Лаврентьев Сергей Николаевич (ғалим)

Лаврентьев Сергей Николаевич (19 апрель 1952 йыл) — комсомол һәм партия органдары ветераны, ғалим-тарихсы, юғары мәктәп эшмәкәре. 1982 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 1992 йылдан (өҙөклөк менән) — хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1996 йылдан фән буйынса беренсе проректор, 2011 йылдан — ректор, 2016 йылдан — политология, социология һәм философия кафедраһы профессоры. Тарих фәндәре кандидаты (1982). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002), Рәсәй Федерацияһының юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2008).

Сергей Николаевич Лаврентьев
Тыуған көнө

19 апрель 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (72 йәш)

Ғилми даирәһе

тарих

Ғилми исеме

доцент

Ниндәй өлкәлә танылған

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры (2011 йылдан)

Награда һәм премиялары Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре,
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы

Биография

үҙгәртергә

Сергей Николаевич Лаврентьев 1952 йылдың 19 апрелендә Өфөлә тыуған.

1970—1972 йылдарҙа әрме сафтарында хеҙмәт итә.

1977 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Һөнәре буйынса — тарихсы. Университеттың ВЛКСМ комитеты секретары булараҡ күп йылдар студенттарҙың төҙөлөш отрдятары хәрәкәтендә ҡатнаша һәм был эшкә етәкселек итә[1].

1978 йылдан 1982 йылғаса Мәскәү дәүләт университеты аспиранты.

Эш урыны: 1969—1970 йылдарҙа «Йәшен» исемле Өфө агрегат конструкторлыҡ бюроһы слесаре.

1978 йылдан 1977 йылға тиклем, 1977—1978 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты кафедраһы ассистенты; 1982 −1992 йылдарҙа — философия кафедраһы ассистенты, ғилми коммунизм кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, политология кафедраһы доценты, шулай уҡ ВЛКСМ комитеты секретары итеп һайлана, аратабан Башҡорт дәүләт университетының партком секретары була;

1992 йылдан 1996 йылға тиклем — Дәүләт менән идара итеү факультеты деканы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының политология кафедраһы мөдире;

1996 йылдан 2008 йылға тиклем — хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының ғилми эштәр буйынса беренсе проректоры; 2008—2010 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президентының Дәүләт кәңәшсеһе.

2011 йылда — Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры, Ғилми совет рәйесе.

2015 йылдың 10 майында БАГСУ ректоры вазифаһынан үҙ теләге буйынса ебәреүҙәрен һорап яҙған ғаризаһы сәбәпле, был бурыс уҡыу һәм тәрбиә эше буйынса проректор, граждандар хоҡуғы һәм процесы кафедраһы мөдире Гүзәл Колобоваға йөкмәтелә.

«Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы, Төбәк «Берҙәм Рәсәй» партияһыны йәмәғәт ойошмаларының консультатив кәңәшмәһе рәйесе.

С. Н. Лаврентьевтың фән өлкәһендәге ҡыҙыҡһыныуҙары: сәйәси регионалистика, электораль технологиялар, яңы элиталы сәйәси институализация төркөмдәре проблемаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамоталары
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002)
  • Рәсәй Федерацияһының юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2008)
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1986)

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • 100-гә яҡын ғилми публикациялар һәм өс монография авторы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Наиль Мазитович Махмутов. А стройотряды ... шагают дальше. — Уфа: Лето, 2012. — С. 306. — 344 с. — ISBN 978-5-8708-060-1.

Һылтанмалар

үҙгәртергә