Балалар әҙәбиәте — 14-16 йәштәге балалар өсөн махсус тәғәйенләнгән һәм нәфис образдар теле ярҙамында балаларға тәрбиә һәм белем биреү мәсьәләлрен хәл итеүсе әҙәбиәт. Бынан тыш, «балалар уҡыуы» тигән төшөнсә йәшәп килә, ул өлкәгә авторҙар тарафынан баштан уҡ өлкәндәргә тәғәйенләп ижад иткән әҫәрҙәр инергә мөмкин, ундайҙар иҫәбенә А. С. Пушкин, Шарль Перро, В. Гауф, Ганс Христиан Андерсен, бер туған Я. һәм В. Гриммдар, шулай уҡ Даниэль Дефоның «Робинзон Крузо», " М. Сервантестың «Дон Кихот» , Джонатан Свифтың «Гулливера сәйәхәте» кеүек данлыҡлы әкиәттәре һәм башҡалар инә, шуның өҫтәүенә, һуңғы килтерелгән миҫалдағы кеүек, ҡатмарлы әҙәбиәтте лә балаларға ҡулайлаштыралар һәм ябайлаштырып һөйләп бирәләр.

Джон Тенниел. Льюис Кэрролдың «Алиса мөғжизәләр илендә» китабына иллюстрация

Балалар өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙең матди кәүҙәләнеше булып балалар китаптары тора.

Рәсәйҙә балалар әҙәбиәте тарихы

үҙгәртергә
 
Балалар китаптары тураһында почта маркаһы.

Рәсәйҙә балалар әҙәбиәтенең килеп сығыу ваҡыты билдәһеҙ.

XII быуат аҙағында әкиәттәрҙе ҡулъяҙма йыйынтыҡтарға индерә башлайҙар. Беренсе тапҡыр бары тик балалар өсөн XVII быуатта яҙа башлайҙар. XVII—XVIII быуаттарҙа «Шемякин хөкөмө», «Этеш Этеш улы» тураһындағы әкиәттәр киң таралған була. Шул уҡ ваҡытта «Еруслан Лазер улы тураһындағы әкиәт», Бова Король улы тураһындағы әкиәт", «Петр — Алтын Асҡыс тураһындағы повесть» кеүек эшкәртелгән рыцарь повестары ла таралыш таба. Балалар тарих, риүәйәт тыңларға яраталар, шуға күрә XVI быуатта йылъяҙмаларға таянып, балалар өсөн үҙ эсенә әкиәти риүәйәттәрҙе индергән «Батша йылъяҙмасыһы» төҙөлә. "Әлифба-төргәк"тә (1667 й.) Александр Македонский тураһында риүәйәт яҙылған була.

XVI—XVIII быуаттарҙа балаларға тәғәйен әҙәбиәттә дини уҡыуҙар өсөн китаптар ҙур урын ала: «Изгеләрҙең йәшәйеше», «Изге яҙмалар», «Псалтырь». Дини-әхлаҡи әҙәбиәт тәрбиә сараһы тип иҫәпләнгән: улар балалар әлифбаларына индерелә, улар буйынса уҡырға өйрәтәләр.

XVIII быуат башы— Петр I идара итеү ваҡыты— балалар әҙәбиәте үҫешенең яңы этабы. Батша балалар тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирә, сөнки тәрбиә эшен әҙәбиәттән башҡа атҡарыу мөмкин түгел. Был осор әҙәбиәте белем биреү һәм тәрбиәүи характерында була. Әлифбалар һәм башҡа уҡыу өсөн әҙәбиәт барлыҡҡа килә. Тәрбиәүи характерҙағы әҙәбиәттең сағыу миҫалы булып «Йәшлектең намыҫ көҙгөһө» тора, Я. А. Коменскийҙың «Донъя һүрәттәрҙә» әҫәре рус теленә тәржемә ителә. XVIII быуаттарҙа балалар араһында «Батша Александр Македонскийҙың Һиндостан батшаһы менән бөйөк оло яуы» исемле ҡабыҡ һүрәттәре киң таралыш таба. Балаларға еңел уҡылһын өсөн һәр төрлө төрҙөге һәм жанрҙағы, күпселек осраҡта, тәржемәүи әҫәрҙәр: мәҫәлдәр, балладалар, легенда, повестар, әкиәттәр, роман кеүектәре таралып китә. Мәҫәлән, «Инглиз королеваһы Елизаветаның тарихы» тигән сентименталь романы, Эзоптың «Рәсәй дворянины Александр тураһында тарих» исемле мәҫәле.

XVII быуаттың икенсе яртыһында балалар әҙәбиәтенең киң үҫеше башлана. Уның формалашыуында танылған рус яҙыусылары ҡатнаша: М. В. Ломоносов, А. П. Сумароков, Г. Р. Державин, Н. М. Карамзин, И. И. Дмитриев, И. И. Хемницер. Әммә балалар әҙәбиәте күпселек осраҡта Көнбайыш илдәренән (Франция) үҙләштерелә. XVIII быуаттың икенсе яртыһындағы жанрҙар: мәҫәл, әкиәт, нәсихәти хикәйә, повесть, мәрхиә, шиғырҙар.

