Ноғоманов Борис Миңлеғәлим улы

(Барый Ноғоманов битенән йүнәлтелде)

Ноғоманов Борис Миңлеғәлим улы, Барый Ноғоманов (8 апрель 1936 йыл19 февраль 2022 йыл) — яҙыусы һәм журналист, 1979 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), И. Мырҙаҡаев-Балапанов (2004) һәм Фәтих Кәрим (2013) исемендәге премиялар лауреаты.

Барый Ноғоманов
Исеме:

Ноғоманов Борис Миңлеғәлим улы

Тыуған көнө:

8 апрель 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (88 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

Шағир, прозаик, тәржемәсе

Дебют:

«Йылбабай һәм сәғәттәр» (шиғыр йыйынтығы, 1969)

Наградалары:

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991)

Биографияһы

үҙгәртергә

Борис Миңлеғәлим улы Ноғоманов 1936 йылдың 8 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында тыуған.

Бала сағы ауыр һуғыш йылдарында тура килә. Атаһы фронтта һәләк була. Ғәиләлә ете бала етем ҡала. Барыйҙы атаһының өлкән апаһы Мөкәйгә тәрбиәгә ала. Урта белем алғас, комсомол путёвкаһы менән Шкапов ауылына бара һәм ташсы-арматурсы булып эшләй башлай. Йәше еткәс, армия сафына алына. Хәрби хеҙмәттән һуң Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

Исеме тураһында

үҙгәртергә

Документ буйынса рәсми исеме «Борис», атаһы ҡушҡан. «Барый» исемен «Ленинсе» гәзитендә бер шәлкем шиғырын баҫтырған саҡта биргәндәр. «Өйөрмәле йылдар» исемле китабының инеш өлөшөндә әҙип былай аңлатҡан:

Хеҙмәттә саҡта ла күп кенә шиғырҙар яҙылды. Отбойҙан һуң, ҡараңғыла, ятҡан килеш, дәфтәргә төшөрәм шиғыр юлдарын. Шулай бер поэма ла яҙған булдым әле хатта. Яҙғандарымды Өфөгә ебәрәм. Бер көн ҡалын ғына конверт ята минең исемгә. Асһам, «Ленинсе» гәзите, күп кенә шиғырҙарымды урынлаштырған. Исемемде үҙгәрткәндәр (атай ҡушҡан һәм хәҙер ҙә паспортымда — Борис). Барыйға әйләндергәндәр. Хаты ла бар, уны Фәрит Иҫәнғолов ағай яҙған. «Башҡорт булғас, есемеңә исемең дә тура килһен инде, бынан ары Барый тип йөрөтөрһең үҙеңде, юғиһә, крәшин малайымы ул, тип һорайҙар». Шулай итеп, мин, Фәрит ағай ҡушҡанса, Барый булып киттем.

Ижадҡа мәктәптә уҡыған сағында уҡ килә. 10-сы класта уҡығанда матбуғатта шиғырҙары һәм хикәйәләре баҫыла.

1979 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн 1991 йылда «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән исем бирелгән.

Әҙип ауырыуҙан һуң 2022 йылдың 19 февралендә Өфө ҡалаһында вафат булды, тыуған ауылында ерләнде[1].

Китаптары

үҙгәртергә
  • Йылбабай һәм сәғәттәр: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1969. — 28 бит.
  • Аҡ таңдарым: Шиғырҙар һәм поэма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978. — 32 бит.
  • Йылбабайҙың дүр ҡыҙы: Шиғырҙар, әкиәт һәм поэма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1980. — 40 бит.
  • Етегән йондоҙ: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. — 78 бит.
  • Йөрәгемдә ерем йәме: Шиғырҙар һәм поэма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. — 102 бит.
  • Усаҡтар яна: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986. — 31 бит.
  • Минең яҙым
  • Ҡыңғырауҙар
  • Эҙең ҡалыр
  • Өйөрмәле елдәр. Повестар, хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 368 бит. ISBN 5-295-01413-4.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991)
  • Ф. Кәрим исемендәге премия лауреаты.
  • Ҡырмыҫҡалы районының Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияһы лауреаты (2016).
  • Башҡорт шиғриәте антологияһы. Башҡортостан китап нәшриәте. 2001 йыл. — ISBN 5-295-02743-0

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. В Уфе ушел из жизни башкирский писатель и поэт Барый Нугуманов. ИА «Башинформ», 19 февраля 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 февраль 2022)