Ғарипов Тимур Мөхәммәт улы
Ғарипов Тимур Мөхәммәт улы (26 февраль 1975 йыл) — театр актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты — Георг IV, Петя, Әбүләй ролдәрен башҡарған өсөн (2003).
Ғарипов Тимур Мөхәммәт улы | |
Тыуған көнө | 26 февраль 1975 (49 йәш) |
---|---|
Һөнәр төрө | музыкант |
Биографияһы
үҙгәртергәТимур Мөхәммәт улы Ғарипов 1975 йылдың 26 февралендә Свердловск ҡалаһында тыуған. Бала саҡтан сәңғәт, театр донъяһын үҙ иткән ғаиләлә тәрбиәләнгән, уның ата-әсәһе Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләгән (әсәһе Свердловск музыкаль комедия театры ҡарамағындағы театраль студияһын тамамлаған), әсәһе яғынан ҡартатаһы ла музыкаль яҡтан һәләтле булған, йырлаған, баянда уйнаған[1].
1996 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре М. И. Рабинович класы) тамамлағандан һуң рус дәүләт академия драма театрында рәсми эш башлай. Тимур Ғарипов студент сағында уҡ театрҙың бер нисә спектаклендә уйнай.
Эксперттар фекеренсә, Ғарипов — күп планлы актёр. Талантлы актёр төрлө жанрҙарҙа уйнауға һәләтле, комедия ла, драма ла, трагедия ла уға бер тигеҙ буйһона. Тағы ла бер мөһим һыҙаты — ул үҙ өҫтөндә өҙлөкһөҙ эшләй, пластика һәм спорт яғынан үҙен камиллаштыра. Актёр булараҡ ул геройҙың характерын мөмкин тиклем тәрән өйрәнергә, аңларға тырыша. Институтта уҡыған саҡта, Рус драма студияһында, буласаҡ актёрҙарға тап ошондай йүнәлеш бирелә. Тимур Ғарипов — эҙләнеүсән актёр, үҙ-үҙен эҙләү уны икенсе даирәләрҙә лә йөрөтә, әммә театрға ҡабаттан ҡайта һәм уға уның мөмкинлектәренән, һәләтенән сығып, етди роль (Григорий Гориндың «Приглашаю в вечность, Ваше Величество» пьесаһы буйынса спектаклдә принц Георг роле) ышанып тапшырыла[1].
Уйнаған ролдәре
үҙгәртергә- Илья Быков («Касатка», А. Н. Толстой)
• Сэр Джон Кентервиль («Кентервиль өрәге» («Кентервильское привидение»), О. Уайльд хикәйәһе буйынса В. Дреер пьесаһы)
• Георг IV («Мәңгелеккә саҡырам Һеҙҙе, Ғәли йәнәптәре!» («Приглашаю в вечность, Ваше Величество!»), Г. Горин)
• Вайскэт («Казоттың күрәҙәлек итеүе» («Гадание Казотта»), Д. Пригов)
• Яуызлыҡ рухы («Юғалтыуҙы юҡһыныу» («Страсти по утрате») У. Шекспирҙың «Ҡышҡы әкиәт» әкиәте мотивтары буйынса)
• Джордж Гастингс («Хаталар төнө» («Ночь ошибок»), О. Голдсмит)
• Фредерик Феллоуз («Сәхнә артындағы шау-шыу» («Шум за сценой»), М. Фрейн)
• Граф Лестер («Һеҙҙең һеңлегеҙ һәм әсирегеҙ…» («Ваша сестра и пленница…»), Л.Разумовская)
• Брусило («Ҡарһылыу» («Снегурочка»), А. Н. Островский)
• Клифф Льюис («Оглянись во гневе», Дж. Осборн)
• Константин («Урыҫ ҡайнатмаһы» («Русское варенье»), Л. Улицкая)
• Идарасы («№ 13», Р. Куни)
• Гарпагон («Ҡомһоҙ» («Скупой») , Ж.-Б. Мольер)
• Замыслов Николай Петрович («Баҡсасылар» («Дачники»), М. Горький)
• Панкрацио («Венеция игеҙәктәре» («Венецианские близнецы»), К. Гольдони)
• Одд («Ставангер», М. Крапивина) һәм башҡа ролдәр[2]
Хәҙерге ваҡытта уйнаған ролдәре
үҙгәртергә• Һунарсы (Белый конь. Златая птица (Аҡбуҙат) Алексей Кортнев, Сергей Чекрыжов; реж. М. Рабинович)
• Егор Дмитрич Глумов (Бешеные деньги, А. Н. Островский; реж. М. Рабинович)
• Шустов (Голубая камея, мюзикл; реж. М. Рабинович)
• Билдәһеҙ (Маскарад, М. Ю. Лермонтов, реж. Игорь Селин)
• Матур егет Эррико (Неаполь — город миллионеров, Эдуардо де Филиппо; реж. Паоло Эмилио Ланди
• Порфирий Петрович (Преступление и наказание, Ф. М. Достоевский; реж. Григорий Лифанов)
• Мәҙәксе; Валабуев; Гизо (Улыбайтесь, господа! Гр. Горин; реж. Алексей Логачев)
• Диафуарус әфәнде (Мнимый больной, Ж.-Б. Мольер; реж . Григорий Лифанов)
• Беренсе ир (Плоды просвещения, Л. Н. Толстой; реж. Игорь Черкашин)
• Алонзо; Пэк (Дюймовочка и принц, Ким Брейтбург, Карен Кавалерян; реж. Анастасия Гриненко)[3]
Йыр-шиғырҙар донъяһында
үҙгәртергәТимур Ғарипов театрҙағы ролдәре менән генә сикләнмәй, ул тасуири уҡый белеүселәр конкурстарында әүҙем ҡатнаша: уның өсөн шиғыр уҡыу — тәбиғи хәл, был йәһәттән уның үҙ стиле, үҙ ритмы бар. Артист йыш ҡына тамашасылары менән осрашыуҙар үткәрә, уларҙы яңы йырҙары менән таныштыра. Тимур Ғарипов — бер нисә йыр альбомы авторы[4],[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2003);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы;
- Иң яҡшы дуэт өсөн приз (Владимир Латыпов-Догадов менән берлектә «Приглашаю в вечность, Ваше Величество!» спектаклендә Кин IV һәм Георг ролдәре өсөн) «Театр яҙы» Республика фестивале (Салауат ҡалаһы, 2003);
- «Башҡортостан Республикаһының йәш йондоҙо» («Молодая звезда РБ») премияһы лауреаты (Өфө, 2003)[2].