3 август
көнө
(3 августа битенән йүнәлтелде)
3 август — григориан стиле буйынса йылдың 215-се (кәбисә йылында 216-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 150 көн ҡала.
3 август | |
Исем | Feast of the Invention of Saint Stephen |
---|---|
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
3 август Викимилектә |
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- 1778: Италияның Милан ҡалаһында «Ла Скала» опера театры бинаһы асыла. Архитекторы — Джузеппе Пьермарини (Giuseppe Piermarini).
- 1795: Париж консерваторияһы эшмәкәрлеген башлай.
тулы исемлек
- 1927: Берлин менән Буэнос-Айрес араһында тәүге тапҡыр телефон элемтәһе булдырыла.
- 1929: Дондағы Ростов ҡалаһында СССР-ҙа тәүге автоматик телефон станцияһы (АТС) эшләй башлай. Швецияның «Эрикссон» фирмаһы булышлығында төҙөлгән был АТС алты мең номерлы була.
- 1994: Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының «Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында» Килешеүенә ҡул ҡуйыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Павлов Леонид Ильич (1910—26.03.1977), хужалыҡ эшмәкәре. 1957–1974 йылдарҙа Өфөләге «Гидравлика» агрегат берекмәһе директоры. Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ярославль ҡалаһынан.
- Хисмәтов Рәлиф Мөхлис улы (1940), хеҙмәт ветераны. Балтас районы «Урал» колхозының элекке баш агрономы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, райондың почётлы гражданы.
тулы исемлек
- Лотник Сергей Викторович (1950), ғалим-физик-химик. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1993). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005). Сығышы менән хәҙерге Краснодар крайының Северская станицаһынан.
- Ғилметдинов Әмир Тимерйән улы (1955), ғалим-инженер-технолог. 1977 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Иҫке Мортаза ауылынан.
- Арыҫлан Йәнбәков (1980—21.09.2011), театр актёры, йырсы, режиссёр һәм телетапшырыуҙар алып барыусы.
- Илья Власов (1995), Рәсәй волейболсыһы, Мәскәүҙең «Динамо» һәм Рәсәй йыйылма командалары уйынсыһы. Европа чемпионы (2017), халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Трофимук Андрей Алексеевич (1911—25.03.1999), ғалим-геолог-нефтсе. 1934 йылдан «Востокнефть» тресының (Өфө) Үҙәк ғилми-тикшеренеү лабораторияһының өлкән геологы, ғилми етәксеһе, 1940 йылдан «Ишембайнефть» тресының, 1942—1950 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең баш геологы. СССР Фәндәр академияһы академигы (1958), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), геология-минералогия фәндәре докторы (1949), профессор (1960). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1944), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1971), СССР газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1981).
- Әлимғолов Үзбәк Морат улы (1931—2020), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1961—1991 йылдарҙа Миәкә районы «Миәкә» совхозы механизаторы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Күл-Ҡуңҡаҫ ауылынан.
тулы исемлек
- Фәрхетдинов Камил Ғәлләм улы (1936—1995), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1970—1995 йылдарҙа Туймазы районы Матросов исемендәге колхоз рәйесе (хәҙер К. Ғ. Фәрхетдинов исемендәге хужалыҡ). Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районының Рем ауылынан.
- Шабаев Владимир Кузьмич (1956—1.11.2021), музыкант, педагог. 1988 йылдан Өфө ҡалаһының 5-се балалар музыка мәктәбе дректоры; 2009 йылдан Өфө ҡала мәҙәниәт һарайының «Мираҫ» йыр һəм бейеү фольклор ансамбле ҡарамағындағы «Забава» рус халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле артисы (балалайка-секунда). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Попов Дмитрий Иванович (1927—25.10.1998), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1944 йылдан «Сельхозтехника»ның Хәйбулла район берекмәһе водителе, 1962 йылдан — һатыу келәте мөдире, 1975—1985 йылдарҙа — инженер-технолог. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың Һамар ауылынан.
- Вәлиева Зөлфирә Зиннәт ҡыҙы (1952), педагог. 1976 йылдан Әбйәлил районы Михайловка урта мәктәбе уҡытыусыһы; 1990—2010 йылдарҙа — район мәғариф бүлеге методисы, методик кабинет мөдире, мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән ошо райондың Дәүләт ауылынан.
тулы исемлек
- Лим Игорь Николаевич (1952), инженер-төҙөүсе, муниципаль хеҙмәткәр. 1994—2003 йылдарҙа Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—1999) һәм икенсе (1999—2003) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2002), Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2013).
- Хәсәнов Шамил Әғләм улы (1972), дәүләт хеҙмәткәре. 2010 йылдан Элемтә һәм киң күләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Рәсәй федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе. Рәсәйҙең почётлы радисы. Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Заравшан ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Хәмиҙуллин Ғәли Заһит улы (1903—14.08.1977), агроном-ғалим, иҡтисадсы, партия һәм дәүләт хеҙмәткәре. 1952—1972 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегенең ғилми хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1961). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948), ике Почёт Билдәһе (1944, 1957) ордены кавалеры.
