Көмөшбаев Булат Ишмөхәмәт улы

агроном, дәүләт хужалығы эшмәкәре. БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы (1980). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1979)

Көмөшбаев Булат Ишмөхәмәт улы (26 февраль 1942 йыл31 октябрь 1993 йыл) — агроном, дәүләт хужалығы эшмәкәре. БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы (1980). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1979)[1].

Көмөшбаев Булат Ишмөхәмәт улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 26 февраль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Өмөтбай, Билал ауыл советы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 31 октябрь 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (51 йәш)
Һөнәр төрө агроном
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Булат Ишмөхәмәт улы 1942 йылдың 26 февралендә Башҡортостандың Баймаҡ районы Өмөтбай ауылында тыуған. Ике йыл Темәс педагогия училищеһында уҡығандан һуң, ғаилә хәлдәре арҡаһында 1956 йылда «Һәүәнәк» совхозында тракторсы булып эш башлай, 1961 йылда Совет Армияһы сафына алына[1]. Армиянан һуң Башҡорт ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Институттың агрoномия бүлеген уңышлы тамамлағандан һуң, «Фрүнзе» исемендәге колхозға агрoном итеп ебәрәләр (1969). 1970 йылдан «Ирәндек» совхозының баш агрoномы, ә 1979 йылдың авгусында «Ленин» исемендәге колхоздың рәйесе итеп һайлана[1]. 1984 йылдың июлендә «Сибай» совхозы директоры итеп тәғәйенләнә. 1988 йылдың апреленән Баймаҡ район агросәнәғәте берекмәһенең начальнигы булып эшләй. Районы өсөн көсөн, ваҡытын йәлләмәгән етәксене ҡайһы ерҙә эш һүлпәнерәк бара, шул хужалыҡҡа эшкә ебәрәләр.

1989 йылдың май айынан Баймаҡ совхозының директоры итеп тәғәйенләнә[1]. Ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем ошо хужалыҡта эшләй. Ошо ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә Баймаҡ районы хужалыҡтарының иҡтисадын артабан нығытыу, производствоны үҫтереү, социаль-мәҙәни объекттарын төҙөү өсөн күп көс түгә. Аҡморон ауыл хакимиәте башлығы булып һайланғас, Б. И. Көмөшбаев ветерандарҙың һәм халыҡтың әҙ тәьмин ителгән ҡатламдарының ихтыяждарына, клуб, балалар баҡсалары, мәктәп мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирә.

Ҡайҙа ғына эшләмәһен, Булат Ишмөхәмәт улы үҙен яҡшы белгес, дәртле һәм маҡсатҡа ынтылышлы етәксе, ихлас күңелле кеше итеп күрһәтә. Ауыл хужалығы өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн уға «БАССР-ҙың атҡаҙанған аграномы» (1980) исеме бирелә[1]. Ике тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһына лайыҡ була. «Почет Билдәһе» ордены менән наградлана (1979)[1].

1993 йылдың 31 октябрендә вафат була. Өмөтбай ауылында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы (1980)
  • «Почет билдәһе» ордены кавалеры (1979)
  • Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы (ике тапҡыр)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Баймакская энциклопедия./гл.ред. И. Х. Ситдиков — Уфа: Баш.энцикл., 2013.- 247с.:ил.карты, ноты. ISBN 978 — 5-88185-084-5 247 бит

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Баймакская энциклопедия./гл.ред. И. Х. Ситдиков — Уфа: Баш.энцикл.,2013.-247с.:ил.карты, ноты. ISBN 978 — 5-88185- 084-5*
  • И. Н. Бикметов,Г. И. Нигаматова, Р. З. Утяев Руководители- аграрии Баймакского района. Сибайская городская типография- филиал ГУП РБ Издательский дом «Республика Башкортостан».
  • ЗНАМЕНАТЕЛЬНЫЕ И ПАМЯТНЫЕ ДАТЫ стр. 51 2023 йыл 20 май архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Ә. Мәжитова. Ауылым ғорурлығы. «Һаҡмар» гәзите, 2019,7 июнь
  • Ә. Ә.Ниғмәтуллин, В. Ш.Шәрифуллин, К. П. Артемьев…Б. И.Көмөшбаев. «Һаҡмар» гәзите, 2019, октябрь.