Турин (итал. Torino [toˈriːno], пьем. Turin [tyˈɾiŋ]) — төньяҡ Италия ҡалаһы һәм мөһим эшлекле мәҙәниәт үҙәге. Пьемонт төбәге — Турин провинцияһының административ үҙәге.

Турин
итал. Torino
Вид на Турин с Монте де Капуччини
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Италия

Регион

Пьемонт

Провинция

Турин

Коммуна

Турин

Координаталар

45°04′00″ с. ш. 07°42′00″ в. д.HGЯO

Мэр

Кьяра Аппендино

Майҙаны

130,01 км²

Бейеклеге

240 м

Климат тибы

переходный от умеренного к субтропическому

Рәсми теле

итальян

Халҡы

886 837[1] кеше (2016)

Тығыҙлығы

6814 кеше/км²

Этнохороним

тури́нец, тури́нцы[2]

Сәғәт бүлкәте

UTC+1, йәйге UTC+2

Телефон коды

+39 11

Почта индексы

10121-10156

Һанлы танытмалар
ISTAT

001272

Рәсми сайт

comune.torino.it
 (итал.) (инг.) (фр.) (исп.)

Коммуна көнө

24 июнь

Турин (Италия)
Турин
Турин

Көнбайыш Альп итәгенең Падан тигеҙлегендә Альп артылштыры янында, Дора-Рипария йылғаһының По йылғаһына ҡойған урынында урынлашҡан.

Халыҡ һаны буйынса Италияның Рим, Милан һәм Неаполь ҡалаларынан һуң дүртенсе урында тора. 2012 йылда 911 мең кеше һанала, ҡала яны халҡы менән бергә 1,7 миллион кеше иҫәпләнә.

Бай тарихы һәм мәҙәниәте булған ҡала, үҙенең арт-галереялары, һарайҙары, театрҙары, музейҙары, парктары менән билдәле. Шулай уҡ Турин үҙенең барокко, рококо, неоклассицизм һәм модерн стилендәге архитектураһы менән танылған.

XVI-XVIII быуаттарҙа Савой герцоглығы (һуңыраҡ Сардин батшалығы) баш ҡалаһын Шамбериҙан (хәҙерге Франция) Туринға күсереү процесында, һарайҙарҙың күпселек өлөшө (Палаццо Мадам), майҙандары һәм баҡсалары төҙөлә.

Рисорджиментоға ҙур өлөш индереүсе сәйәсмәндәр һәм билдәле кешеләрҙең (мәҫәлән, Камилло Бенсо ди Кавур) тыуған ҡалаһы булыуы арҡаһында, Туринды ҡайһы берҙә «Италия азатлығының бишеге» тип атайҙар.

Ҡалала бик күп университеттар, колледждар, академиялар, гимназия һәм лицейҙар бар. Улар араһында XV быуатта нигеҙ һалынған — Турин университеты.

Туриндың иң билдәле иҫтәлекле урындары булып Мысыр музейы һәм ҡала символы булған — Моле Антонеллиана һанала.

Ошо һәм башҡа иҫтәлекле урындары бөтә донъя туристарын үҙенә йәлеп итә, Турин Италияның иң күп кешеләр йөрөгән ун ҡала исемлегенә инә[3].

XIX быуатта ҡала Европаның мөһим сәйәси үҙәге булып тора. 1861 йылда Турин берләшкән Италияның беренсе баш ҡалаһы булыу менән бер рәттән, Италия батшалығында хакимлыҡ иткән династия — Савой йортоның да баш ҡалаһы .

Италияла монархия бөтөрөлгәндән һуң, Туриндың сәйәси әһәмиәте бөтөүенә ҡарамаҫтан, ҡала Европа һәм Италияның мөһим сәнәғәт, иҡтисад һәм сауҙа үҙәге булып иҫәпләнә.

Турин — Милан һәм Римдән һуң, иҡтисади күрһәткестәр буйынса илдә өсөнсө ҡала.

Шулай уҡ Турин Италияның автомобилдәр төҙөү буйынса баш ҡалаһы, тип һанала. Ҡалала FIAT, Lancia, Iveco компанияларының штаб-фатирҙары урынлашҡан.

Ҡала христиан ҡомартҡыһы — Турин япмаһы менән, шулай уҡ «Ювентус» һәм «Торино» футбол командалары менән донъяға билдәле. Турин — 2006 йылдың Ҡышҡы Олимпия уйындарының баш ҡалаһы.

Ҡала ҡурсалаусыһы булып Изге Иоанн Креститель (итал. San Giovanni Battista) һанала. Ҡала байрамы көнө — 24 июнь.

Рим империяһы ваҡытындағы Castra Taurinorum (яҡынса б. э. тиклем 28 йылда нигеҙләнгән) хәрби лагерының атамаһы император Август хөрмәтенә Augusta Taurinorum колонияһы тип үҙгәртелә.

940 йылдарҙа ҡала,Турин маркаһы исемле феод менән идаралыҡ иткән Ардинуичи маркграфтаҙың резиденцияһы була.

XI быуаттан — урындағы кенәз-епископтары һәм Савой графтарының берлектәге биләмәһе.

1563 йылда Эммануил Филиберт Туринды Савой династияһының ҡеүәтле баш ҡалаһы итә. Ул яңы һарай резиденцияһы төҙөй һәм 1404 йылда ойошторолған, әммә артабан тарҡатылған, Турин университетының эшен яңырта.

Испан мираҫы өсөн һуғышта француздарҙың Туринды 117 көн ҡамауҙа тотоуы (1706), үҙәк ваҡиғаларҙың береһе булып тора.

Француздарҙы еңеп, Савой хакимдары батша титулы ала һәм Филиппо Юварраға ҡаланы башҡа Европа баш ҡалалары кимәленә сығарырға ҡуша.

Рисорджименто (1861) тамамланғандан һуң, Турин дүрт йыл дауамында берләшкән Италияның баш ҡалаһы булып ҡала. Был ваҡытта, бында Европаның көньяғында ҙур төҙөлөш проекттары тормошҡа ашырыла.

1902 йылда Турин Бөтә донъя күргәҙмәһен ҡабул итә, ә 2006 йылда Ҡышҡы Олимпия уйындары уҙғарыла.

Иҡтисады

үҙгәртергә

Туриндың иҡтисади үҫешенә уның географик урыны булышлыҡ итә. Турин — мөһим транспорт үҙәге, сауҙа-финанс киң үҫешкән функциялары менән Миландан һуң, илдең икенсе сәнәғәт үҙәге.

Ҡала һәм уның биҫтәләрендә (мәҫәлән, Мирафьориҙа һ. б.) ауыр сәнәғәт мөһим урынды тота.

Беренселеккә FIAT концернының сәнәғәт комплексы эйә. Был предприятиеларҙа ҡаланың сәнәғәтендә эшләүселәрҙең яҡынса яртыһы хеҙмәт итә.

Бөтә ядро комплексы — Италияның 80 % автомобилдәрен етештереүсе автомобилдәр заводтары.

Шулай уҡ FIAT концернына металлургия, авиация, вагондар төҙөү, трактор заводтары, судно двигателдәрен етештеү һ.б. предприятиелар инә.

Туринда икенсе ҡеүәтле индустриаль комплекс булып RIV фирмаһы предприятиелары тора (шариклы подшипниктарҙы сығарыу һәм уларҙы әҙерләү өсөн станоктар етештереү).

Бынан тыш,Туринда башҡа фирмаларҙың күп һанлы машиналар төҙөү заводтары, резина, кабель, химик (көкөрт кислотаһы, буяу, химик сүстәр һ. б.), фармацевтика сәнәғәте предприятиелары бар. Турин сәнәғәтенең элекке тармаҡтары ла һаҡланған — туҡыу, тегеү, полиграфия һәм аҙыҡ-түлек етештереү (шул иҫәптән шарап яһау, кондитер изделиелары һ. б.).

Туриндың климаты Урта диңгеҙҙекенә яҡын, әммә, был типик климат тибынан айырмалы рәүештә, ҡалала йыл әйләнәһенә яуым-төшөм яуа, уның максимумы яҙ айҙарына тура килә. Шуға күрә, Туриндың климаты Сочи климатына күберәк оҡшаған, әммә ҡалала ҡыш, төнгө ҡырауҙары һәм ҡар яуыуы менән бергә, һыуығыраҡ та була.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 5,8 8,4 12,7 16,6 20,7 24,7 27,6 26,5 23,1 17,3 10,8 6,9 16,8
Уртаса минимум, °C −3,3 −1,1 2,1 5,6 9,9 13,8 16,3 15,7 12,6 7,2 1,8 −2,3 6,5
Яуым-төшөм нормаһы, мм 40,5 52,5 76,9 104,1 120,3 97,6 66,6 79,8 70,1 88,9 75,5 41,6 914,4
Сығанаҡ: MeteoAM

Иҫтәлекле урындар

үҙгәртергә

Туриндың тура мөйөшлө ҡала төҙөлөшө структураһы нигеҙендә, Боронғо Рим хәрби лагеры планировкаһы ята. Ҡаланың иҫтәлекле урындары түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала:

  • Ғайса пәйғәмбәрҙең япмаһы һаҡланған Иоанн Креститель соборы. Ғайса пәйғәмбәрҙе тәрегә ҡаҙаҡлағандан һуң, уның кәүҙәһен нәҡ ошо япма менән япҡандар, тип иҫәпләнә.
  • Туриндың төп символдарының береһе — Моле Антонеллиана башняһы, әлеге ваҡытта унда Италия кинематография милли музейы урынлашҡан.
  • Туриндың Мысыр музейы — Европала мысыр цивилизацияһына арналған бернесе махсус музей.
  • Антик архитектура ҡомартҡылары араһында боронғо рим театры һәм Палатин ҡапҡаһы (порт Палатин) һаҡланып ҡалған.
  • Суперга монастыры уба өҫтөндә бөтә ҡала менән хөкөм һөрә. Был архитектор Филиппо Юварра башҡарыуында барокко стилендәге шедевр һәм Савой йортоноң вәкидәренең традицион ерләү урыны.

1997 йылда ЮНЕСКО Турниндағы Савой йорто резиденцияһын һәм уның тирәһен Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү тураһында ҡарар ҡабул итте, шуларҙың иң әһәмиәтлеләре түбәндәгеләр: :

  • Сабауда картиналар галереяһы менән Палаццо Реале
  • Палаццо Мадама
  • Палаццо Кариньяно
  • Валентино замогы
  • Раккониджи замогы — Туриндан ситтә
  • Ступиниджи замогы — Туриндан ситтә.
 
 
 
Палатин ҡапҡалары боронғо римдар тарфынан күтәрелгән XVI—XVII быуаттар Валентино замогы —Савой йорто резиденцияһы береһе Барокко базилик Суперга ҡала өҫтәнән хбалҡый

Турин — 2006 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарының баш ҡалаһы. Ҡала күп тапҡырҙар Италия Чемпионаты һәм Кубогы, Европа клуб кубоктары еңеүсеһе «Ювентус» футбол командаһы менән данлыҡлы. Италияла популяр булған икенсе команда — «Торино» — халыҡ-ара аренала ҡаҙаныштарға эйә.

Мәҙәниәт

үҙгәртергә
 
Ҡала символы — Моле-Антонеллиана
  • Ғинуарҙың һуңғы йәкшәмбеһендә Туринда йыл да традицион ғкарнавал ойошторола. Карнавал короле — Джандуя йәки Джандуйя
  • Туринда Джузеппе Верди исемендәге консерватория эшләй.
  • 1982 йылдан алып Туринда халыҡ-ара тантаналы йәш кино кинофестивале уҙа[4].

Астрономияла

үҙгәртергә

1903 йылда асылған астероид 512 Taurinensis (инг.)баш. Турин исемен йөрөтә.

Туғанлашҡан ҡалалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. The population of the provinces of Piedmont according to census results and latest official estimates. Дата обращения: 5 декабрь 2017.
  2. Городецкая И. Л., Левашов Е. А.  Турин // Русские названия жителей: Словарь-справочник. — М.: АСТ, 2003. — С. 294. — 363 с. — 5000 экз. — ISBN 5-17-016914-0.
  3. Самые посещаемые туристами города Италии. Italia-terra.com. 2014 йыл 19 март архивланған.
  4. TFF — Torino FIlm Festival (ингл.). Torino FIlm Festival. Дата обращения: 18 июнь 2011. Архивировано 25 август 2011 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә