Кобляков Николай Владимирович

Кобляков Николай Владимирович (26 февраль 1973 йыл) — зшҡыуар, Рәсәйҙә иң ҙур ҡарттар йорто селтәрен — Senior Group компанияһын ойоштороусы[1]. Russie-Libertes (башҡ. Ирекле Рәсәй) француз хоҡуҡ яҡлау ассоциацияһы активисы.

Николай Владимирович Кобляков
Тыуған көнө

26 февраль 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (51 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Франция Франция

Эшмәкәрлеге

эшҡыуар, хоҡуҡ яҡлаусы

Биографияһы

үҙгәртергә

Николай Владимирович Кобляков Өфө ҡалаһында 1973 йылдың 26 февралендә тыуған. М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының физика һәм юридик факультеттарын, Лондон иҡтисад һәм сәйәси мәктәбен тамамлаған.

1995 йылдан алып 2001 йылға тиклем Николай Кобляков аудио- һәм видеопродукция һатыу буйынса махсуслашҡан «Коббольд» компанияһында генераль директор вазифаһын биләй. 1995 йылда «Уйын-көлкө үҙәге» (рус. «Узел Развлечений») дистрибьютор компанияһын ойоштороусыларҙың береһе була.

2003 йылда Парижда Николай Кобляков уҙаҡташтары менән бергә шул осорҙа банкрот хәлендә булған Librairie du Globe тарихи китап магазинын һатып ала. 2007 йылда Кобляков элекке СССР-ҙағы «Станкоимпорт» предприятиеһының өлөшө булған StankoFrance француз компанияһын һатып ала. Шул уҡ йылда Group Almage француз компанияһы ярҙамы менән Рәсәйҙә Senior Group компанияһына нигеҙ һала. Был компания оло кешеләр өсөн шәхси резиденциялар селтәре булып тора. Шулай уҡ Moninot шәхси ҡарттар йортоноң 49 % Кобляков ҡулында булған.

2010 йылдың 26 февралендә бизнесмендың Мәскәүҙәге фатирында тентеү үткәрәләр[2], ә Николай Кобляков үҙе Тикшереү комитетына һорау алыуға саҡыртыла[3]. 2010 йылдың июлендә Кобляков Рәсәйҙе ташлап китә һәм Киевҡа, артабан Францияға юллана һәм унда гражданлыҡ ала. Бынан һуң ул Мәскәү ҡалаһының Басман район суды ҡарары менән ситтән тороп арестҡа алына һәм Рәсәй Федерацияһы Тикшереү комитеты менән халыҡ-ара эҙләүгә иғлан ителә. Уға бик ҙур дәүмәлдә алдап аҡса алыу, мутлашыу буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Рәсәй Федерацияһы Тикшереү комитеты юрауына ярашлы, 2004—2005 йылдарҙа Николай Кобляков «Станкоимпорт» предприятиеһының элекке генераль директоры Сәғәҙәт Хәбировҡа фиктив аҡса бурыслығы схемаһы аша компанияның сит ил активтарын сығарыу буйынса булышлыҡ күрһәткән. Шулай уҡ улар бүлендек предприятиеһы етәксеһе Михаил Егоровты үҙәре конролдә тотҡан Франсуа Девер менән алыштырғандар тип барыла, һәм артабан ялланған адвокаттар булышлығында 1,5 миллион евро суммаһында фиктив бурыслыҡ эшләнә, Тикшереү комитетына ярашлы был Кобляков һәм Хәбиров ихтыяжында эш иткән Голландия компанияһына филиал милке менән эйә булыуға килтергән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә буйынса, енәйәтселәр 5,5 миллион евро аҡса алғандар. «Станкоимпорт» предприятиеһының француз филиалы урланғандан һуң, 2007 йылда был енәйәт эше буйынса тикшеренеүҙәр башлана. Тикшереүгә ярашлы ошондай уҡ схема буйынса «Станкоимпорт» предприятиеһы филиалдарының милке тағы ла 19 дәүләттәрҙә, шул иҫәптән Бельгия, Германия, Канада, Мексика, АҠШ һәм Финляндияла урланғандар. Хәбировтың эше уның Израилдә билдәһеҙ сәбәбтән үлеүе арҡаһында туҡтатыла[4].

