Дәүләт (Әбйәлил районы)
Дәүләт (рус. Давлетово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. Дәүләт ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 941 кеше[2]. Почта индексы — 453624, ОКАТО коды — 80201822001.
Ауыл | |
Давлетово башҡ. Дәүләт | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Ауыл с | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 34772 |
Почта индексы |
453624 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 12 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 35 км
Дәүләт ауылы Сыбаркүл күле буйында, район үҙәге Асҡар ауылынан көнсығышҡа табан 12 километр һәм Магнитогорск тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 35 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
үҙгәртергәДәүләт ауылына Нуғай даруғаһы Тамъян улусы Тупаҡ ауылы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауыл 1740 йылдан билдәле. Тупаҡ халҡының бер өлөшө айырым утар булып бүленеп сыҡҡан. 1810 йылда уның урынына 30 йортло үҙ аллы Дәүләт ауылы теркәлгән. Һуңынан 12 ғаилә Күсәр ауылына күсеп киткән. Ауыл тәүге төпләнеүсенең исеме менән аталған. Уның улдары — өлкәне Амангилде 1759 йылғы. Икенсеһе Кинйәғол (1769—1817), өсөнсөһө Күсәмеш (1772—1829), дүртенсеһе Исәмеш (1776—1819). Күсәмештең улы Хөсәйен, Әхмәтйәндең ейәне. Ауылдың икенсе исеме тәүге төпләнеүсенең улы Күсәмеш Дәүләтов исеменән алынған. Ауылда 3 типтәр — Солтанбай, Дәүләтбай, Шәфи Ғәликәевтар ғаиләһе булған.
X ревизия Дәүләттә 130 кеше йәшәгән 19 йортто күрһәткән. Бында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, Парижды алған 14-се башҡорт полкы яугирҙары Абдулла Мөхәмәтғәлин, Сәйфулла Күсәмешев йәшәгән.
Халыҡ малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 27 йорттан торған 22 ылау Маяғашлы, Соҡорйылға, Ҡоторло йылғалары буйлап күсеп йөрөгән. 166 кешегә, шул иҫәптән 17 типтәргә, 200 ат, 100 һыйыр, 60 һарыҡ, 30 кәзә тура килгән. Бөтә 27 хужалыҡта ла 432 бот яҙғы иген сәселгән. Мөхәмәт Ҡажанбирҙин бер үҙе 145 бот сәскән[4].
1866 йылда ауылдағы 24 йортта 143 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 1900 йылда 2 һыу тирмәне теркәлгән.
1920 йылда 108 хужалыҡта 378 кеше донъя көткән[5].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[6] | 2009[6] | 2010[1] |
819 | ↗1035 | ↘941 |
- Милли составы
Дәүләт ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 154 | ||||
1920 йыл 26 август | 378 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 382 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 350 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 795 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 819 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 941 | 477 | 464 | 50,7 | 49,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Әлеге ваҡытта Дәүләт ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар, халыҡ театры эшләй[7].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергәУҡытыусы Г.Мағазов Дәүләт ауылында «Ҡамыр батыр» әкиәтен яҙып алған.
Был ҡыҙыҡлы
үҙгәртергәМ.Лось «Вестник Оренбургского учебного округа» баҫмаһында 1912 йылда ( №5, 173-176 биттәр) хәҙерге Әбйәлил районы (элекке Верхнеурал өйәҙе) Дәүләт ауылында уҡытыусы Г.Мағазов яҙып алған «Ҡамыр батыр» башҡорт халыҡ әкиәтен урыҫ телендә баҫтыра.
Урамдары
үҙгәртергә- Туғай урамы (рус. Луговая (улица)
- Көньяҡ урамы (рус. Южная (улица)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица)
- Көнбайыш урамы (рус. Западная (улица)
- Анна Харрасова урамы (рус. Анны Харрасовой (улица)
- Күсмәмеш урамы (рус. Кусямышево (улица)
- Яр буйы урамы (рус. Набережная (улица)
- Балыҡсылыҡ урамы (рус. Рыбацкая (улица)
- Күл урамы (рус. Озёрная (улица)
- Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица)
- Йәштәр урамы (рус. Молодёжная (улица)
- Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица)
- Дүҫлыҡ урамы (рус. Дружбы (улица)
- Сыбаркүл урамы (рус. Чебаркуль (улица)
- Сәнәғәт урамы (рус. Производственная (улица)
- Дала урамы (рус. Степная (улица)
- Эдуард Хәйеров урамы (рус. Эдуарда Хаирова (улица)[8]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Дәүләт (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 36. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Дәүләт (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 36. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 36. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ 6,0 6,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Дәүләт (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |