Ҡамыр
Ҡамыр — икмәк бешереүҙә, ҡалас, кондитер һәм макарон етештереүҙә, шулай уҡ өй шарттарында ҡамыр ашамлыҡтары әҙерләгәндә ҡулланылған төп ярымфабрикат. Ул онға төрлө ингредиенттар ҡушып баҫылған ҡатнашма. Ҡамыр ондан тыш тағы ла һыу, һөт, сүпрә, аш тоҙо, шәкәр, май, йомортҡа ҡушып баҫыла[1]. Ҡамырҙың составында аҡһымдар, углеводтар, майҙар (диетология), кислоталар, тоҙҙар һәм башҡа сикләнгән күләмдә ҡабартыусы коллоидтар, суспензиялар һәм эретмәләр хәлендәге матдәләр була[2].
Икмәк заводы һәм комбинаттарында арыш ононан икмәк бешергәндә, ҡағиҙә булараҡ, әсетке (икмәк башы) ҡулланалар[3]. Бойҙай ононан икмәк ашамлыҡтары әҙерләгәндә йышыраҡ сүпрә ҡулланыла. Был осраҡта сүпрә ярҙамында алдан шыйыҡ әсетке ҡуйып, аҙаҡ ҡамыр баҫалар[4].
Кулинарияла ҡамыр төрҙәре
үҙгәртергә- Бисквит ҡамыры — күпселек торттар, рулеттар һәм пирожныйҙар бешергәндә ҡулланыла.
- Ҡоймаҡ ҡамыры — шыйыҡ ҡамыр, ҡоймаҡ ҡойоу өсөн ҡулланыла.
- Әсе ҡамыр — икмәктең күп төрҙәрен бешергәндә, пирожки һәм беляш өсөн ҡулланыла.
- Бешерелгән ҡамыр — пирожныйҙар бешергәндә, шулай уҡ эклерҙар, арыш һәм бойҙай ҡатыш арыш икмәгенең ҡайһы бер төрҙәрен, мәҫәлән, бородин икмәген бешергәндә ҡулланыла.
- Татлы ҡамыр — торттар, шулай уҡ төрлө пирожныйҙар һәм печеньелар әҙерләгәндә ҡулланыла.
- Сөсө ҡамыр — бер ниндәй биологик ҡабартҡыстар ҡушмайынса әҙерләнгән ҡамыр. Билмән һәм туҡмас әҙерләгәндә, чебуреки, сөсө табикмәк бешергәндә ҡулланыла.
- Сүпрәле татлы ҡамыр — онға күп миҡдарҙа шәкәр, йомортҡа һәм май ҡушып әҙерләнә.
- Ҡатлы ҡамыр — слойкалар һәм самсалар бешергәндә ҡулланыла.
- Күҙәнәкле ҡамыр — торттар һәм пирожныйҙар бешергәндә ҡулланыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ К. К. Барыкин, М. А. Коваленко. Тесто // Каравай от А до Я. — 2-е издание, дополненное. — М.: Новый ключ, 2005. — С. 120. — 160 с. — ISBN 5-7082-0240-8.
- ↑ Тесто // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Н. Ф. Гатилин. Проектирование хлебозаводов. — М.: Пищевая промышленность, 1975. — С. 31. — 375 с. — 18 тыс. экз.
- ↑ Ауэрман Л. Я. Технология хлебопекарного производства. — 9-е. — СПб.: Профессия, 2005. — С. 114—115. — 416 с. — ISBN 5-93913-032-1.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Тесто — Краткая энциклопедия домашнего хозяйства / ред. И. М. Скворцов и др. — М.: Государственное Научное издательство «Большая Советская энциклопедия» — 1959.
Был аш йә эсемлектәр тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |