Вәлиев Шамил Зөфәр улы

Вәлиев Шамил Зөфәр улы (26 февраль 1951 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп эшмәкәре. Иҡтисад фәндәре докторы (2003), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006).

Вәлиев Шамил Зөфәр улы
Тыуған көнө 26 февраль 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим

Биографияһы

үҙгәртергә

Шамил Зөфәр улы Вәлиев 1951 йылдың 26 февралендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

1973 йылда Өфө авиация институтын тамамлағандан һуң Өфөләге «Союз»машиналар эшләү конструкторҙар бюроһында, 19751981 йылдарҙа һәм 1985 йылдан алып (өлкән ғилми хеҙмәткәр) Өфө авиация институтында ла эшләй.

1987 йылдан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында: 1990 йылдан — уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1995 йылдан — инженерлыҡ графикаһы кафедраһы мөдире; 2003 йылдан — беренсе проректор, 2008 йылдан — мәғариф сәйәсәте буйынса проректор, 2013 йылдан — стратегик үҫеш идаралығы начальнигы, бер үк ваҡытта 2008 йылдан башлап төбәк иҡтисад һәм идара итеү кафедраһы мөдире.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Вәлиев Шамил Зөфәр улының фәнни эшмәкәрлеге баҙар шарттарында иҡтисад һәм профессиональ белем биреү учреждениелары эше проблемаларына бәйле. 160‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Фәнни хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Рынок образовательных услуг: теоретические аспекты. Өфө, 2008 (авторҙаш);
  • Образовательная услуга — основа формирования финансового портфеля негосударственного вуза. Өфө, 2008 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә