Салауат (Әбйәлил районы)
Салауат (тыңлау) (рус. Салаватово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 323 кеше[5]. Почта индексы — 453601, ОКАТО коды — 80201837007.
Салауат | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Таштимер ауыл Советы (Әбйәлил районы)[1] |
Халыҡ һаны |
457 кеше (1968)[2], 337 кеше (2002)[3], 296 кеше (2009)[3], 323 кеше (2010)[4] |
Почта индексы | 453601 |
Салауат Викимилектә |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[6] | 2009[6] | 2010[7] |
337 | ↘296 | ↗323 |
- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 100 % тәшкил итә[8].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1900 йыл | 559 | ||||
1920 йыл 26 август | 644 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 411 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 384 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 333 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 337 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 323 | 156 | 167 | 48,3 | 51,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 15 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Михайловка): 9 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 41 км
Урамдары
үҙгәртергәТарихы
үҙгәртергәСалауат ауылына 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында әүҙем ҡатнашыусы Салауат батыр нигеҙ һала.
Документтарҙа фамилияһы телгә алынмай. Л. Я. Соймонов төҙөгән 1740 йылдағы "Башҡорт ихтилалы тураһында өҙөк"тә ике тапҡыр Тамъян улусы башҡорто Салауаттың исеме телгә алына. Ихтилал етәксеһе Сәйетбайҙың ике ҡустыһы — Әлкәлин Ҡолош менән Тәпсе («ҡустыһы Һарынбәт һәм башҡорт Салауат Ҡараһаҡал менән уртаҡ булғандар») карателдәр ҡулына эләгә. 1740 йылдың 25 июнендә тотҡондарҙың береһе «Тамъян улусы башҡорто Салауат Ағиҙелгә 40 ғаилә менән килде», тип һөйләй әсирҙәрҙең береһе. Баш күтәреүселәр, бөтә малдарын ҡалдырып, Ағиҙел йылғаһы аша «Ҡараҡай тауҙарына, Ҡыҙыл йылғаһына тиклем» йүнәлеүен тиҙләтә. Был мәғлүмәттәр, Салауаттың 1740 йылдағы Ҡараһаҡал ихтилалында айырыуса ҙур роль уйнағанлығы тураһындағы фекерҙе иҫбатлай.
Салауаттың улы Кинйәкәй (1736—1813), ейәндәре Бикташ (1768—1813), Истамғол, Кузяхмет, Рәхмәт тыуған ауылында йәшәгән. Беренсе күскенсе улы исеме менән ауыл шулай уҡ Кинйәкәй тип атала.
1795 йылда 18 йорт хужалығында 140 кеше йәшәгән. X ревизия 68 йортта 400 кешене күрһәткән. 1920 йылда 145 йортта 644 кеше йәшәгән.
Салауаттар Ватанды һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә. 1805—1807 йылдарҙа Пруссия һәм Польша биләмәләрендә Рәсәйҙең союздаштар менән Наполеон Францияһына ҡаршы походында Яңыбай Ғәйетов ҡатнаша. Наполеонды Рәсәйҙә, сит илдәрҙә һәм уның баш ҡалаһында тар-мар иткәнд көмөш миҙалдар кавалерҙары Ҡасҡын Әбдрәшитов, Ишкилде Ишемғолов ҡатнаша.
Салауаттар — мал үрсетеүселәр. 45 йорттоң 40-ы 310 кешеһе менән Маяғашлы, Сирмешән, Ҡаржау йылғалары буйлап күсеп йөрөгән. Уларҙың 350 аты, 180 һыйыры, 100 һарығы, 60 кәзәһе иҫәпләнә. Игенселек өсөн 59 дисәтинә ер үҙләштерелгән. 1842 йылда бөтәһенә 708 бот яҙғы иген сәселә. Сәсеүлектәрҙең яртыһынан күберәгенә дүрт кеше хужа була: Мөхәмәтйәр Килдейәров (100 бот), Дәүләтша Байғәлин (105 бот), Йыһанша Ырыҫбаев (105 бот), Рахманғол Абдулғәзизов (110 бот)[10].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Фәттәхетдинов Хәлфетдин (1892—1938) — хәрби эшмәкәр. Беренсе донъя, Рәсәйҙәге Граждандар һәм совет-поляк һуғыштарында ҡатнашыусы.
Видеояҙмалар
үҙгәртергәМатбуғатта
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года (урыҫ) — Уфа: 1969. — 429 с. — 5000 экз.
- ↑ 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 6,0 6,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Улицы
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 39. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Салауат (Әбйәлил районы) Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |