Роза Рымбаева
Рымбаева Роза Ҡыуаныш ҡыҙы (28 октябрь 1957 йыл) — совет һәм ҡаҙаҡ эстрада йырсыһы (сопрано), педагог, профессор. Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ артисы (1986), Ҡаҙағстан Республикаһының дәүләт премияһы лауреаты (2004), Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан республикаларының атҡаҙанған артисы[1], Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1981).
Роза Рымбаева Роза Қуанышқызы Рымбаева | ||||||||
Төп мәғлүмәт | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тулы исеме |
Роза Ҡыуаныш ҡыҙы Рымбаева | |||||||
Тыуған |
28 октябрь 1957 (67 йәш) | |||||||
Тыуған урыны |
Яңғыҙ Түбә разъезы, Семипалатинск өлкәһе, Ҡазаҡ ССР-ы[1] | |||||||
Ил | ||||||||
Һөнәрҙәре |
йырсы, актриса, профессор-уҡытыусы, телетапшырыуҙар алып барыусы | |||||||
Әүҙем йылдары |
1975 йылдан | |||||||
Йырлау тауышы |
лирик сопрано | |||||||
Жанрҙар |
Поп-музыка, джаз, романс, эстрада йырҙары | |||||||
Псевдонимдар |
«Урта Азия һандуғасы», «Ҡаҙағстандың алтын тауышы», «Ҡаҙаҡ примадоннаһы» | |||||||
Коллективтар |
«А’Студио», «Арай» һәм «Гөлдәр» ансамблдәре[2] | |||||||
Наградалар |
| |||||||
Аудио, фото, видео Викимилектә | ||||||||
Биографияһы
үҙгәртергәРоза Ҡыуаныш ҡыҙы Рымбаева 1957 йылдың 28 октябрендә Ҡаҙаҡ ССР-ы Семипалатинск өлкәһендәге (хәҙерге Ҡаҙағстан Республикаhы Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһендәге) Ярма районы[3]) Семипалатинск тимер юл станцияһының «Яңғыҙ түбә» исемле 9-сы разъезында тимер юл эшсеһе ғаиләһендә тыуған. Урта белемде интернат-мәктәптә ала һәм 1979—1984 йылдарҙа Алма-Ата ҡалаһындағы Ҡаҙаҡ театр-сәнғәт институтының музыкаль-драматик комедия факультетында уҡый[1].
1976—1979 йылдарҙа — «Гөлдәр» республика йәштәр эстрада ансамбле[2], 1979 йылдан — «Ҡаҙаҡконцерт» республика концерт берләшмәһе ҡарамағындағы «Арай» эстрада ансамбле йырсыһы[2] (1999 йылдағы вафатына тиклем «Арай» ансамбленең директоры һәм художество етәксеһе Розаның ире Таскын Окапов була).
Роза Рымбаева 1995 йылдан (бер үк ваҡытта) Т. К. Жургенов исемендәге Ҡаҙаҡ милли сәнғәт академияһында уҡытыусы-педагог[1], профессор.
Сәхнә эшмәкәрлеге
үҙгәртергәРоза Рымбаева — элекке Советтар Союзында киң танылыу алған һәм халыҡ-ара конкурстарҙа СССР исеменән сығыш яһаған беренсе ҡаҙаҡ йырсыһы. Музыка училищеһендә уҡый башлаған йылда уҡ республика үҙешмәкәр йырсылар бәйгеһендә еңеү яулаған ҡыҙ алдағы 1975 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 30 йыллығына арналған конкурста ла шундай уҡ уңышҡа өлгәшә. Талантлы башҡарыусыны «Гөлдәр» республика йәштәр эстрада ансамбленең баш дирижёры Таскын Окапов үҙ коллективына саҡыра. Розаның сәхнә эшмәкәрлеге 1976 йылда шулай башланып китә[4]. Тиҙҙән ул Бөтә Союз кимәлендә киң билдәлелек яулай. 1977—1979 йылдарҙа «Йыл йыры» (рус. «Песня года») фестивалдәре финалдарына сыға. 1977 йылда йәш башҡарыусыларҙың «Ғүмергә йыр менән» (рус. «С песней по жизни») Бөтә Союз телевизион конкурсында һәм эстрада артистарының Болгарияла үткән «Алтын Орфей» халыҡ-ара фестивалендә «Гран-при» ала. «Звуковая дорожка» хит-парадында илдең иң яҡшы ун йырсыһы иҫәбенә инә. 1978 йылда туған ҡаҙаҡ телендә «Әлиә» йыры менән Роза Рымбаева күп милләтле совет телевизор тамашасыһының яратҡан башҡарыусыһына әйләнә, популярлыҡ буйынса, Алла Пугачёва менән София Ротарунан ғына ҡалышып, илдә өсөнсө урын яулай[5]. Дүрт октаваны үҙ эсенә алған көслө һәм үҙенсәлекле тауышҡа эйә булған сәхнә оҫтаһы, ҡайҙа ғына сығыш яһамаһын, бер ваҡытта ла фонограммаға йырламай[6].
