Тугунов Павел Иванович

Инженер механик. Техник фәндәре докторы (1971), профессор (1972). Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм БАССР-ҙың (1978) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре,

Тугунов Павел Иванович (28 октябрь 1930 йыл — 4 февраль 1993 йыл) — инженер механик. Техник фәндәре докторы (1971), профессор (1972). Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм БАССР-ҙың (1978) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, нефть сәнәғәте отличнигы (1973).

Тугунов Павел Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 октябрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Волгоград, Түбәнге Волга крайы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 4 февраль 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө инженер-механик
Эш урыны ӨДНТУ
Уҡыу йорто Волгоград дәүләт техник университеты[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Павел Иванович Тугунов 1930 йылдың 28 октябрендә Сталинград (хәҙер Волгоград) ҡалаһында тыуған[1]. Уның атаһы тимер юлында эшләй[2]. 1954 йылда Сталинград механика институтын тамамлағандан һуң Өфө нефть институтында эш башлай. Башта — ассистент, һуңынан өлкән уҡытыусы, доцент булып эшләй. Кандидатлыҡ диссертацияһын, ә 1971 йылда докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай, 1972 йылда профессор булып һайлана. 1971 йылдан алып — гидравлика һәм гидравлик машиналар кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1972—1976 йылдарҙа ошо уҡ институтта фәнни эштәр буйынса проректор вазифаһын башҡара.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлеге үткәргес торба транспорты проблемаларына арналған. П. И. Тугунов тарафынан нефтте һәм нефть продукттарын, үҙлелеге аҙ булған эреткестәр менән ҡатыштырылған юғары үҙле нефттәрҙе, газ менән туйындырылған шыйыҡлыҡтарҙы эҙмә эҙ ҡыуыу технологияһы; присадкаларҙы, вибрация тәьҫирен, температура һәм баҫым ярҙамында эшкәртеүҙе ҡулланып, үткәргес торбаларҙың парафинланыуын булдырмау, уларҙы йылынан һәм һыуҙан изоляциялау, ҡыуҙырылған продукттарҙың реологик үҙсәнлектәрен яҡшыртыу ысулдары табылған[1].

П. И. Тугунов — 300 ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, яҡынса 40 монография, күп кенә дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары авторы.

Төп ғилми хеҙмәттәре[1]

Нестационарные режимы перекачки нефтей и нефтепродуктов. М., 1984;

Теплообмен подземного трубопровода с внешней средой в сложных гидрологических условиях. М., 1992 (авторҙаш).

Павел Тугунов ғалим-экспериментатор булараҡ һәр фәнни проблеманы логик нөктәһенә һәм практикаға индереүгә тиклем еткерә торған үҙенсәлекле сифатҡа эйә була. Ошо уҡ нәмәне Павел Иванович һәр саҡ үҙенең уҡыусыларынан һәм артынан эйәреүселәренән талап иткән. Тап Өфө нефть институты эсендә Павел Туйгунов нефть һәм газ транспорты буйынса күренекле белгес булып үҫешә. Ғалимды һәм уның эштәрен сит илдә лә белгәндәр. Ул институттың ғилми-падагогик потенциалын булдырыусы ғалимдарҙың береһе була[2].

1971 йылдан ул Гидравлик тикшеренеүҙәр буйынса Халыҡ-ара ассоциацияһының милли комитет составына инә.

Тормошта Павел Тугунов иҫ киткес баҫалҡы һәм күркәм холоҡло кеше була. Бөтә буш ваҡытын ул китаптарға бағышлай, тарих, музыка һәм мәҙәниәт — уның күңел торошоноң айырылығыҙ өлөшө була. Театрҙы бик ярата[2].

П. И. Тугунов 1993 йылдың 4 февралендә Өфөлә вафат була.

Өфө нефть институты музейында уға бағышланған экспозиция бар[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

В. В. Новосёлов.  Профессор Тугунов Павел Иванович. Уфа, 1998.

Һылтанмалар

үҙгәртергә