Ломодуров Николай Зиновьевич
Ломодуров Николай Зиновьевич (28 октябрь 1909, Өфө губернаһы, Иҫке Баҙан ауылы —3 май 1976, Иҫке Баҙан ауылы, Башҡорт АССР-ы) — МТС механизаторы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Ломодуров Николай Зиновьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 28 октябрь 1909 |
Тыуған урыны | Иҫке Баҙан ауылы, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 3 май 1976 (66 йәш) |
Вафат булған урыны | Иҫке Баҙан ауылы, Бөрө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәНиколай Зиновьевич Ломодуров 1909 йылдың 28 октябрендә Иҫке Баҙан ауылында (хәҙер —Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы ). Белеме — башланғыс.
1920—1928 йылдарҙа атаһының хужалығында эшләй, 1928—1930 йылдарҙа — ерҙе бергәләп эшкәртеү буйынса ширҡәттә (ТОЗ), 1930 йылда Бөрө районы Иҫке Баҙан ауыл советының М. Горький исемендәге ауыл хужалығы артеленә эшкә инә. 1931 йылдан алып, тракторсылар курсын тамамлағандан һуң, Бөрө МТС-ында тракторсы булып эшләй.
1933—1935 йылдарҙа Николай Зиновьевич Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. 1936 йылда М. Горький исемендәге колхозда хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә, 1938 йылда — тракторҙар бригадаһының бригадиры, ауыл хужалығы машиналары буйынса механик, 1942 йылда — Баҙан МТС-ында өлкән механик.
Николай Зиновьевич Ломодуров 4 ремонт бригадаһын һәм 6 үҙәк ойоштора, беренсе бригада тракторҙарҙы һүтеү һәм деталдәрҙе йыуҙырыу менән шөғөлләнә, икенсеһе — моторҙарҙы ремонтлау һәм һынау, өсөнсөһө — арткы күперҙәрен ремонтлау, дүртенсеһе — һуңғы йыйыу һәм тракторҙарҙы һынау менән шөғөлләнә. Н. 3. Ломодуров етәкселегендәге МТС машина-трактор паркында эште теүәл һәм оҫта ойоштороуы арҡаһында 1947 йылғы яҙғы баҫыу эштәренә барлыҡ 38 тракторҙы ла ваҡытында әҙерләй. Уның тәҡдиме менән профилактик һәм ағымдағы ремонтты үткәреү өсөн техник ярҙам күрһәтеү күрсәтү буйынса поход оҫтаханаһы ойошторола.
1947 йылда Баҙан МТС-ы механизаторы иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә: трактор эштәре планы 108,8 процентҡа үтәлә, 21 600 гектар урынына 25 100 гектар ер эшкәртелә, һәр 15-көслө тракторға — 586,4 гектар. МТС хеҙмәтләндергән колхоз 654гектар майҙанда һәр гектарынан 21,12 центнер арыш уңышы ала.
Хеҙмәтләндергән колхоздарҙа 654 гектар майҙанда гектарынан 21,12 центнер арыш алып юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн 1948 йылдың 2 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Н. 3. Ломодуровҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
1951—1970 йылдарҙа Баҙан МТС-ының баш инженеры булып эшләй, 1970—1975 йылдарҙа — Иҫке Баҙан урта мәктәбе янындағы механизация уҡытыусыһы.
Н.З. Ломодуров 1976 йылдың 3 майында вафат була
Наградалары
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949)
- Ленин ордены менән бүләкләнә
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои труда: Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. — ISBN 978-5-295-05228-6.
- Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2008. − Т. 4: Л-О. — 672 с. ISBN 978-5-88185-068-5