Куваев Сергей Иванович
Куваев Сергей Иванович (18 сентябрь 1912 йыл—26 февраль 1991 йыл) — инженер, хәрби хеҙмәткәр, Бөйөк Ватан һәм Совет-япон һуғыштарында ҡатнашыусы, контр-адмирал (1957). Ҡыҙыл Байраҡ (1952), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1947) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры.
Куваев Сергей Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 18 сентябрь 1912 |
Тыуған урыны | Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 26 февраль 1991 (78 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр, инженер |
Хәрби звание | контр-адмирал[d] |
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы һәм Совет-япон һуғышы[d] |
Ғәскәр төрө | СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ Флоты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәСергей Иванович Куваев 1912 йылдың 18 сентябрендә (ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙә 8 сентябрь) Бәләбәй өйәҙенең Рождественка[1] ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Коллективлаштырыу йылдарында Куваевтар ғаиләһе Мәскәү өлкәһенең Люблино ҡалаһына күсеп килә. Унда ғаилә башлығы тимер юл оҫтаханаһында ағас эше оҫтаһы булып эшләй, ә Сергей киске мәктәптә уҡый, һуңынан — рабфакта.
1932—1936 йылдарҙа Севастополдә Украина Ленин коммунистик йәштәр союзы исемендәге Хәрби-диңгеҙ училищеһында уҡый.
1936—1937 йылдарҙа Ҡара диңгеҙ флоты «Красный Кавказ» крейсеры курсанты. Унан һуң Алыҫ Көнсығышҡа хеҙмәт итергә тәғәйенләнә. Хәрби биографияһы Тымыҡ океан флоты менән бәйле. Бөйөк Ватан һуғышын капитан-лейтенант званиеһында ҡаршылай. АҠШ һәм Канаданан ҡуртымға алынған аҙыҡ-түлеккә, ҡоралға, матди ҡиммәттәргә эйә булған тауарҙар колонналарын оҙатыу буйынса яуаплы заданиелар үтәй. Һуғыштан һуң флотты яңынан ҡоралландырыу мәсьәләләре менән шөғөлләнә, күп йылдар Совет Гаванендә хәрби комендант һәм хәрби-диңгеҙ базаһы начальнигы булып хеҙмәт итә. 1963 йылдың июлендә ауырыу сәбәпле запасҡа сыға. Оборона министрлығы бүлектәренең береһендә хеҙмәтен дауам итә. 1991 йылдың 26 февралендә Мәскәүҙә вафат була. Тыл адмиралы С. И. Куваевтың хәрби биографияһы хәрби тарихсы В. М. Луриҙың «СССР Хәрби-диңгеҙ флоты адмиралдары һәм генералдары: 1946—1960» китабында яҡтыртыла[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1952);
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985);
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1947);
- «Почёт Билдәһе» ордены(1944)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡорт энциклопедияһы / Рождественка (рус.)(хәҙер бөткән ауыл)
- ↑ Лури В. М. «Адмиралы и генералы Военно-Морского флота СССР. 1946-1960». — Москва: «Кучково поле», 2007 й. — С. 278.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рождественка // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8. (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2022)
- Лури В. М. «Адмиралы и генералы Военно-Морского флота СССР. 1946-1960». — Москва: «Кучково поле», 2007 й. — С. 278.