Төп менюны асырға

Тыныслыҡ — ил, дәүләт тарихындағы төрлө хәрби хәрәкәт, һуғыш мәшәҡәттәр булмаған, тауышһыҙ, шау-шыуһыҙ осор. Тыныслыҡ халыҡтар именлеге мәнфәғәтендәге һуғышһыҙ тышҡы сәйәсәткә, солох килешеүенә һәм башҡа документтарға нигеҙләнә. Һуғыш башланғас тыныслыҡ боҙола. Ижтимағи һәм шәхси хәүефһәҙлекһеҙ тыныслыҡ булмай.

Р. Джексон билдәләгәнсә[1], 1945 йылдан алып планетала барлығы 26 тыныс көн булған.

Йөкмәткеһе

Һуғыш һәм тыныслыҡҮҙгәртергә

Теләһә ниндәй һүғыш маҡсаты — тыныслыҡ булдырыу.

Һуғыш маҡсаты — һүғышҡа тиклем булған тыныслыҡтан яҡшыраҡ тыныслыҡ булдырыу. Б. Г. Лиддел Гарт

Һуғыш башланыр алдынан булған осор хәрби бәрелешкә әҙерләнеү менән һүрәтләнә. Дәүләт ҡазнаһынан хәрби ҡолалланыү өсөн аҡса бүленә. Халыҡҡты һуғышҡа әҙерләү башлана.

Еңеүсе яҡтың ҡуйған шарттарына күнеп, һуғышты туҡтатҡас тыныслыҡ башлана. Һуғыштан һуң тыныс осор тыныслыҡты нығытыу, һүғыш емеректәрен төҙәтеү, иҡтисадты үҫтереү өсөн күп сығымдар иенән һүрәтләнә.

Күп халыҡтарҙың сәләмләүе тыныслыҡ теләүҙе аңлата, мәҫәлән Әссәләмәлейкум, Шалом Алейхем.

ОйошмаларҮҙгәртергә

Таныслыҡты һаҡлау өсөн дәүләттәр төрлө ойошмалар төҙөй. Мәҫәлән, Берләшкән Милләттә Ойошмаһы (БМО).

Тыныслыҡ өсөн Нобель премияһыҮҙгәртергә

Тыныслыҡ күгәрсенеҮҙгәртергә

Тыныслыҡ күгәрсене — Икенсе бөтә донъя һуғышынан һүң Бөтә донъя тыныслыҡ яҡлылыр конгресынан һүң популяр булған әйтем.

Беренсе Бөтә донъя тыныслыҡ яҡлылыр конгрессы 1949 йылда Парижда һәм Прагала үтә. Конгресс эмблемаһын Пабло Пикассо эшләй. Эмблемала суҡышында зәйтүн ботағы тотҡан аҡ күгәрсен төшөрөлгән.

Тыныслыҡ һаҡлаусы территорияларҮҙгәртергә

Ер шарында тыныслыҡ оҙаҡ һаҡланған территориялар бар.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Jackson R. J. NATO and Peacekeeping

Көнсығыш Европа Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң 60 йыл тыныслыҡта йәшәй.

Территория Тыныслыҡ оҙайлығы Комментарий
 Швеция 1814 — бөгөнгө көн Иң оҙайлы тыныслыҡ булған дәүләт. Швеция 1814 йылда Норвегияға баҫып ингәндән һүң хәрби конфликттарҙа ҡатнашмай.
 Швейцария 1848 — бөгөнгө көн Был дәүләт ҡаты нейтралитет сәйәсете менән оҙаҡ йылдар тыныслыҡ һаҡлап ҡалды.
 Коста-Рика 1949 — бөгөнгө көн 1944 һәм 1949 йылдарҙағы 44 көнлөк Граждандар һүғышынан һуң был дәүләт армияһын тарата һәм хәрби конфликттарҙа ҡатнашмай.
 
Штат Пенсильвания
16821754 Штат Пенсильвания бер ниндәй армия һәм ополчениеһыҙ 72 йыл буйы тыныслыҡта йәшәй.
Аманит 1693 — бөгөнгө көн Анабаптистар сектаһы тыныс тормошта йәшәй.