Артабан ул илдең киң билдәле сәнғәт әһелдәре — йырсылар һәм композиторҙар Сергей Пенкин, Батырхан Шукенов, Ренат Ибрагимов, Владимир Ступин, Арно Бабаджанян, Алексей Мажуков, Давид Тухманов, Юрий Саульский, Александра Пахмутова, Раймонд Паулс һәм Александр Зацепиндар хеҙмәттәшлек итә.
Роза Рымбаева 22 йәшендә (1979) Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған, 29 йәшендә (1986) республиканың халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.
Төрлө йыйынтыҡтарҙағы йырҙары
үҙгәртергә- 1977 — 2LP «Йәш башҡарыусыларҙың „Ғүмергә йыр менән“ Бөтә Союз телевизион конкурсы» (йыйынтыҡ), СССР[7].
- 1979 — EP «Роза Рымбаева/Джо Дассен», СССР. (рус.)
- 1980 — EP «Роза Рымбаева йылай», СССР. (рус.)
- 1984 — EP «Кругозор № 3/1984» (сборник), СССР. (рус.)
- 1986 — LP «Ласковый дождь» (сборник), СССР. (рус.)
- 1986 — LP «Soviet Superhits» (сборник), Финляндия.[8]
- 1986 — LP «С тобою, музыка» (сборник), СССР. (рус.)
- 1987 — LP «Т.Кажгалиев. „Мечта“» (сборник), СССР. (рус.)
- 1991 — LP «Фестиваль „Голос Азии“» (сборник), СССР. (рус.)
- 2007 — 5CD «Союз нерушимый (Песни и танцы народов СССР)» (сборник), Россия. (рус.)
Үҙенең йыр альбомдары
үҙгәртергә- 1983 — LP «Výlet do zlaté stepi», Чехословакия.[9]
- 1985 — LP "Роза Рымбаева и ансамбль «Арай», СССР.
- 1987 — LP «Поет Роза Рымбаева», СССР.
- 2003 — CD «Ademi-au» (Тандаулы андер — Избранные песни), Казахстан.
- 2005 — CD «Роза Рымбаева» (серия «Имена на все времена»), Россия.
- 2006 — CD «Сенімен біргемін» (С тобой вместе), Казахстан.
- 2007 — DVD+CD «30 лет на сцене» (3 диска DVD — три концерта (Москва, СПб, Алматы) и док. фильм «Роза» плюс один CD «Ертеніме сенемін» (Верю в завтра), Казахстан).[10]
- 2007 — CD «Роза Рымбаева» (в серии «Золотая коллекция ретро»), Россия.
- 2007 — MP3 «Любовь настала» (в серии «Имена на все времена»), Россия.
- 2009 — МР3 «Роза Рымбаева» (в серии «Золотая коллекция ретро»), Россия.
- 2009 — CD «Вечная весна» (песни советских и казахских композиторов), Казахстан.[11]
- 2010 — CD «Жерiм жанаттым» (Песни Еркена Интыкбаева), Казахстан.
Фильмография
үҙгәртергә- 1976 — телевизионный фильм «Первая песня», студия «Казахтелефильм».
- 1982 — главная роль в советско-чехословацком фильме «До свидания, Медео»\"Revue na zakázku"[12]
- 1999 — док. фильм «Женский взгляд». Роза Рымбаева", реж. Оксана Пушкина (Россия).
- 2001 — док. фильм «Роза», реж. Ж. Сабирова.
- 2002 — док. фильм «Хвост кометы». Роза Рымбаева", реж. А. Бурыкин (Россия).
