28 октябрь
көнө
(28 октября битенән йүнәлтелде)
28 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 301-се көнө (кәбисә йылында 302-се). Йыл аҙағына тиклем 64 көн ҡала.
28 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
28 октябрь Викимилектә |
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Иммиганттар көнө.
- Шоколад көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Оләсәй һәм олатайҙар көнө.
- Украина: Украинаны фашист илбаҫарҙарынан азат итеү көнө.
- Чехия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Яңы Зеландия: Хеҙмәт көнө.
Төбәк байрамдары
- Мари Эл: Таулы мари теле көнө.
- Ер: Бөтә донъя дзюдо көнө — дзюдосылар көнө.
- Австралия: Уҡытыусылар көнө.
- Бразилия: Дәүләт хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Венесуэла: Инженерҙар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Ҡораллы Көстәр авиацияһы көнө.
- 1237: Берлин тәүге тапҡыр телгә алына, ҡаланың тыуған көнө.
- 1492: Христофор Колумб Куба утрауына аяҡ баҫа.
тулы исемлек
- 1918: Чехословакия Австро-Венгриянан бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә.
- 1924: Франция де-юре СССР хөкүмәтен таный.
- 1930: СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы «Башҡорт АССР-ы сәнәғәтен үҫтереү тураһында» тигән ҡарар ҡабул итә.
- 1940: Греция Икенсе донъя һуғышына инә.
- 1965: АҠШ-та донъялағы иң ҙур монумент — 192 метрлыҡ «Көнбайыш ҡапҡаһы» ҡорос аркаһы асыла.
- 1886: Нью-Йоркта Азатлыҡ статуяһының рәсми асылыуы.
- 2005: Плесецк космодромынан Иран үҙенең тәүге яһалма юлдашы «Сина-1»-ҙе осора.
- 2011: Мәскәүҙә яңыртылғандан һуң Ҙур театр асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Тугунов Павел Иванович (1930—4.02.1993), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1954 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1971 йылдан гидравлика һәм гидравлик машиналар кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1972—1976 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор. Техник фәндәр докторы (1971), профессор (1972). Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡорт АССР-ының (1978) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, нефть сәнәғәте отличнигы (1973).
- Мөхәмәтйәнов Әнүәр Хәләф улы (1940), ғалим-инженер-электромеханик. 1971—1995 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы һәм бер үк ваҡытта 1986 йылдан СССР Нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте министрлығының, РСФСР Юғары һәм урта махсус белем биреү министрлығының тармаҡ ғилми-тикшеренеү лабораторияһының ғилми етәксеһе. 1990 йылдан тармаҡ ара ассоциация президенты, 1999 йылдан — коммерцияға ҡарамаған автономлы «ИНТЕГРСО» ғилми-производство ойошмаһының гененераль директоры, бер үк ваҡытта 1995—2006 йылдарҙа берләштерелгән «Сэйболт Башҡортостан» предприятиеһының генераль директоры. Техник фәндәр докторы (1989), профессор (1991). Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Сабекия Рушана Бейсен ҡыҙы (1970), ғалим-философ. 1996 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999—2007 йылдарҙа философия, политология, социологтя һәм хоҡуҡ кафедраһы мөдире. Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Джамбул (1993 йылдан Тараз) ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Һунаршин Әүәл Хажи улы (1911—6.01.1995), хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951—1976 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» тресы идарасыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1966).
- Игошев Владимир Александрович (1921—8.01.2007), рәссам, педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1968—1980 йылдарҙа Мәскәү архитектура институты уҡытыусыһы. Профессор (1965). СССР-ҙың (1991) һәм РСФСР-ҙың (1965) халыҡ рәссамы. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. РСФСР-ҙың И. Е. Репин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Асҡын ауылынан.
тулы исемлек
- Зәйнуллин Нәсифулла Ғиззәтулла улы (1931—18.12.1981), төҙөүсе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), Татар АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Яңы Айыу ауылынан.
