Оттонович генерал-адъютант, генерал-лейтенант
01.02.1884—28.10.1889
Вревский Александр Борисович барон, инфантериянан генерал
28.10.1889—17.03.1898
Духовский Сергей Михайлович инфантериянан генерал
28.03.1898—01.01.1901
Иванов Николай Александрович генерал-лейтенант
23.01.1901—15.04.1904
Николай Николаевич Тевяшев кавалерия генералы
22.06.1904—28.11.1905
Субботич Деан Иванович генерал-лейтенант
28.11.1905—1906
Николай Иванович Гродек инфантериянан генерал
15.12.1906—08.03.1908
Павел Иванович Мищенко генерал-лейтенант
02.05.1908—17.03.1909
Самсонов Александр Васильевич генерал-лейтенант
17.03.1909—1914
Федор Владимирович Мартсон инфантериянан генерал
1914-1916
Алексей Куропаткин Николаевич инфантериянан генерал
22.07.1916—05.06.1917

Шулай уҡ карағыҙҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә