Һунаршин Әүәл Хажи улы
Һунаршин Әүәл Хажи улы (28 октябрь 1911 йыл — 6 ғинуар 1995 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1966), газ сәнәғәте отличнигы (1965).
Һунаршин Әүәл Хажи улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 28 октябрь 1911 |
Тыуған урыны | Билән, Красноуфимск өйәҙе, Пермь губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 6 ғинуар 1995 (83 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәҺунаршин Әүәл Хажи улы 1911 йылдың 28 октябрендә Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай районы) Билән ауылында тыуған. Милләте — башҡорт[1].
1970 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.
Тулы булмаған мәктәптә белем алғандан һуң, 1925 йылда Өфө төҙөлөш техникумына уҡырға инә[2].
1931 йылдан Башҡорт АССР-ы Учалы районының Стройколхозцентр район-ара контораһында техник етәксе булып эшләй. 1932—1933 йылдарҙа «Севцветметзолото» берекмәһенең Свердловск ҡала төҙөлөш контораһында прораб вазифаһын башҡара.
1933—1935 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта Ҡыҙыл Армия сафтарында хеҙмәт итә. 1935—1938 йылдарҙа — «Нефтезаводпроект» тресының Өфө филиалында инженер-конструктор, 1938—1941 йылдарҙа — Өфө нефть эшкәртеү заводында капиталь төҙөлөш бүлегенең өлкән инженеры булып эшләй[2].
1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Брянск, Воронеж, Сталинград, Көньяҡ, IV Украина һәм I Балтик буйы фронттарында һуғыша, рота командиры, батальон командирының урынбаҫары була. Ике тапҡыр яралана, госпиталдә дауалана. Алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, 6 миҙал менән бүләкләнә.
1945 йылдан «Башнефтезаводы» берекмәһенең капиталь төҙөлөш бүлеге мөдире булып эшләй. 1946—1950 йылдарҙа — «Башнефтезаводстрой» тресының производство-техник бүлеге начальнигы, 1950—1951 йылдарҙа — «Востокнефтепроводстрой» тресының баш инженеры вазифаларын башҡара. 1951 йылдан «Востокнефтепроводстрой» тресының етәксеһе була. 1971 йылдан «Востокнефтепроводстрой» тресында иҡтисадсы булып хеҙмәт итә. 1979—1987 йылдарҙа «Главвостоктрубопроводстрой» идаралығының бүлек начальнигы булып эшләй[3].
Нижневартовск—Куйбышев, Туймазы—Омск, Усть-Балык—Омск, Усть-Балык—Ҡурған—Өфө—Әлмәт магистраль нефть үткәргестәре комплекстары, Бохара—Урал газ үткәргесе һ.б. төҙөлөшөндә ҡатнаша[3].
1995 йылдың 6 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат була.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Бородавкин П. П., Сунарчин А. Х. Строительство магистральных трубопроводов в сложных условиях. — М.: Недра, 1965. — 215 с.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1966)
- Газ сәнәғәте отличнигы (1965)
- Ленин ордены (1964, 1971)
- Октябрь Революцияһы ордены (1973)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1964)
- миҙалдар
Хәтер
үҙгәртергәӨфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Һунаршин Әүәл Хажи улы . «Герои страны» сайты.
- ↑ 2,0 2,1 Тимур Рахматуллин. Сегодня – 100 лет со дня рождения Героя Социалистического Труда Аваля Сунарчина . Дата обращения: 3 сентябрь 2018.
- ↑ 3,0 3,1 Фархутдинов Г. Г. Сунарчин Аваль Хаджаевич // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои труда / Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. — ISBN 978-5-295-05228-6.
- Белокатайский район: история и современность / Историко-краеведческое издание. / Автор-составитель В. А. Ощепков. — Уфа : Издатедьство Диалог, 2004. — 476 с. — ISBN 5-94524-028-1. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 ғинуар 2021)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Һунаршин Әүәл Хажи улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 29 ғинуар 2021)