- 2010 — док. фильм «И снова здравствуйте!», (Россия).
Сәхнәләге ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- Ҡаҙаҡ ССР-ының республика үҙешмәкәр йырсылар бәйгеләренең беренсе пермияһы (1974, 1975)
- «Ғүмергә йыр менән» (рус. «С песней по жизни») Бөтә Союз телевизион конкурсында «Гран-при» (1977).
- Эстрада йырсыларының Болгарияла үткән «Алтын Орфей» халыҡ-ара йыр бәйгеһендә «Гран-при» (1977).
- «Гала-83» йыр фестивалендә (Куба) «Гран-при» (1983)
- «Алтын микрофон» йыр бәйгеһендә (Төркиә) «Гран-при» (1986)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған артисы (1979)
- Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1981)
- Үзбәк ССР-ының атҡаҙанған артисы (1984)
- Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ артисы (1986)
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (1991)
- Ҡырғызстандың атҡаҙанған артисы (2000)
- «Парасат» (русса Орден Благородства) ордены (2000)
- «Эстрада йондоҙо» номинацияһында «Йыл кешеһе» (2000)
- Ҡаҙағстандың "Йондоҙҙар алеяһы"нда шәхси йондоҙ (2002)
- Ҡаҙағстандың «Ағалтын Тарлан» (русса Платиновый Тарлан) премияһы (2002)
- Ҡаҙағстан Республикаһының дәүләт премияһы лауреаты (2004)
- «Курмет» (русса орден «Почета») ордены (2004)
- «Ижад Йондоҙо» (русса орден «Звезда созидания») ордены (2004)
- Мәскәүҙең "Йондоҙҙар алеяһы"нда шәхси йондоҙ (2005)
- «Астанаға 10 йыл» миҙалы (2008)
- Ҡарағанданың "Йондоҙҙар алеяһы"нда исемле йондоҙ (2008)
- «Ҡаҙағстан Республикаһының бойондороҡһоҙлоғона 20 йыл» миҙалы (2011)
- Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһенең почетлы гражданы
- Ҡаҙағстандың Ярма районы почетлы гражданы[5]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Казахская примадонна отмечает день рождения — «Tengrinews» сайты (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Роза Рымбаева — Сайт «Культурное наследие. Национальный проект» (рус.)
- ↑ рус. Жарминский район, ҡаҙ. Жарма ауданы
- ↑ Роза Рымбаева: 40 лет на сцене — Национальное телевизионное информационное Агентство «Хабар» (рус.)
- ↑ 5,0 5,1 Официальный сайт Акима Жарминского района. Главная / Культура /Почетные граждане: Рымбаева Роза Куанышевна (рус.)
- ↑ Роза Рымбаева: Я — женщина правильного поведения. «Время» — Общественно-политическая газета Казахстана, 2009, 14 марта (рус.)
- ↑ «Йәш башҡарыусыларҙың „Ғүмергә йыр менән“ Бөтә Союз телевизион конкурсы» (рус.)
- ↑ http://www.discogs.com/Various-Soviet-Superhits/release/3164743
- ↑ http://www.gramofonove-desky.cz/rymbajevova-roza-vylet-do-zlate-stepi/d-73224/ 2014 йыл 29 июль архивланған.
- ↑ http://www.express-k.kz/show_article.php?art_id=9431 2014 йыл 12 август архивланған.
- ↑ http://m.meloman.kz/news/41/34856/(недоступная ссылка)
- ↑ «Revue na zakázku» (1982) на IMDb.com
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сайт «Культурное наследие. Национальный проект» Музыкальное наследие 2017 йыл 25 октябрь архивланған. (рус.)
- Сайт «Красная книга российской эстрады». Роза Рымбаева (рус.)
- Официальный сайт Акима Жарминского района (рус.)
- r-rymbaeva.narod.ru — НЕОФИЦИАЛЬНЫЙ САЙТ РОЗЫ РЫМБАЕВОЙ (рус.)
- «Время» — Общественно-политическая газета Казахстана, 2009, 14 марта
- Роза Рымбаева: 40 лет на сцене — Национальное телевизионное информационное Агентство «Хабар» (рус.)
- Р. Рымбаева на youtube.com (рус.)
- Роза Рымбаева "Facebook"та (рус.)
- Открытая группа Роза Рымбаева «<Мелодия надежды>» ВКонтакте (рус.)