Төп менюны асырға

Хәмиҙуллин Ғәли Заһит улы (3 август 1903 йыл — 14 август 1977 йыл) — агроном, иҡтисадсы, партия һәм дәүләт эшмәкәре. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1961). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1944, 1957) ордендары кавалеры.

Викидатала элемент тултырылмаған

Йөкмәткеһе

БиографияһыҮҙгәртергә

Ғәли Заһит улы Хәмиҙуллин 1903 йылдың 3 авгусында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[1] Яңы Ишле ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Үҙ районында урта белем алғандан һуң, К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын 1932 йылда тамамлай һәм Башҡортостан ауыл хужалығын социалистик реконструкциялау институтында эшләй.

1934 йылда ВКП(б)-ның Башҡортортостан өлкә комитетына эшкә күсерелә. 1938 йылдан алып Башҡортостан ауыл хужалығы институтында ғилми хеҙмәткәр. 1939—1942 һәм 1945—1952 йылдарҙа Башҡортостан баҫыусылыҡ станцияһы ғилми-тикшеренеү институты директоры була. 1942—1945 йылдарҙа Ер эшкәртеү халыҡ комиссариатында эшләй. 1952—1972 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Иҡтисад тикшереү бүлегендә ғилми хеҙмәткәр була.

Ғәли Хәмиҙуллин 1947—1948, 1952—1960 йылдарҙа күп тапҡырҙар Башҡортостандың таулы һәм тау алды райондарына ауыл хужалығын тикшереп өйрәнеүсе комплекслы экспедицияларҙың етәксеһе булып бара. Уның фәнни тикшеренеү эштәренең төп йүнәлештәре булып ауыл хужалығы иҡтисады һәм ауыл хужалығын ойоштороу, ер эшкәртеү һәм малсылыҡ продукцияларын етештереүҙең эффективлығын арттырыу тора. Ғ. З. Хәмиҙуллин иң беренсе булып Башҡортостан территорияһын ауыл хужалығын алып барыу райондарына бүлә, ул райондарҙы тәбиғи-иҡтисади ҡылыҡһырлай, таулы Урал микрорайондарында ауыл хужалығын алып барыу мөмкинлектәрен тикшерә, Башҡорт АССР-ы территорияһындағы сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү һәм унда ауыл хужалығы продукцияһы етештереү юлдарын планлаштырыуға яңыса ҡарау юлдарын эҙләй.

Хәмиҙуллин Ғәли Заһит улы — 12 монография һәм китаптар авторы. Ул 1977 йылдың 14 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була һәм Көньяҡ мосолман зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

1948 йылда илгә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 1944, 1957 йылдарҙа ике тапҡыр «Почёт Билдәһе» орденына лайыҡ була.

ХеҙмәттәреҮҙгәртергә

  • Сельское хозяйство Башкирии за 25 лет. Уфа, 1944.
  • Организация отгонного животноводства в Башкирии. Уфа,1956.
  • Вопросы экономики Башкирской АССР. Уфа, 1959.
  • Себестоимость сельскохозяйственной продукции и пути ее снижения в колхозах и совхозах. Уфа,1961.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә