Ғәбиҙуллин Фәнзил Нәғим улы
Ғәбиҙуллин Фәнзил Нәғим улы (26 февраль 1939 йыл) — мәғариф эшмәкәре. 1971—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы мәғариф бүлеге мөдире, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
Ғәбиҙуллин Фәнзил Нәғим улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 26 февраль 1939 (85 йәш) |
Тыуған урыны | Сыуалкип ауылы, Шишмә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | мәктәп уҡытыусыһы, мәктәп директоры |
Биләгән вазифаһы | мәғариф ойошмаһы[d] һәм етәксе[d] |
Уҡыу йорто |
Башҡорт дәүләт университеты Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәФәнзил Нәғим улы Ғәбиҙуллин Башҡортостан АССР-ының Шишмә районы Сыуалкип ауылы 1939 йылдың 26 февралендә колхозсы ғаиләһендә тыуған. Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағандан һуң, 1956 йылда Өфө статистика техникумына уҡырға инә.
1958 йылда Татарстан АССР-ының Апас районына статистика идаралығының разъезд инспекторы итеп ебәрелә.
1960—1961 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
1961 йылдан Фәнзил Ғәбиҙуллин Ҡалмаш урта мәктәбендә йыл ярым химия һәм биология уҡытыусыһы булып эшләй. Ул үҙенең хеҙмәт юлы уҡытыусы эшендә икәнен аңлай һәм ҡалған тотош ғүмерен халыҡ мәғарифына бағышларға ҡарар итә[1].
1962 йылда Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына уҡырға инә.
1967 йылда ул Ҡалмаш мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул район етәкселәренә һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәренә оҫта етәксе, инициативалы хеҙмәткәр булып таныла[1].
1972 йылда Шишмә район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Район уҡытыусыларының ижади хеҙмәтен ойоштороуҙа һәм уға йүнәлеш биреүҙә Фәнзил Нәғим улы Ғәбиҙуллиндың педагог булмышы, ойоштороу һәләте һәм етәкселек итеү стиле асыҡ күренә. Ул ике-өс йылдан республикала абруйлы халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире булып таныла. Уның оҫта етәкселегендә Шишмә районы мәктәп һәм башҡа балалар ойошмалары өсөн биналар төҙөү, яңы уҡыу йылына әҙерләнеү, мәктәптәрҙе техник йыһаздар һәм дидактик материалдар менән тәьмин итеү буйынса райондарҙың ярышында бер нисә тапҡыр еңеүсе була һәм бүләктәр ала[1].
Фәнзил Ғәбиҙуллин район уҡытыусылары, мәктәп етәкселәре эштәрен ныҡлап өйрәнә, уларҙың алдынғы тәжрибәләрен киң таратыу маҡсатында, республика ваҡытлы матбуғатында мәҡәләләр сығыш яһай. Уҡытыусыларҙың методик эшен ойоштороуға ул ҙур иғтибар бирә.
Оҙаҡ йылдар уңышлы хеҙмәте өсөн «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.
1985 йылдың 4 сентябрендә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелә[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Почёт Билдәһе ордены
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- К.Ғ.Яйыҡбаев. «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре». — Өфө: «Китап», 2003 й. — С. 231—232-се б.б..
- Общественная палата Республики Башкортостан "Ветеран образования Фанзил Габидуллин — номинант на награду «Отцовская доблесть» 2021 йыл 29 июль архивланған.