Дәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙы

башҡорт шағиры, драматургы һәм яҙыусыһы
(Тәнзилә Дәүләтбирҙина битенән йүнәлтелде)

Дәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙы (3 август 1964 йыл) — башҡорт шағиры, драматург һәм журналист. 1992 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм 2000 йылдан Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014).

Тәнзилә Дәүләтбирҙина
Тыуған көнө:

3 август 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (60 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Тимер ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, шағир

Ижад йылдары:

1983 йылдан

Дебют:

«Тау һуҡмағы» (1989)

Премиялары:

Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (1997) Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014)

Биографияһы

үҙгәртергә

Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина 1964 йылдың 3 авгусында Башҡорт АССР-ының Белорет районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районына ҡараған) Тимер ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.

Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның мәктәптә уҡығанда һәм студент йылдарында уҡ шиғырҙары республика гәзит-журналдарында баҫыла башлай.

1989 йылда «Тау һуҡмағы» исемле тәүге шиғри йыйынтығы донъя күрә. Шағирә «Ҡыҙ хәтере» (1992), «Мин кем?» (1997), «Ҡояшлы йыр» (2003), «Йәй ҡыҙы» (2008), «Ҡанатлы йөрәк» (2014) исемле йыйынтыҡтарына тупланған шиғырҙарында, поэмаларында заман һулышын һиҙгер тоя һәм уның көнүҙәк мәсьәләләрен күтәрә, уның шиғри әҫәрҙәрендә ил менән халыҡтың киләсәге өсөн хәүефләнеү мотивтары өҫтөнлөк итә.

Лирик-фәлсәфәүи шиғырҙарында һәм поэмаларында ул кешенең ерҙәге тәғәйенләнеше, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр, кеше менән тәбиғәт араһындағы бәйләнештәр хаҡында уйлана, тормош асылына төшөнөргә ынтыла.

Нескә лиризм менән һуғарылған, юғары гражданлыҡ рухында яҙылған әҫәрҙәре ихласлығы менән күңелде арбай. Уларға милли колорит хас. Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның поэмалары ғәҙәти булмаған сюжетҡа ҡорола. Улар көслө тойғоларҙан, һыҙланыуҙарҙан, уйланыуҙарҙан яралған.

Тәнзилә Дәүләтбирҙина үҙен шағир-тәржемәсе итеп тә танытты: Владимир Высоцкий, Александр Сергеевич Пушкин, Марина Цветаева һәм башҡа әҙиптәрҙең шиғырҙарын башҡорт теленә тәржемә итте.

Т. Дәүләтбирҙина драматургия өлкәһендә лә ижад итә. Уның «Минең ғаиләм» пьесаһы — Башҡорт дәүләт академия драма театрында, «Юғалтыу» әҫәре Сибай башҡорт драма театрында ҡуйыла.

Тәнзилә Дәүләтбирҙина шиғырҙарына Салауат Низаметдинов, Р. Р. Сәғитов, С. Р. Сәлмәнов һәм башҡалар йырҙар ижад иткән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Китаптары

үҙгәртергә
  • Тау һуҡмағы. Өфө, 1989 й.;
  • Ҡыҙ хәтере. Өфө, 1992 й.;
  • Мин кем? Өфө, 1997 й.;
  • Ҡояшлы йыр. Өфө, 2003 й.;
  • Йәй ҡыҙы. Өфө, 2008 й.;
  • Ҡанатлы йөрәк. Өфө, 2014й..
  • «Ашҡаҙар» — моңло радио. 21декабрь, 2023 йыл («Беҙҙең донъя». Ф. Аҡбулатова.

Студия ҡунағы — илһамлы ижадсы Тәнзилә Дәүләтбирҙина)[1]

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 июль 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 31 июль 2019)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Беҙҙең донъя