- Ханнанов Рәсих Нурғәли улы (1931—28.09.2020), журналист, шағир һәм яҙыусы. 1971—1991 йылдарҙа «Кызыл таң» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, 1992—1994 йылдарҙа — баш мөхәррире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Шәһит Хоҙайбирҙин (1994) һәм Әнғәм Атнабаев (2005) исемендәге лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2019).
- Ғәббасова Филизә Әмерхан ҡыҙы (1941), суд органдары ветераны, юрист. Башҡортостан Республикаһы Юғары Судының отставкалағы судьяһы. Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы.
- Ниғмәтуллин Мулланур Абдулхай улы (1941—11.02.2002), театр актёры. 1968—2002 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989).
- Гәрәев Әүфәр Миңлеғәзим улы (1946), ғалим-географ-гидролог. 1990 йылдан Башҡорт дәүләт университетының гидрология һәм геоэкология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2000—2012 йылдарҙа Башҡортостан һыу хужалығы ғилми-тикщшеренеү институты директоры. География фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998) һәм һыу хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2010).
- Трубанов Владимир Евгеньевич (1976—19.08.1996). Рәсәй Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған хеҙмәткәре, разведка-дозор машинаһы уҡсыһы, рядовой. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1998, үлгәндән һуң).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мырҙанов Марат Мырҙан улы (1937—25.09.2012), ғалим-хирург. 1971—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986—1989 йылдарҙа онкология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1987).
- Волков Анатолий Иванович (1947), инженер. Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең элекке әйҙәүсе инженер-конструкторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
тулы исемлек
- Киреева Зоя Михайловна (1947), театр актёры. 1979—2013 йылдарҙа Стәрлетамаҡ рус драма театры актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы.
- Круглова Наталья Николаевна (1957), ғалим-эмбриолог, үҫемлектәр биотехнологы. 1989 йылдан — хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Биология институтының ғилми хеҙмәткәре, 1996 йылдан — лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 2002 йылдан — институт директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Биология фәндәре докторы (2002), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009). Сығышы менән Сыктывкар ҡалаһынан.
- Әхмәтйәнов Динир Әсғәт улы (1957), партия, дәүләт органдары һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 2011 йылдан Бөрйән район хакимиәте башлығы, 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры, 2017—2019 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—1999), икенсе (1999—2003 һәм өсөнсө (2003—2008) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин (1923—8.03.1944), Бөйөк Ватан һуғышында, кәүҙәһе менән дошман амбразураһын ҡаплап, һәләк булған яугир, уҡсылар полкының пулемёт взводы командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
- Йәнғүров Баян Ғөбәйҙулла улы (1928—2.01.2008), техник-механик, йәмәғәтсе. 1951—1989 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре. 1981—1986 йылдарҙа Салауат ашханалар тресы директоры. 1985—1989 йылдарҙа ҡала советы депутаты. 2003—2008 йылдарҙа Салауатнефтеоргсинтез берекмәһенең ветерандар советы рәйесе. Салауат ҡалаһында йүгереүселәр клубын ойоштороусы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) һәм «Почёт Билдәһе» (1961) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шишмә районының Тәпәреш ауылынан.
тулы исемлек
- Ниғәмәтов Нәбиулла Исмәғил улы (1933—21.04.1997), малсы. 1957—1995 йылдарҙа Хәйбулла районы «Матрай» совхозы малсыһы. Ленин (1976) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1979). Сығышы менән ошо райондың 1-се Мырҙа ауылынан.
- Һиҙиәтов Ишмырҙа Хәйернур улы (1933—8.02.2003), хирург-ғалим. 1968—1993 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы; 1994 йылдан Асҡар район үҙәк дауаханаһы табибы. Әбйәлил районы Салауат ауылында хоспис ойоштороусы һәм 2000 йылдан уның мөдире. Медицина фәндәре кандидаты (1968). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1983), Почёт ордены кавалеры (2000). Сығышы менән ошо райондың Ҡужан ауылынан.
- Мансурова (Хәмзина) Рәшиҙә Әхтәмйән ҡыҙы (1943), табип. Бүздәк район үҙәк дауаханаһы терапевы. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы. Райондың почётлы гражданы (2008).