- Ғәҙелшин Кәшфелғилем Фәйрүша улы (1918—7.11.2017), режиссёр, педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962 йылдан хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссёры; 1966—1978 йылдарҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры режиссёры, баш режиссёры, директоры. Бер үк ваҡытта 1963—1974 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлеге мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1973), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
тулы исемлек
- Дәүләтов Асылгәрәй Әхмәтгәрәй улы (1923—?), нефтсе, электрик. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957—1978 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы электромонтёры, электригы, әүҙем рационализатор. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районының Сүлте ауылынан.
- Басиров Фәһим Ғабдулла улы (1933), нефтсе. 1961—1988 йылдарҙа «Арланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының күтәргес машинисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Һыуыҡҡул ауылынан.
- Родионов Василий Семёнович (1933), механизатор. 1949—1988 йылдарҙа Баймаҡ районы «Йылайыр» совхозы механизаторы. Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығының атҡаҙанған механизаторы (1981). Ленин ордены кавалеры (1967). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районынан.
- Моратова Роза Ғәйнулла ҡыҙы (1938), педагог, йәмәғәтсе.1956—1993 йылдарҙа Әбйәлил районы Байым урта мәктәбе китапханасыһы, өлкән пионервожатыйы, 1963 йылдан уҡытыусы, шул иҫәптән 1968—1970 йылдарҙа директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1970—1980 йылдарҙа тәүге партия ойошмаһы секретары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1971). Уҡытыусыларҙың Бөтә Союз съезы делегаты (Мәскәү, 1968). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Малыбаев Сибәғәт Йәүҙәт улы (1948), водитель. 1966 йылдан Әбйәлил районы «Урал» совхозы, 1993 йылдан — «Азатлыҡ» фермер хужалыҡтары ассоциацияһы, 2003—2007 йылдарҙа — Әлмөхәмәт элеваторы һәм Әлмөхәмәт сауҙа йорто водителе. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1981). Сығышы менән Әлмөхәмәт ауылынан.
- Епифанов Владимир Николаевич (1958), театр артисы. 1982—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, 1979—1981 йылдарҙа һәм 1986 йылдан Өфөләге Рус дәүләт академия драма театры актёры. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1998).
- Рәхмәтуллина Гөлшат Суфиян ҡыҙы (1963), табип. 2010 йылдан Сибай ҡала дауаханаһы бала табыу йортоноң акушер-гинекологы. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2014). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Аҡъюл ауылынан.
- Өмөтбаева Рита Ришат ҡыҙы (1973), журналист, телетапшырыуҙар алып барыусы. 1995 йылдан Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2010 йылдан күңел асыу программалары редакцияһы етәксеһе. Бер үк ваҡытта 2008 йылдан башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың «Байыҡ» республика телевизион конкурсы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2009), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2011).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Фәйзуллин Рәфғәт Шакирйән улы (1904—5.09.1983), башҡорт театр актёры, режиссёр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1964). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955) кавалеры.
- Ғәләүев Фларит Тәхәү улы (1949), хәрби хеҙмәткәр, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1-се ранг капитаны, Философия фәндәре кандидаты (1988), профессор (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Борғатъя ауылынан.
тулы исемлек
- Тәнзилә Дәүләтбирҙина (1964), шағир, драматург һәм журналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997).
- Ярушин Юрий Анатольевич (1969), хеҙмәт алдынғыһы, механизатор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Буртаковка ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1770: Фридрих Вильгельм III, Пруссия короле.
- 1790: Василий Глинка, Рәсәй империяһы архитекторы, классицизм оҫтаһы.
тулы исемлек
- 1890: Константин Мельников, СССР-ҙың архитектор-новаторы.
- 1905: Борис Курчатов, ССС-ҙың ғалим-радиохимигы, профессор, Ленин премияһы (1959), ике тапҡыр Дәүләт премияһы (1949, 1953) лауреаты. Ленин (1954) һәм биш (1945, 1949, 1953, 1954, 1956) Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Эҫем ҡалаһынан.
- 1910: Дональд Биссет, Англияның балалар яҙыусыһы, рәссам, театр актёры һәм режиссёр.
- 1910: Вацлав Дворжецкий, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1991).
- 1920: Филлис Дороти Джеймс, Англия яҙыусыһы, детективтар авторы.
- 1924: Анатолий Алексин (төп фамилияһы Гоберман), СССР яҙыусыһы.
- 1935: Мария Биешу, СССР һәм Молдованың опера йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1970).
- 1935: Георгий Шонин, СССР космонавы, Советтар Союзы Геройы.
- 1940: Мартин Шин, АҠШ актёры, кинорежиссёр, «Эмми» һәм «Алтын глобус» премиялары лауреаты.
- 1950: Джон Лэндис, Америка кинорежиссёры, кинорежиссёр, сценарист, продюсер һәм актёр.
- 1965: Сергей Чонишвили, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, диктор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1999).
- 1968: Константин Константинович Рокоссовский, Советтар Союзы Маршалы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 2008: Александр Исаевич Солженицын, яҙыусы, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты.