Ҡаһарманов Абдулхаҡ Абдрахман улы
Ҡаһарманов Абдулхаҡ Абдрахман улы (24 апрель 1927 йыл — 21 май 2007 йыл) — уҡытыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[1]. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1957), РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы.
Ҡаһарманов Абдулхаҡ Абдрахман улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР РСФСР |
Тыуған көнө | 24 апрель 1927 |
Вафат булған көнө | 21 май 2007 (80 йәш) |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Эш урыны |
мәктәп уҡытыусыһы[d] Ауыл советы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАбдулхаҡ Абдрахман улы Ҡаһарманов 1927 йылдың 24 апрелендә Башҡортостан АССР-ы Ишембай районы Оло Кәбәс ауылында (хәҙер бөткән ауыл) тыуған.
Артабаһ ғаиләһе Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылына күсә. Атаһы Абдрахман дини белемле була, ауылда ғәрәпсә балалар уҡыта. Уның ике ҡатыны була: Хәҙисә һәм Бүләкбикә.
Ғәлиәкбәр ете йыллыҡ мәктәбендә уҡый.
1942—1943 йылдарҙа Ҡалғаһау башланғыс мәктәбендә, 1943 йылда Үрге Нөгөш мәктәбендә уҡыта. Темәс педагогия училищеһына ситтән тороп уҡырға инә.
1944 йылда һуғышҡа алына. Өфөлә 28-се яуға әҙерләү полкында артиллерислыҡҡа әҙерлек үткәс, 1945 йылдың майында Көнсығыш фронтҡа оҙатыла. Пруссиянан күсерелгән 39-сы армияның 5-се гвардия корпусы, 9-сы гвардия дивизияһы, 54-се гвардия полкының артиллерия батареяһында дүрт Бөрйән егете: Абдулхаҡ Ҡаһармановтың ауылдаштары Йыһанур менән Кәлимулла Әминевтар, Монасип ауылынан Сәлих Дәүләтбирҙин бергә хеҙмәт итә.
Абдулхаҡ Ҡаһармановҡа оҙаҡ хеҙмәт итергә тура килмәй, уны икенсе орудиеға күсерәләр. Монголияла бер ай самаһы әҙерлек һыҙығында торғандан һуң, япондарға ҡаршы һуғыш башланыр алдынан уны 4-се орудие наводчигы итеп тәғәйенләйҙәр. Япондарҙың Холун Аршинский тигән нығытылған районын тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Ошо һуғышта һул аяғына снаряд ярсығы тейеп яраланып, хәрби госпиталгә эләгә һәм 10 ай дауалана. Һауығып, кире үҙенең батареяһына ҡайтҡас, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Япондар еңелгәндән һуң, Ҡытайҙа һуғышта ҡатнашып, Лядунь ярымутрауына килеп етеп, яугир һуғыш юлын Дайрен ҡалаһында тамамлай. Порт-Артур ҡалаһында кесе командирҙар әҙерләү курсында уҡып сығып, сержант званиеһы ала. 7 йыл хеҙмәт итеп, 1951 йылда тыуған яғына ҡайта.
Һуғыштан һуң ныҡлап уҡытыусылыҡ эшенә тотона. 1952 йылда Темәс педагогия училищеһын тамамлай. Уҡытыу эше менән бергә ул агитатор-пропагандист була. 1957 йылда уға районда тәүгеләрҙән булып «БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелә. 1958 йылда уны Тимер башланғыс мәктәбенә директор итеп эшкә ебәрәләр. Ул ваҡытта партия ҡайҙа ҡушһа, шунда эшләнде, баш тартып булманы. Унан һуң ул тағы ла тыуған ауылына (1963 йылда) ҡайтып яратҡан шөғөлөн дауам итә.
Һәр ваҡыт үҙенә маҡсат ҡуйып һәм уға ирешеп йәшәгән уҡытыусыла юғары белем алыу теләге тыуа. 1962 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына ситтән тороп уҡырға инә. 1967 йылда уҡыу йортон уңышлы тамамлай.
Артабанғы хеҙмәт йылдары етәкселек менән бәйле: Ғәлиәкбәр урта мәктәбендә директор, Ғәлиәкбәр ауыл Советы рәйесе вазифаларын башҡара. Алыштырғыһыҙ депутат булып та ауылдаштарына хеҙмәт итә. Тап ошо йылдарҙа уҡытыусының тынғыһыҙ тырыш хеҙмәте баһалана, уға «РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы» тигән маҡтаулы исем бирелә.
Ләкин уның иң тырыш, иң лайыҡлы хеҙмәт емеше ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгәндәлер. Төрлө мөһим сараларҙы ыңғай хәл итеү һәм ауыл активистары менән кәңәшләшеп эшләү эшенә яҡшы йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Ул саҡта йәмәғәт ойошмалары әүҙем эшләне. Иптәштәр суды, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ирекле дружина, халыҡ контроленең эштәре ҡаты контролдә тотто, дөрөҫ ойоштора белде. Йәмәғәт тәртибен боҙоусыларға ваҡытында сара күрелде, һәр сессия һайын даими комиссия рәйестәренең отчеты тыңланды. Эшләгән кешене күрә лә, баһалай ҙа белде.
Өмәләр ойоштороп һәм башҡа күмәк көс менән эш эшләгәндә ул үҙе алдан йөрөр ине. 1985 йыл ауылға электр линияһы үткәреү өсөн Яңы Мөсәттән алып трасса ботарға тура килде. Беҙ бер бригада Яңы Мөсәттең Баҙал тауынан башланыҡ. Абдулхаҡ ағай алдан йөрөй. Баҙал тауының башына сыҡҡанса 6 саҡырым юлда имән, йыла, саған ағастарын һ. б таҙартып барҙыҡ. Шулай бер көн Абдулхаҡ ағай район үҙәгенә бензин йүнләргә китте. Ул эш кейемендә: аяғында һаҙ итеге, өҫтөндә — штормовка, билендә — ҡайышҡа үткәреп ҡынға тығылған бысаҡ. Шул килеш райсоветҡа барып ингән. Унда район хужаһы лесхоз директорына шылтыратып, бензин бирергә фарман бирә. Әммә лесхоз директоры юҡтан башҡаны белмәгән кеше булып сыға. Шулай ҙа ныҡышмалыҡ күрһәтеп, лесхоз директорының артынан ҡалмай. Был кешенән ҡотолоп булмаҫын аңлаған директор, ҡайҙалыр шылтыратып, бензин табып биреп ҡайтара.
Абдулхаҡ Ҡаһарманов бер ваҡытта ла кабинетында ултырырға яратманы. Ул осорҙа ауылда техниканың эҙе лә юҡ, юлдар ҡойо, батҡаҡ ине. Бөтә эштәр ат көсө менән генә башҡарыла. Урамдар ҙа үтеп булмаҫлыҡ батҡаҡ. Шулай бер көн дөйөм йыйылыш үткәреп, өмә ойоштороп, урамдарға ҡырсын-таш түшәргә, бигерәк тә үтеп булмаҫлыҡ урындарға эре ҡая таштарын түшәп рәтләп алырға тәҡдим итте. Был тәҡдимде халыҡ дәррәү күтәреп алды. Иртәгәһенә кемдең аты, арбаһы бар, бөтәһе лә эшкә йәлеп ителде. Эргәләге эре ҡая таштарын лом менән аҡтарып торалар, икенселәре арбаға тейәп алып килеп урамдың батҡаҡ урындарына бушатып китәләр. Шулай итеп, был эште бөтә ауыл халҡы көсө менән 2 көндә башҡарып сыҡтыҡ. Юлдар бер аҙ тәртипкә килде.
Оҙаҡ йылдар ветерандар советы рәйесе вазифаһын башҡара. Ҡатыны Зәйнәп менән 56 йыл бергә иңгә-иң терәшеп матур һәм һоҡланғыс тормош юлын үттеләр. Балаларына яҡшы тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарҙылар. Оло улы Усман медицина институтын тамамлап, оҙаҡ йылдар район дауаханаһында эшләй. Кәрим менән Хәмиҙә Стәрлетамаҡ пединститутын тамамлап, тыуған ауылында эшләйҙәр, Ҡәйүм Хәйбулла районында төпләнеп, уҡытыусы булып эшләй. Төпсөк улдары Рауил дә[2]уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Ҡыҙы Ғәбиҙә китапхана техникумын тамамланы.
2007 йылдың 21 майында оҙаҡ ауырыуҙан һуң мәрхүм була.
Шулай уҡ уҡығыҙ
үҙгәртергә- Инфоурок[3]
Һылтанмалар
үҙгәртергәКагарманов Абдулхак Абдрахманович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Исмәғил Яманаев. Үкенерлек түгел үткәндәр… — Сибай: Сибай ҡала типографияһы, 2015. — 162 б.
- Кагарманов Абдулхак Абдрахманович
- Даръяларға ашҡан инеш ине