Ханнанов Рәсих Нурғәли улы
Ханнанов Рәсих Нурғәли улы (28 октябрь 1931 йыл — 28 сентябрь 2020 йыл) — журналист, шағир һәм яҙыусы. 1957 йылдан СССР Журналистар союзы, 1959 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы, 1960 йылдан — КПСС ағзаһы. 1992—1994 йылдарҙа Ҡыҙыл таң республика гәзите мөхәррире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Шәһит Хоҙайбирҙин (1994) һәм Әнғәм Атнабаев (2005) исемендәге лауреаты.
Ханнанов Рәсих Нурғәли улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Һөнәр төрө | журналист |
Биографияһы
үҙгәртергәРәсих Нурғәли улы Ханнанов 1931 йылдың 28 октябрендә Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуған.
Урта белем алғандан һуң, 1949—1951 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы район мәҙәниәт йортонда киномеханик булып эшләй.
1951—1956 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттә була.
1956—1958 йылдарҙа Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында уҡый.
1957 йылдан матбуғат өлкәһендә хеҙмәт һала: башта «Хеҙмәткә дан» район гәзитендә, ә 1962 йылдан «Ҡыҙыл таң» республика гәзитендә эшләй. Был баҫмала әҙәби жеҙмәткәр, үҙ хәбәрсе, 1971 йылдан — мөхәррир урынбаҫары, 1992—1994 йылдарҙа мөхәррир була.
Журналистика ветераны һәм әҙип Рәсих Нурғәли улы Ханнанов 2020 йылдың 28 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[1].
Ижады
үҙгәртергәРәсих Нурғәле улы бик иртә, мәктәптә уҡыған саҡта уҡ, яҙыша башлай. Тәүге шиғырҙарын мәктәп стена гәзитендә сығара, унан һуң уларҙы район гәзитендә баҫтыра, яҡташы, ул саҡта уҡ танылған яҙыусы Фәрит Иҫәнғоловтың кәңәше менән хикәйәләр яҙа башлай. Илленсе йылдар аҙағы — алтмышынсы йылдар башында уның әҫәрҙәре мабуғатта йыш күренә.
«Һин онотма» исемле беренсе йыйынтығын әҙерләй. Китап донъяға сыҡҡас, ундағы шиғырҙарҙың күбеһе, көйгә һалынып, йырҙарға әйләнә.
Рәсих Ханнанов ваҡытлы матбуғаттағы эшмәкәрлеге менән бер рәттән, повестар, хикәйәләр, нәҫерҙәр, пьесалар, йыр өсөн шиғырҙар, робағиҙар ижад итә. Уның «Йәшлек ҡанаттары», «Диңгеҙ ҡарлуғасы», «Ҡыр ҡыҙҙары киткәндә», «Юл буйынса күк сәскә», «Күңел нуры», «Көтөгөҙ мине, тирәктәрем!», «Әйтем юҡҡа әйтелмәй», «Ҡатынға бүләк» кеүек йыйынтыҡтары донъя күрә.
Ул алты пьеса, ике музыкаль комедия, очерктар, мәҡәләләр, рецензиялар, фельетондар авторы. Рәсих Ханнанов ижадында йырҙар айырым урын алып тора. Х. Әхмәтов, Р. Хәсәнов, Т. Шәрипов, А. Ҡобағошов, С. Низаметдинов, А. Ғабдрахманов, М. Имашев, Ә. Дауытов кеүек композиторҙар менән берлектә ике йөҙҙән ашыу йыр ижад итте. Уларҙың байтағы халыҡҡа киң билдәле, хатта халыҡтыҡы булып киткәндәре лә бар. «Яңғыҙ аҡҡош күлдәрҙә», «Минең әсәй гөл ярата ине» йырҙары Татарстанда «Йылдың иң яҡшы йыры» тигән исем алды. «Минең Өфөм — Уралдың саф гөлө», баш ҡалабыҙҙың 425 йыллығына арналған конкурста еңеп, Өфөнөң байрам гимнына әйләнде.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Өфөлә танылған шағир, яҙыусы һәм журналист Рәсих Ханнанов донъя ҡуйҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 28 сентябрь 2020 йыл (Тикшерелеү көнө: 29 сентябрь 2020)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2016)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
- Ханнанов Рәсих Нурғәли улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- З. Биишева исемендәге Башкортостан «Китап» нәшриәте сайты 2016 йыл 7 март архивланған. (рус.)