Балалар әҙәбиәтенең төрҙәре (жанрҙары) 

үҙгәртергә
  • Әкиәт — халыҡ ижадының төп жанрҙарының береһе,  тылсымлы, мажаралы һәм көнкүреш характерендәге уйҙырмаға ҡоролған эпик, йәки, башлыса сәсмә әҫәр.
  • Шиғыр — ритмик яҡтан ойошҡан, рифмалы юлдар менән яҙылған ҙур булмаған нәфис әҫәр. 
  • Повесть — ваҡиғаларҙың эҙмә-эҙлекле барышы тураһында һөйләүсе хикәйә.
  • Поэма (баллада) —  бәйән итеүсе шиғри әҫәр.
  • Хикәйә — эпик прозаның бәләкәй формаһы, күләме ҙур булмаған әҫәр.
  • Роман —  ҙур күләмле хикәйәләү формаһындағы нәфис әҫәр —  ғәҙәттә,ҡатмарлы сюжетлы  проза әҫәре.
  • Фэнтези— фәнни фантастикаға барып тоташыусы әҙәби жанр, әммә ул күпкә ирекле, йәки «әкиәти» алым менән яҙыла, унда ваҡытта һәм арауыҡта алыҫ араларға күсеп йөрөү, сит планета тормошо, яһалма организм, боронғо цивилизациялар мифологияһы мотивтары ҡулланыла. 

Әкиәттәр

үҙгәртергә

Балалар өсөн әкиәттәрҙе Шарль Перро, ағалы-ҡустылы Гримм, Ганс Христиан Андерсен, Вильгельм Гауф, Александр Пушкин, В. Ф. Одоевский, Н. П. Вагнер, Астрид Линдгрен, Чирков А. В. һәм башҡа авторҙар яҙа.

Балалар өсөн шиғырҙар

үҙгәртергә

Балалар өсөн шиғырҙарҙы Корней Чуковский, Самуил Маршак, Агния Барто, Владимир Степанов, Григорий Остер, Вадим Левин, Борис Заходер һәм башҡа авторҙар ижад итә.

Был жанрҙа балалар өсөн повестар яҙған Николай Носов танылыу таба.  Балалар өсөн Виктор Драгунский  («Денистың хикәйәләре») һәм башҡа бик күптәр хикәйәләр ижад иткән.

Балалар тормошонан һүрәтләүсе повестар (Л. Н. Толстой, А. М. Горький, А. Н. Толстой, А. П. Гайдара, Л Кассиль, М. Твен һәм башҡалар), тарихи ваҡиғалар (В. Катаев, Н. Тихонов, Н. Ассеев), фантастик сюжеттар (Л. Керролл «Алиса Мөғжизәләр илендә» һәм «Алиса Көҙгө аръяғы илендә», Л. Лагин "Хоттабыч ҡарт", А. Некрасов «Капитан Врунгель мажаралары»). Николай Носов балалар өсөн Сәскәләр ҡалаһында йәшәүсе тәпәш буйлы кешеләр тураһындағы мажаралы повестарын («Белмәҫйән һәм уның дуҫтары мажаралары»,«Белмәҫйән Ҡояшлы ҡалала», «Белмәҫйән Айҙа») ижад итә.

Фэнтези жанрында К . С. Льюис ижад иткән. Бөгөн был жанрҙа бик күп яҙышалар, мәҫәлән: Наталья Щерба ("Часодея", "Чародол", "Лунастры").

Балалар әҙәбиәтенең характерлы һыҙаттары

үҙгәртергә
  • Төп ролдәр балаларға бирелә.
  • Темалалыр буйынса балаларҙың йәшенә тура килгән.
  • Сағыштырмаса ҙур булмаған күләмле, күп һанлы һүрәттәр ҡулланыла (бигерәк тә бәләкәй балалар өсөн китаптар).
  • Тел ябайлығы.
  • Диалогтарҙың һәм эш-хәрәкәттең күплеге
  • Күп һанлы мажаралар булыуы.
  • Бәхетле тамамланыш (яҡшылыҡтың яуызлыҡты еңеүе).[1]
  • Балаларҙы тәрбиәләй

Балалар әҙәбиәтен тикшеренеүселәр  

үҙгәртергә
  • Е. П. Привалова  (1891-1977)
  • В. А. Левин
  • М. С. Петровский 

Шулай уҡ ҡарарға

үҙгәртергә
  • Һүрәтле китап

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://www.hi-edu.ru/e-books/xbook082/01/part-008.htm 2015 йыл 24 сентябрь архивланған. Редакторская подготовка изданий: Учебник / Антонова С. Г., Васильев В. И., Жарков И. А., Коланькова О. В., Ленский Б. В., Рябинина Н. З., Соловьев В. И.; Под общ. ред. Антоновой С. Г., д.ф.н. М.: Издательство МГУП, 2002. 468 с. 1000 экз.