19 апрель
көнө
(19 апреля битенән йүнәлтелде)
19 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 109-сы (кәбисә йылында 110-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 256 көн ҡала.
19 апрель | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
19 апрель Викимилектә |
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсми булмаған
- АҠШ: Һарымһаҡ көнө.
- Бөйөк Британия: Примула көнө.
- Венесуэла: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Сьерра-Леоне: Республика көнө.
- Уругвай: Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш башланған көн.
- Бразилия: Армия көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Полиграфия көнө.
- Мәшғүллек хеҙмәтендә эшләүселәр көнө.
- Эске Эштәр министрлығының Юридик хеҙмәт көнө.
- Иҫке тимер-томор эшкәртеүселәр көнө.
- 1925: СССР-ҙа рус телендәге көндәлек «Пионерская зорька» балалар радиогәзите тәүге тапҡыр эфирға сыға.
- 1935: Советтар Союзында «Спартак» ирекле спорт йәмғиәте ойошторола.
тулы исемлек
- 1945: «Башнефтезаводстрой» тресы ойошторола.
- 1970: Тольятти ҡалаһындағы автомобиль заводы тәүге «ВАЗ—2101» «Жигули» еңел машинаһын эшләп сығара.
- 1994: Өфөлә Халыҡтар дуҫлығы йорто эш башлай.
- 2000: Үҙәк Румынияла Европалағы иң ҙур алтын ятҡылығы асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Лек Вәлиев (1935—23.03.1992), режиссёр. 1965—1969 һәм 1981—1987 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссёры, 1971—1981 йылдарҙа — баш режиссёры; бер үк ваҡытта 1965 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы, 1972—1985 һәм 1989—1992 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1966 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1978) һәм Башҡорт АССР-ының (1972) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1983).
- Нурмөхәмәтова (Дәүләтбаева) Финә Фәйзрахман ҡыҙы (1935—2015), фельдшер. 1955—1992 йылдарҙа Кушнаренко районы Иҫке Ҡормаш ауылының фельдшер-акушер пункты фельдшеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
тулы исемлек
- Мөхәмәтов Исфар Фәтҡулислам улы (1940), партия эшмәкәре һәм дәүләт хеҙмәткәре. 1974—1987 йылдарҙа КПСС-тың Өфө ҡалаһы Калинин район комитетының икенсе секретары, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары, КПСС-тың Өфө ҡалаһы Октябрь район комитетының беренсе секретары; 1987—1990 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары; 1995—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1995) Юғары Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены (1981) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Петровский ауылынан.
- Асатрян Альберт Артушевич (1955), педагог. 2006 йылдан Өфөнөң «Әрмән йәкшәмбе мәктәбе» муниципаль бюджет мәғариф учреждениеһы директоры. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Әрмәнстандың Ереван ҡалаһынан.
- Захаров Вадим Петрович (1975), ғалим-химик, юғары мәктәп эшмәкәре. 2022 йылдың 8 апреленән Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы профессоры (2014), химия фәндәре докторы (2004), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2005), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге республика йәштәр дәүләт премияһы (2007), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президиумының С. Р. Рафиҡов исемендәге премияһы (2002) лауреаты.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Лысенков Алексей Максимович (1921—19.03.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. Артиллерия полкының үҙйөрөшлө батарея командиры, лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1944).
- Әхмәҙиева Эльза Нәбиәхмәт ҡыҙы (1946), ғалим-педиатр, йәмәғәтсе. 1972 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991 йылдан неонатология һәм перинатология кафедраһы, 1999 йылдан — госпиталь педиатрияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1998—2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш перинатологы. 1994 йылдан Рәсәй перинаталь медицина белгестәре ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2010) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2011). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ганцев Шамил Хәнәфи улы (1951), ғалим-хирург-онколог, йәмәғәтсе. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1988 йылдан — дипломдан һуң белем биреү институтының онкология һәм патологик анатомия курсы менән хирургия һәм онкология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1998 йылдан Республика клиник онкология диспансерында онкология клиникаһы, 2012 йылдан — БДМУ ның онкология ғилми-тикшеренеү институты директоры; 2009 йылдан «Креативная онкология и хирургия» электрон журналының, 2017 йылдан «Креативная хирургия и онкология» журналының баш мөхәррире. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы. 1990 йылдан Башҡортостан Республикаһы Онкологтар йәмғиәтенең почётлы президенты; Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2018), медицина фәндәре докторы (1989), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2009). Почёт (2009) һәм Салауат Юлаев (2017) ордендары кавалеры.
- Мельников Валерий Александрович (1956), рәссам-график, педагог-методист. 1978 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. 1994 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостандың Рәссамдар, 2008 йылдан — Рәсәйҙең Дизайнерҙар союздары ағзаһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы профессоры (2011), педагогия фәндәре кандидаты (2010), профессор (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2006), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Рафиҡов Сәғит Рәүеф улы (1912—19.01.1992), ғалим-химик. 1967—1984 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Президиумы рәйесе, бер үк ваҡытта 1968—1977 йылдарҙа Химия институты директоры. СССР-ҙың 8—10-сы саҡырылыш, Башҡорт АССР-ының 7-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1970), Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһы академигы (1962), химия фәндәре докторы (1948), профессор (1951). СССР Министрҙар Советы премияһы (1983) һәм С. В. Лебедев (1992) исемендәге премия лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1982) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Фазлыев Рәбис Тимерхан улы (1937—19.04.2012), ғалим-тау инженеры. 1959 йылдан Бөгөлмә ҡалаһындағы Татарстан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институты инженеры, өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1964 йылдан — сектор, 1975 йылдан — лаборатория, 1978—1981 йылдарҙа һәм 1986 йылдан — бүлек мөдире; 2003—2009 йылдарҙа — баш ғилми хеҙмәткәр. 2010 йылдан Әлмәт нефть институты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1980). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1993) һәм Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1990). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Ерекле ауылынан.
- Устименко Виталий Яковлевич (1947), спорт ветераны, волейболсы, тренер. 1995—2001 йылдарҙа «Нефтяник Башкирии» ир-егеттәр волейбол командаһы тренеры. СССР-ҙың спорт мастеры (1970). Европа чемпиондары Кубогы еңеүсеһе (1970, 1971), СССР чемпионы (1969). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Алматы өлкәһенән.
- Лаврентьев Сергей Николаевич (1952), комсомол һәм партия органдары ветераны, ғалим-тарихсы, юғары мәктәп эшмәкәре. 1982 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 1992 йылдан (өҙөклөк менән) — хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1996 йылдан фән буйынса беренсе проректор, 2011 йылдан — ректор, 2016 йылдан — политология, социология һәм философия кафедраһы профессоры. Тарих фәндәре кандидаты (1982). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002), Рәсәй Федерацияһының юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2008).
- Әминева Әлиә Мансур ҡыҙы (1992), спортсы, «Башнефть» клубы өсөн сығыш яһаусы шашкасы. Рәсәйҙең спорт мастеры (2008) һәм чемпионы (2016).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ерёменко Николай Яковлевич (1913—24.10.1993), инженер-химик-технолог. 1949 йылдан Салауат ҡалаһындағы 18-се комбинаттың производство бүлеге начальнигы, 1959—1980 йылдарҙа Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводы директоры. Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1976), «Почёт Билдәһе» (1959) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған химигы (1977). Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1995). Сығышы менән Харьков губернаһының Берёзовка ауылынан.
- Ветошников Георгий Александрович (1918—9.03.1946), Хәсән күле янындағы 1938 йылдағы ҡораллы бәрелештә, 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Айырым понтон-күпер батальонының взвод командиры, гвардия кесе лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Евсин Александр Иванович (1928—?), эшсе. 1960—1985 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең электр менән иретеп йәбештереүсеһе. Ленин ордены кавалеры. Сығышы менән Урал өлкәһенең Каменная Санарка ауылынан.
- Хөсәйен Мәжитов (1928—3.11.1989), йырсы (баритон). 1953 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1978—1989 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1975).
- Легконогова Роза Филипповна (1938—13.12.1999), малсы. Әбйәлил районы «Путь Ленина» колхозының элекке һауынсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1975). Сығышы менән ошо райондың Салауат ауылынан.
- Рим Зыязитдинов (1953—11.03.2018), театр артисы. 1972—2018 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры. 1980 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004).