- Кирәева Миңзада Мирғәле ҡыҙы (1948), театр актёры. 1971 йылдан Стәрлетамаҡ рус драма театры артисы. 1983 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1999), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1991) артисы.
- Горобец Григорий Васильевич (1953), ауыл хужалығы,муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2002—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Благовар районының БашЦИК исемендәге совхозының үҙәк усадьбаһынан.
- Хамматова Гүзәл Яныбай ҡыҙы (1953—3.11.2021), филолог, уҡытыусы, тәржемәсе. 1976 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты, 1988—2008 йылдарҙа Өфө юридик институты уҡытыусыһы. 2008 йылдан Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Косолапов Алексей Владиславович (1958), инженер, нефть сәнәғәте, комсомол һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1978 йылдан Краснохолмский быраулау эштәре идаралығы механигы, 1981 йылдан ВЛКСМ комитеты секретары, 1982 йылдан — инженеры, цех начальнигы урынбаҫары, цех начальнигы, 1991 йылдан — баш энергетигы; 1998 йылдан торлаҡ-коммуналь хужалығы начальнигы; 2000—2007 йылдарҙа район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының икенсе саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2003), райондың почётлы гражданы (2007). Сығышы менән Краснохолмский ауылынан.
- Латипов Наил Миңләхмәт улы (1963), инженер, нефтсе, комсомол органдары хеҙмәткәре, эшҡыуар. 1989—1992 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Благовещен ҡала комитетының икенсе секретары, Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ломодуров Николай Зиновьевич (1909—3.05.1976), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1935—1969 йылдарҙа Бөрө районының Иҫке Баҙан ремонт-техник станцияһы бригадиры, ремонт оҫтаханаһы мөдире, өлкән механигы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).
- Зөбәйҙуллин Хисбулла Ғүмәр улы (1929—31.12.2001), бейеүсе, балетмейстер, педагог. 1950—1972 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, шул иҫәптән 1963—1981 йылдарҙа педагог‑репетиторы, 1974—1975 йылдарҙа художество етәксеһе; 1981—1983 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы балетмейстеры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1969). Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты (Вена, 1959).
тулы исемлек
- Дворкин Владимир Исаакович (1954), ғалим-геофизик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1983 йылдан Өфөләге «Геофизика» ғилми‑производство фирмаһы хеҙмәткәре, 1990 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1991 йылдан – лаборатория, 2005 йылдан – бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 2005 йылдан — Өфө дәүләт нефть техник университетының геофизика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (2003). Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (1997), Рәсәй яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1913: Ефим Юльевич Учитель, СССР кинорежиссёры һәм операторы.
- 1928: Шәүҡәт Биктимеров, театр актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1977).
тулы исемлек
- 1936: Роман Виктюк, СССР һәм Рәсәйҙең театр режиссёры.
- 1939: Марс Макаров, композитор һəм баянсы, Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987, «Ағыла ла болот ағыла», «Кейек ҡаҙҙар» һ.б. йырҙар авторы)
- 1955: Билл Гейтс, Microsoft компанияһына нигеҙ һалыусы.
- 1956: Мәхмүт Әхмәҙинежад, Ирандың 6-сы Президенты.
- 1957: Роза Рымбаева, СССР һәм Ҡаҙағстандың эстрада йырсыһы, педагог.
- 1967: Джулия Робертс, АҠШ актёры.
- 1704: Джон Локк, Англия философы.
- 1861: Иван Саввич Никитин, Рәсәй империяһы шағиры.
тулы исемлек
- 1889: Густав Рюмелин, Германия сәйәсмәне.
- 1934: Мәжит Ғафури, Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры, башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре классигы,
- 1943: Ғәлимов Вәхит Ғәзим улы, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
- 1969: Корней Чуковский, СССР-ҙың балалар яҙыусыһы, тәнҡитсе, тәржемәсе, әҙәбиәтсе.
- 2002: Абдуллин Әнүәр Абдулла улы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Советтар Союзы Геройы (1945).