2010 йылдың 14 октябрендә Николай Кобляков Мәскәүгә социаль педагогтар һәм хеҙмәткәрҙәрҙенең президент Дмитрий Медведев менән осрашыуға саҡырыла. 2011 йылда Кобляков Senior Group компанияһында үҙенең өлөшөн һата һәм Прибалтикала элиталы ололар йорттары төҙөү буйынса бизнесын башлай. Парижда Russie-Libertes (башҡ. Ирекле Рәсәй) француз хоҡуҡ яҡлау ассоциацияһына нигеҙ һала, шул уҡ ваҡытта Кобляков һүҙҙәре буйынса ул был ассоциацияны нигеҙләмәй[5]. 2011 йылдан алып Russie-Libertes Парижда Рәсәйҙә хоҡуҡ һәм азатлыҡты яҡлауға бер нисә протест акцияларын ойоштора[6].

2014 йылдың 29 июлендә Болгарияның София аэропортында Рәсәй тикшереү комитеты мөрәжәғәтенә ярашлы Интерпол ҡулға ала[3][5]. Рәсәй Федерацияһы Болгарияға Кобляковтың экстрадицияһы хаҡында рәсми суд мөрөжөғәтен ебәрә[7], һәм 2014 йылдың 1 авгусында София суды ҡарарына ярашлы илдән сыҡмау шарты менән иреккә сығарыла[7]. 2014 йылдың 21 октябрендә София суды ҡарарына ярашлы Рәсәй Федерацияһына Кобляковтың экстрадицияһынан баш тарта. София ҡала суды бизнесмендың нимәлә ғәйепләүендә төшөнөп етмәүе тураһында белдерә, бының сәбәбе тип ғәйепләүҙәрҙең аныҡ булмауын һәм Болгарияла ғәмәлдә быға оҡшаш прецендент булмауы менән аңлатыла[8][9]. Кобляковтың версияһы буйынса, уға ҡаршы төҙөлгән енәйәт эше сәйәси сәбәптәргә, тәү сиратта Russie-Libertes эшмәкәрлегенә, бәйле тип иҫәпләй[4][5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Александр Лабыкин. Бизнес с человечным лицом. Эксперт (8 октябрь 2013). Дата обращения: 9 май 2015.
  2. Александр Левинский. Бизнес на склоне дней. Forbes (12 июль 2010). Дата обращения: 8 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
  3. 3,0 3,1 Игорь Ленкин. В Болгарии по запросу Интерпола задержан бизнесмен Николай Кобляков. ТАСС (30 июль 2014). Дата обращения: 8 май 2015.
  4. 4,0 4,1 Юрий Сенаторов. У "Свободной России" нашлось уголовное прошлое. Коммерсантъ (1 август 2014). Дата обращения: 8 май 2015.
  5. 5,0 5,1 5,2 Анна Строганова, Сергей Дмитриев. Николай Кобляков: «Экстрадиция в Россию — это перемещение человека в неправовое пространство». RFI]. Дата обращения: 8 май 2015.
  6. Чем известен Николай Кобляков. Коммерсантъ (1 август 2014). — Газета "Коммерсантъ" №134 от 01.08.2014, стр. 4. Дата обращения: 8 май 2015.
  7. 7,0 7,1 Игорь Ленкин. Задержанный в Болгарии бизнесмен Николай Кобляков освобожден под подписку о невыезде. ТАСС (1 август 2014). Дата обращения: 8 май 2015.
  8. Игорь Ленкин. Суд в Софии отказал в экстрадиции в Россию бизнесмена Николая Коблякова. ТАСС (21 октябрь 2014). Дата обращения: 8 май 2015.
  9. Lyubomir Avdzhiiski. Болгария отказалась экстрадировать Николая Коблякова в Москву. RFI] (21 октябрь 2014). Дата обращения: 8 май 2015.