- Косихин Анатолий Васильевич (1953—2017), төҙөүсе-инженер, йәмәғәтсе. 2001—2017 йылдарҙа «Шкаповнефтестрой» йәмғиәте идарасыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2006). Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (2011).
- Ситдикова Лилиә Мөхәррәм ҡыҙы (1958), педиатр. 1985 йылдан Баймаҡ районы Аҡморон ауыл дауаханаһы, 2012 йылдан Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының балалар консультацияһы табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының Ермолаево ауылынан.
- Әлфиә Кәлимуллина (1963), йырсы. 1997 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филаромонияһы солисы. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге махсус приз лауреаты.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Артикуленко Любовь Алексеевна (1934—6.10.2004), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1948—1972 йылдарҙа Йәрмәкәй районының «Спартак» совхозының сусҡа ҡараусыһы, артабан 1989 йылға тиклем — бригадиры. Ленин ордены кавалеры (1966). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Камаев Фәрит Хөснулла улы (1944—13.01.1993), музыка белгесе-ғалим-фольклорсы. 1971 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, 1979 йылдан фәнни һәм уҡытыу эштәре буйынса проректор, 1989 йылдан башҡорт музыкаһы һәм фольклоры кафедраһы мөдире, 1990 йылдан фәнни эштәр буйынса проректор. Сәнғәт ғилеме кандидаты (1979), доцент. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991).
тулы исемлек
- Петров Александр Владимирович (1954), инженер. 1974—2014 йылдарҙа хәҙерге Күмертау авиация етештереү предприятиеһының приборҙар һынаусыһы, ышаныслылыҡ бүлегенең өлкән инженеры, механик йыйыу цехы начальнигы, үтә һығылмалы деформациялар бюроһы, артабан конструкторлыҡ-технология бюроһы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рационализаторы (1999). Сығышы менән хәҙерге Курск өлкәһе Черемисиновский районының Новые Савины ауылынан.
- Ғафаров Рәүеф Ниғәмәтулла улы (1964), урмансы, йәмәғәтсе. 2015 йылдан Ҡариҙел урман хужалығы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы.
- Теләүбаев Илгиз Сафи улы (1964), муниципаль орган хеҙмәткәре. 2006—2022 йылдарҙа Белорет район хакимиәте башлығының урынбаҫары һәм беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1795: Христиан Готфрид Эренберг, Германия биологы, микропалеонтологияға нигеҙ һалыусы.
- 1845: Граф Михаил Муравьёв, дипломат, 1897—1900 йылдарҙа Рәсәй империяһының сит ил эштәре министры.
тулы исемлек
- 1875: Иван Беляев (1875), Рәсәй империяһы хәрби эшмәкәре, генерал. Беренсе донъя һәм Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында Аҡтар хәрәкәте яғында ҡатнашыусы. Парагвай индеецтарын өйрәнеүсе һәм уларҙың хоҡуҡтары өсөн көрәшеүсе. Парагвай Республикаһының почётлы гражданы.
- 1900: Александр Птушко, кинорежиссёр, кинооператор, мультипликатор, сценарист һәм рәссам. СССР-ҙың халыҡ артисы (1969).
- 1900: Ричард Хьюз, Британия яҙыусыһы, шағир һәм драматург.
- 1905: Джим Моллисон, Шотландия лётчигы, авиацияла төрлө рекордтар яһаусы.
- 1945: Михаил Езепов, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.
- 1945: Александр Ткаченко, СССР футболсыһы, шағир һәм кеше хоҡуҡтарын яҡлаусы.
- 1955: Сергей Рудницкий, СССР һәм Рәсәй композиторы, аранжировщик, «Ленком» театрының музыкаль етәксеһе.
- 1970: Мигель Луис, Испанияның эстрада йырсыһы.
- 1970: Гөлнара Әбитова (Иләлиева), СССР һәм Рәсәйҙең театр актёры, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2009).
- 1985: Александр Третьяков, Рәсәй скелетонсыһы, донъя чемпионы.
- 1824: Байрон Джордж Гордон, Британияның шағир-романтигы.
- 1882: Чарльз Дарвин, Британия натуралисы, сәйәхәтсе.