Ҡоҙаш (Учалы районы)
Ҡоҙаш (рус. Кудашево) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 377 кеше[1]. Почта индексы — 453734, ОКАТО коды — 80253830003.
Ауыл | |
Ҡоҙаш Ҡоҙаш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергәҠандыболаҡ йылғаһы (Урал йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәАуылға XVIII быуаттың 2-се яртыһында Себер даруғаһы Ҡаратабын улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә Юлдаш исеме менән нигеҙ һала. Ауыл тәүге төпләнеүсе Юлдаш Нөркин (1738—1819) исеме менән аталған. 1795 йылда 23 йортта 147 кеше йәшәгән, 1866 йылда Юлдашта (Ҡоҙашта) 47 йортта – 325 кеше[3].
Юлдаш Нөркиндең улдары Әзебай һәм Таулыбай Юлдашевтар тыуған ауылында йәшәгән. 1795 йылғы V ревизия ваҡытында Юлдаш ауылында 23 хужалыҡта 147 кеше теркәлә. 1816 йылда Истамғол ауылына — 3, Һәйтәккә 25 ғаилә күсенә. Йәйләүгә 35 хужалыҡтан (228 кеше) 30 арба сыға, уларҙың 181 аты, 99 һыйыры, 78 һарығы, 5 баш кәзәһе була. 30-сы йылдар аҙағында — 40-сы йылдар башында төҙөлгән 3 тирмән-болғауыс игенселектең яйлап үтеп инеүе тураһында һөйләй. XIX быуатта 1842 йылда 35 йорт-хужалыҡҡа 104 бот ужым һәм 1016 бот яҙғы иген сәселә[4]. 1859—1866 йылдарҙа 47 хужалыҡта 325 кеше иҫәпләнгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 1900 йылда мәсет, һыу тирмәне теркәлгән.
Совет халыҡ иҫәбе барышында 106 хужалыҡта 547 кеше теркәлә. 20 быуаттың 30‑сы йылдарынан хәҙерге Ҡоҙаш исемен йөрөтә[3].
Хәҙерге осор
үҙгәртергәҠоҙаш ауылы Иманғол ауыл Советына ҡарай. Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 547 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 376 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 351 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 327 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 366 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 377 | 196 | 181 | 52,0 | 48,0 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (99 %)[5].
1900 йылда — 423 кеше, 1920 йылда 547 кеше йәшәй.
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
үҙгәртергә- Кемеров урамы (рус. улица Кемерова)
- Мостай Кәрим урамы (рус. улица Мустая Карима)
- Күл тыҡрығы (рус. Озерный переулок)
- Тау аҫты тыҡрығы (рус. Подгорный переулок)
- Баҫыу урамы (рус. Полевая улица)
- Йылға урамы (рус. Речная улица)
- Салауат урамы (рус. улица Славата)
- Уңыш урамы (рус. Урожайная улица)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
- Сәскә урамы (рус. Цветочная улица)[6]
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәАуыл территорияһында, Урал йылғаһы ярында архитектура ҡомартҡыһы Ҡоҙаш ҡурғандары урынлашҡан Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 0301016000
Ер-һыу атамалары
үҙгәртергәЙылғалар:
- Ҡандыболаҡ йылғаһы
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Сәфәрғәлин Тайып Әйүп улы (рус. Сафаргалин Таип Аюпович, 1907—19.08.1943) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы, ҡыҙылармеец, ефрейтор. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943) кавалеры.
Рәсемдәр
үҙгәртергәВидеояҙмаларҙа
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ 3,0 3,1 Ҡоҙаш (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 20. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡоҙаш (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 20. — ISBN 978-5-295-04683-4.