Епифанов Владимир Николаевич

театр актёры

Епифанов Владимир Николаевич (3 август 1958 йыл) — театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1998).

Епифанов Владимир Николаевич
Тыуған ваҡыты:

3 август 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (65 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Театр:

Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1998)

Биографияһы үҙгәртергә

Владимир Николаевич Епифанов 1958 йылдың 3 авгусында Өфө ҡалаһында тыуған. 1979 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр сәнғәте бүлеген (педагогы — Мельниченко П. Р.) тамамлай. Үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген рус академия драма театрында башлай. Амплуаһы — комик герой. Режиссерҙар В. Б. Әхәтов, П. Р. Мельниченко, М. И. Рабинович, В. М. Штейн менән эшләй.

Спектаклдәрҙәге ролдәре үҙгәртергә

  • Бессеменов («Мещандар», Горький М.);
  • Бригелла («Дыуамал» — Гольдони К.);
  • Звягинцев («Кадриль» — Гуркин В.);
  • Подколесин («Өйләнеү» — Гоголь Н. В.);
  • Подсекальников («Үҙен һәләк итеүсе» — Эрдман Н. Р.);
  • Присыпкин («Бөрсә» — Маяковский В. В.);
  • Берендей батша («Ҡарһылыу» — Островский А. Н.);
  • Шамраев («Аҡсарлаҡ» — Чехов А. П.),
  • Иван Иванович Хостас («Казотта күрәҙәлеге», Д. Пригова).

Маҡтаулы исемдәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1998)

Һылтанмалар үҙгәртергә