Гәрәев Рәүис Ғиниәт улы
Гәрәев Рәүис Ғиниәт улы (24 апрель 1949 йыл — 3 июнь 2005 йыл) — ғалим-агроном. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1998). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995), Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2000).
Рәүис Ғиниәт улы Гәрәев | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
ауыл хужалығы |
Эшләгән урыны |
Татарстан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
фән докторы |
Биографияһы
үҙгәртергәРәүис Ғиниәт улы Гәрәев 1934 йылдың 10 декабрендә Башҡортостан АССР-ы Шаран районы Түбәнге Зәйет ауылында тыуған.
1972 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай.
1970—1972 йылдарҙа Шаран районының «Ыҡ» колхозының баш иҡтисадсыһы булып эшләй.
1973 йылда Татар АССР-ына күсә. 1979 йылдан КПСС‑тың Тәтеш район комитетының бүлек мөдире, секретары була.
1985 йылдан Татар АССР-ы ауыл хужалығы министрының 1-се урынбаҫары вазифаһын үтәй.
1986 йылдан Ҡазанда «Татрапс» производство-ғилми берекмәһенең генераль директоры вазифаһын башҡарған.
1996 йылдан Татарстан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының директоры була.
1998—2004 йылдарҙа «Татарстан баҫыуы» («Нива Татарстана») журналының баш мөхәррире вазифаһын үтәй.
2005 йылдың 3 июнендә Ҡазан ҡалаһында вафат була.
Фәнни тикшеренеүҙәре Рәсәй Федерацияһы шарттарында рапс үҫтереү технологияһының ғилми‑етештереү нигеҙҙәрен булдырыу мәсьәләләренә арналған. 100-ҙән ашыу фәнни мәҡәләләр һәм китаптар, шулай уҡ 4 уйлап табыу авторы.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Рапс в системе мирового сельского хозяйства. — Казань, 1997.
- Методологические подходы и опыт организации деятельности научного учреждения в современных условиях. — Казань, 2000.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Татарстан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995)
- Татарстан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премия лауреаты (1997).
- Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2000)
Хәтер
үҙгәртергәҠазан ҡалаһы урамдарының береһе Рәүис Гәрәев исемен йөрөтә.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Башҡорт энциклопедияһы — Гәрәев Рәүис Ғиниәт улы 2020 йыл 4 август архивланған. (Тикшерелеү көнө: 13 апрель 2020)
- Гареев Рауис Гиниятович // Академия наук Республики Татарстан