Мәскәү архитектура институты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Мәскәү архитектура институты («Мәскәү архитектура институты (дәүләт академияһы)» юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһы, Аббр. МАрхИ) — Мәскәү ҡалаһының архитекторҙар һәм дизайнерҙар әҙерләп сығарған юғары уҡыу йорто.

Мәскәү архитектура институты
Нигеҙләү датаһы 14 октябрь 1933
Рәсем
Рәсми атамаһы Московский архитектурный институт
Ҡыҫҡаса атамаһы МАрхИ
Эшмәкәрлек төрө архитектура[1] һәм Юғары белем[1]
Ректор Швидковский, Дмитрий Олегович[d]
Дәүләт  Рәсәй[2]
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Урын Мәскәү
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][3]
Рәсми сайт marhi.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели МАРХИ[d]
Карта
 Мәскәү архитектура институты Викимилектә

Тасуирламаһы

үҙгәртергә
 
МАрхИ, архитектор Кузнецов В. А., 1914

Академияла 1,4 меңдән ашыу студент белем ала.

Уҡыу түбәндәге һөнәрҙәр буйынса алып барыла:
Торлаҡ һәм йәмәғәт биналары архитектураһы
Сәнәғәт ҡорамалдары архитектураһы
Ҡала төҙөлөшө
Архитектурала реставрация
Архитектурала реконструкция
Ауыл биләмәләре архитектураһы
Ландшафт архитектураһы
Архитектура теорияһы һәм тарихы
Ҡала төҙөлөшө теорияһы нигеҙҙәре
Архитектура мөхите дизайны
«Вестник МАрхИ» журналы нәшер ителә.

Мәскәү архитектура институты (МАИ) ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһының 1933 йылдың 5 сентябрендәге һәм 14 октябрендәге ҡарарына ярашлы, Архитектура-төҙөлөш институты (Вхутеин архитектура факультеты һәм МВТУ-ның Инженер-төҙөлөш факультетының архитектура бүлеге берләштереүе нигеҙендә) базаһында ойошторола. СССР-ҙа архитекторҙар әҙерләүгә махсуслашҡан берҙән-бер уҡыу йорто була[4].

Институт өсөн Иван Воронцовтың элекке утарының биналары бирелә.

1955 йылдан алып, ВКП(б) Үҙәк Комитетының «Проектлауҙа һәм төҙөләштә артыҡлыҡтарҙы бөтөрөү тураһында» ҡарары буйынса уҡытыу совет функционализмына, типиклыкҡа һәм эре панельный, эре блоктар менән төҙөүгә йүнәлеш ала.

1994 йылда институт Британия архитекторҙарының король институты (RIBA) тарафынан аккредитациялана.

1995 йылдың 21 июнендә Мәскәү архитектура институты «Мәскәү архитектура институты (дәүләт академияһы)» юғары белем биреү федерлаь дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһы тип үҙгәртелә.

Етәкселеге

үҙгәртергә

Институты ректорҙары[5]:

  • 28.08.1930 — 29.09.1930 — Тоот Виктор Сигизмундович
  • 29.09.1930 — 16.06.1931 — Миронов К. В.
  • 16.06.1931 — 07.05.1933 — Боровков Яков Михайлович
  • 07.05.1933 — 15.12.1936 — Серёженкин Михаил Афанасьевич
  • 15.12.1936 — 13.09.1937 — Людвиг Генрих Маврикиевич
  • 14.09.1937 — 02.10.1940 — Кабуковский Наум Сергеевич
  • 07.10.1940 — 17.07.1941 — Остапенко Михаил Андреевич
  • 18.07.1941 — 16.10.1941 — Скородумов Пётр Николаевич
  • 16.10.1941 — 01.05.1942 — Алтухов Александр Семёнович
  • 01.05.1942 — 03.11.1942 — Скородумов Пётр Николаевич
  • 03.11.1942 — 24.03.1944 — Чалдымов Андрей Константинович
  • 24.03.1944 — 03.11.1944 — Остапенко Михаил Андреевич
  • 03.11.1944 — 18.10.1945 — Чалдымов Андрей Константинович
  • 18.10.1945 — 30.12.1947 — Николаев Иван Сергеевич
  • 30.12.1947 — 28.01.1948 — Смирнов Виктор Иванович (архитектор)
  • 28.01.1948 — 02.03.1957 — Кропотов Владимир Николаевич
  • 02.03.1957 — 15.12.1958 — Казиатко Андрей Гаврилович
  • 15.12.1958 — 02.07.1970 — Николаев Иван Сергеевич
  • 02.07.1970 — 14.04.1987 — Соколов, Юрий Николаевич (МАрхИ ректоры)
  • 14.04.1987 — (?).04.1987 — Шедов В. П.
  • (?).05.1987 — 24.07.1987 — Пронин Евгений Семёнович
  • 24.07.1987 — (?).2007 — Кудрявцев Александр Петрович
  • 2007 йылдан — Швидковский Дмитрий Олегович

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Moskovskij architekturnyj institut // Чешская национальная авторитетная база данных
  2. GeoNames (ингл.) — 2005.
  3. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  4. Клеменко, 2012
  5. Каждан Я. Дом на Рождественке". М.: 1998. Приложение № 1.
  • Блашкевич Р. Н., Иванова-Веэн Л. И. АСИ-МАИ-МАРХИ. 1930-1933-1990-е // Архитектурные школы Москвы. Сб. 1: Исторические данные. 1749—1990-е. — М., 1995.
  • Московский архитектурный институт / Клименко С. В. // Монголы — Наноматериалы. — М. : Большая российская энциклопедия, 2013. — С. 280—281. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 21). — ISBN 978-5-85270-355-2.
  • 250 лет московской архитектурной школы: Учебные работы и проекты. 1749—1999. — М., 2000.
  • МАИ. 1933—1949 // Архитектурные школы Москвы. Сб. 3: Педагоги и выпускники. 1918—1999. — 2-е изд. — М., 2002.
  • МАРХИ. XX век: Сб. воспоминаний. Т. 1-5 / Авт.-сост. А. Некрасов, А. Щеглов. — М., 2006.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • marhi.ru — официальный сайт МАрхИ.
  • study-marhi.ru — дополнительное образование и курсы в МАрхИ.