Крепостной Йылайыр

Крепостной Йылайыр (рус. Крепостной Зилаир) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 157 кеше[3]. Почта индексы — 453677, ОКАТО коды — 80206828004.

Крепостной Йылайыр
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ишбирҙе ауыл советы
Халыҡ һаны 169 кеше (2002)[1],
157 кеше (2009)[1],
142 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453677
Карта
 Крепостной Йылайыр Викимилектә

XVIII быуаттың 50-се йылдарында ҡарауыл нығытмаһы булараҡ Ырымбур — Верхнеурал Ям юлындағы Урман Йылайыры — Темәс участкаһында һәм Преображенск һәм Кананикольск баҡыр иретеү заводтарын һаҡлау өсөн төҙөлгән[4].

 

Атамаһы йылға һәм унда төҙөлгән нығытма исеменән алынған.

1931 йылда бында Түбә һәм Бүребай мәғдән идаралыҡтары өсөн нығытыу ағасын, пиломатериалдар әҙерләү өсөн урман участкаһы булдырыла[5].

1947 йылда Крепостной Йылайыр участкаһында ҡалыҡ ҡулланыу тауарҙарын (мебель, арбалар, тәгәрмәстәр, ҡумталар, тәпәндәр) етештереү өсөн БАССР-ҙың урындағы сәнәғәт министрлығының Баймаҡ сәнәғәт артеле (промартель) ойошторола.

1968 йылда сәнәғәт артеле нигеҙендә БАССР-ҙың еңел сәнәғәте министрлығының Баймаҡ урман сәнәғәт хужалығы (леспромхоз) ойошторола. 1996 йылда ағас материалдарын әҙерләү буйынса Баймаҡ машзаводының цехы асыла[6].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 142 66 76 46,5 53,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Һаҡмар йылғаһының ҡушылдығы Йылайыр йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан[7].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 56 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ишбирҙе): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 97 км

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә