Нуғайбәк (рус. Нагайбаково) — Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл, Яңы Урсай ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 317 кеше[1]. Почта индексы — 452669, ОКАТО коды — 80207846008.

Ауыл
Нуғайбәк
Нуғайбәк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баҡалы районы

Координаталар

55°09′25″ с. ш. 53°15′59″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 207 846 008

ОКТМО коды

80 607 446 111

ГКГН номеры

0522296

Нуғайбәк (Рәсәй)
Нуғайбәк
Нуғайбәк
Нуғайбәк (Башҡортостан Республикаһы)
Нуғайбәк

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Баҡалы): 50 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 92 км

Нуғайбәк ауылы район үҙәге Баҡалы ауылынан көнбайышҡа 50 километрҙа һәм Туймазы тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа 92 километрҙа Кама йылғаһы ҡушылдығы Ыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан[2].

Тарихы үҙгәртергә

XVII быуаттың аҙағында Ҡазан даруғаһы Юрмый улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәренә, керҙәшлек килешеүе менән, Нуғай даруғаһы Һарыш-Ҡыпсаҡ улусы старшинаһы башҡорт Нуғайбәкте индергәндәр, шулай итеп Нуғайбәк ауылына нигеҙ һалынған. Уның улы — Арыҫлан Нуғайбәков.

Нуғайбәк ҡәлғәһен төҙөү өсөн ерҙәрен тартып алғандан һуң, ауыл кешеләре казак ҡатламына күсерелә.

1865 йылда 178 йортта 1003 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, мискә яһау, умартасылыҡ, сана яһау менән шөғөлләнгәндәр. 2 сиркәү, 3 һыу тирмәне булған. 1906 йылда Нуғайбәктә улус идараһы сиркәү, сиркәү-мәхәллә мәктәбе урынлашҡан, шарап һәм 2 бакалея кибеттәре теркәлгән. 30-сы йылдарҙан алып хәҙерге исемен йөрөтә[3].

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Нуғайбәк ауылы халҡы — урыҫтар. Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 1263
1920 йыл 26 август 1449
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 819
1959 йыл 15 ғинуар 561
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 393
2002 йыл 9 октябрь 384
2010 йыл 14 октябрь 317 159 158 50,2 49,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөгөнгө ауыл үҙгәртергә

Нуғайбәк ауылында төп мәктәп, фельдшер-акушер пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[4].

Билдәле кешеләре үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

Урамдары үҙгәртергә

  • Таулы урам (рус.  Нагорная (улица)
  • Йылға урамы (рус.  Речная (улица)[6]

.

Тирә-яҡ мөхит үҙгәртергә

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

  • Аҡай тауы

Йылға, шишмә, күлдәр:

  • Ыҡ
  • Мәләүезкәй

Тәбиғәткә сәйәхәт маршруты: Малаузка йылғаһын кисеп, ағымы буйлап йылғаның һул ярына перпендикуляр һуҙылған йырынға табан үргә 2 км барыу. Шунан Нуғайбәк ауылы, Аҡай тауы. Малаузка йылғаһы тамағында Аҡай тау биттәре башлана. Һулға боролғас, Ыҡ йылғаһының уң ярынан ағымы буйынса 1,5 км үргә, Нуғайбәк ауылына сығыу[7].

Нуғайбәк мәмерйәһенә инеү урынының диа­метры 1 метрға яҡын, оҙонлоҡҡа 10 — 12 метр эскә үтелә, бейеклеге — 1,7 метр тирәһе. Мәмерйә тоҡомо — эзбизташ, ҡомташ. Һөрөнтө ер аша 1,2 км үткәндән һуң, шоссе юлдан Нуғайбәк ауылына ҡаршы яҡҡа хәрәкәт итеү.

Күпер

  • «Пугачёв күпере»

6 км үткәндән һуң, «Пугачёв күпере». Күперҙән шоссе юл буйлап Яңы Урсай, 4 км үткәс — Весёлая Поляна[8].

1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә