Гәрәев Әүфәр Миңлеғәзим улы
Гәрәев Әүфәр Миңлеғәзим улы (28 октябрь 1946 йыл) — ғалим-географ-гидролог. География фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), Башҡортостан Республикаһы һыу хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2010). Географик экология фәнни йүнәлешенә нигеҙ һалыусы[1].
Әүфәр Миңлеғәзим улы Гәрәев | |
Тыуған көнө |
28 октябрь 1946 (78 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡортостан АССР-ы, Ҡандра районы, Сәйрән ауылы |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Эшләгән урыны |
Башҡорт дәүләт педагогия университеты, |
Альма-матер |
Ташкент университеты |
Ғилми дәрәжәһе |
география фәндәре докторы |
Ғилми исеме |
профессор |
Биографияһы
үҙгәртергәӘүфәр Миңлеғәзим улы Гәрәев 1946 йылдың 28 октябрендә Башҡортостан АССР-ы Ҡандра районы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы) Сәйрән ауылында тыуған[2].
1970 йылда Ташкент университетының география факультетын тамамлаған.
1972 йылдан Өфөлә «Южуралгипроводхоз» институты Башҡортостан филиалында эшләй:
- 1972 йылдан — өлкән инженер-гидрологы,
- 1975 йылдан — баш инженеры,
- 1976 йылдан — сектор мөдире,
- 1978 йылдан — Урал һыу хужалығы ғилми тикшереү институты Башҡортостан бүлегенең лаборатория мөдире.
1982—1990 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыта, география кафедраһы мөдире була[2].
1990 йылдан Башҡорт дәүләт университетында уҡыта, гидрология һәм геоэкология кафедраһы мөдире була, бер үк ваҡытта 2000—2012 йылдарҙа Башҡортостан һыу хужалығы ғилми-тикшеренеү директоры вазифаһын башҡара[1].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни эшмәкәрлеге геоэкология, тәбиғәтте һаҡлау, экологик мониторинг өлкәһендә тикшеренеүҙәр, Башҡортостан Республикаһының һәм уның менән сиктәш төбәктәрҙең һыу ресурстарының үҙенсәлектәрен, антропоген факторҙарҙың һыу экосистемаларына йоғонтоһон өйрәнеүгә бәйле. Әүфәр Гәрәев мелиорацияланған ерҙәрҙең режимы, тәбиғәт комплекстарының деградация үҙенсәлектәрен өйрәнә, һыуҙы оптималь файҙаланыуҙың һәм Башҡортостан Республикаһы йылғалары бассейны буйынса һыу һаҡлау саралары системаһы варианттары, һаҡланыусы тәбиғәт территориялары системаһын, акваль комплекстарҙы географик‑экологик баһалау методикаһы эшләнелә. 300-ҙән ашыу фәнни мәҡәләләр һәм китаптар авторы[1].
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Болота Башкирии. — Уфа, 1986. (авторҙаш)
- Водные ресурсы Уральского экономического района, их использование и охрана. — Свердловск, 1986. (авторҙаш)
- Географо-экологические основы комплексного использования и охраны водных ресурсов бассейна реки. — Челябинск, 1989.
- Оптимизация водоохранных мероприятий в бассейне реки (географо-экологический аспект). — СПб., 1995.
- Реки и озёра Башкортостана. — Уфа, 2001.
- Реки и озёра Башкортостана. — Уфа, 2012.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Фәтҡуллин Р. А. Гәрәев Әүфәр Миңлеғәзим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 Гареев Ауфар Миннигазимович. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 223. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Чалов Р. С. Выдающиеся достижения профессора Гареева А. М. — М., 2003.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Фәтҡуллин Р. А. Гәрәев Әүфәр Миңлеғәзим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.